Эстәлеккә күсергә

Тоник

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тоник

Тоник (ингл. tonic water — тонусты күтәреүсе, көс биреүсе һыу) — составында хинин булған әсе алкоголһеҙ газлы эсемлек. Йыш ҡына алкоголле эсемлектәрҙе шыйығайтыу, бигерәк тә джинды, коктейль эшләү өсөн ҡулланалар.

Беренсе коммерция тонигы 1858 йылда, Pitt & Co компанияһы хужаһы Эразм Бонд тарафынан патентлана.[1]

Эсемлек Һиндостанда һәм Африкала тапма (малярия) менән көрәшеү өсөн уйлап сығарылған. Бер ваҡыт Британияның Ост-Һинд компанияһы һалдаттары хининдың киҫкен тәмен алыу өсөн тоникты джин менән бутайҙар, шулай итеп әле лә популяр джин-тоник коктейле барлыҡҡа килә. Хинин арҡаһында тоник көслө айнытыу һәм эскелек зәленә (баш төҙәтеү) ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә.[2]

Медицина маҡсатында ҡулланылған тоник газлы һыуҙан һәм күп һанлы хининдан ғына тора. Эсемлек сифатында ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән тоникта кукуруз сиробы, шәкәр йәки яһалма тәмләткестәр булыуы мөмкин. Вьетнамда эсеү тониктары наркоманиянан сығыу симптомдарын еңеләйтеү өсөн тәғәйенләнгән дарыу булараҡ ҡулланыла.[3]

Тәүҙә тоник составында газлы һыу һәм хинин ғына була, әммә ваҡыт үтеү менән күпселек компаниялар хининды аҙыраҡ өҫтәй башлай. Һөҙөмтәлә ул әҙ генә әсерәк һәм татлыраҡ була бара, йыш ҡына фруктоза, кукуруз сиробы йәки юғары шәкәрле була. Ҡайһы бер етештереүселәр диетик (компакт) тоник сығара, унда аспартам кеүек яһалма тәмләткестәр була ала.

АҠШ-та тониктың хинин миҡдары (литрына 83 мг) менән сикләнгән. 1 йәшкә тиклемге балалар өсөн терапевтик доза 100 мг тәшкил итә.[4][5] Күп кенә табиптар уны аяҡ тартыуҙан дарыу булараҡ кәңәш итә, шул уҡ ваҡытта үҙеңә зыян килтермәҫ өсөн дөрөҫ доза биреү мөһим.[6][7]

  1. Raustiala, Kal The Imperial Cocktail. Slate. The Slate Group (28 август 2013). Дата обращения: 30 август 2013. Архивировано 28 август 2013 года.
  2. Raustiala, Kal The Imperial Cocktail. Slate. The Slate Group. Дата обращения: 30 август 2013. Архивировано 28 август 2013 года.
  3. Building a Better G&T. WSJ Online (15 август 2012). Дата обращения: 29 май 2018. Архивировано 12 ғинуар 2015 года.
  4. Achan, J. Quinine, an old anti-malarial drug in a modern world: role in the treatment of malaria (инг.) // Malaria Journal (инг.)баш. : journal. — 2011. — Т. 10. — № 144. — С. 1—12. — DOI:10.1186/1475-2875-10-144 — PMID 21609473.
  5. 21 CFR §172.575 Quinine. Дата обращения: 15 декабрь 2008. Архивировано 19 апрель 2009 года.
  6. United States Food and Drug Administration. FDA Orders Unapproved Quinine Drugs from the Market and Cautions Consumers About Off-Label Quinine to Treat Leg Cramps. 2006-12-11. Дата обращения: 26 апрель 2017. Архивировано 13 ғинуар 2017 года.
  7. Brasić, J. R. Should people with nocturnal leg cramps drink tonic water and bitter lemon? (инг.) // Psychol Rep : journal. — Т. 84. — С. 355—367. — DOI:10.2466/pr0.1999.84.2.355 — PMID 10335049.