Эстәлеккә күсергә

Триумфаль аркалар (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Новочеркассктың триумфаль аркалары
Төньяҡ триумфаль арка
Төньяҡ триумфаль арка
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск
Архитектура стиле рус классицизмы
Архитектор Луиджи Алозия Руска
Нигеҙләнгән 1817 йыл
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110046000№ 6110046000
Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110053000№ 6110053000
Бейеклеге 12 м

Новочеркассктың триумфаль аркалары — урыҫ классицизмы һәйкәлдәре. Монументаль комплекс ике — көнбайыш һәм төньяҡ йәғни ҡаланың лөньяҡ-көнбайышында һәм төньяғында урынлашҡан триумфаль аркаларҙан тора. Улар 1817 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеү хөрмәтенә ҡуйыла һәм Наполеон менән көрәштә Дон казактары индергән өлөшөтөң бөйөклөгө символы булып тора[1]. Рәсәйҙең көньяғында[2] федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булған беоҙән-бер тримфаль ҡапҡалар[3][4].

Бер-береһенә оҡшаш аркалар һуң классицизм стилендә эшләнгән. Һәр ҡайһыһының ҡалын пилоны арка итеп уйылған һәм ҡәтғи фмленчат билбау менән биҙәлгән. Дорический ордерҙың ҡеүәтле антаблементын ун ике коллона тотоп тора. Уларҙың һәр береһе өҫ яҡтан алғараҡ сыға. Өлөштәре һәм деталдәре бер бөтөн булған арканы аттик тамамлай. Төньяҡ арка ансамблендә казак амуницияһы һәм хәрби предметтар: кольчуга, әләмдәр, ҡылыстар, щиттар, пушкалар һәм йәҙрәләр һүрәтләнгән хәрби арматура һынланыш тапҡан. Улар һәйкәлдең мемориаллеген көсәйтә генә[5]. Аркаларҙың материалы — бысылған эзбизташ. Өҫкө өлөшө, аттиктарҙы ла индереп, штукатурланған һәм аҡһыл һары төҫкә буятылған. Новочеркасск аркалары 1833 йылда Санкт-Петербургта архитектор В. П. Стасов проекты буйынса төҙөлгән Нарва ҡапҡалары прообразы булып тора. Төньяҡ арҡа аттигына түбәндәге һүҙҙәр яҙылған:

« Объемлемы восторгом, радостью сердца,
Спешат во сретенье монарха и отца,
Се Александр днесь ту же благость нам явил,
Чем в первый раз Великий Петр нас озарил
»
Көнбайыш триумфаль арка Дан скульптураһы Төньяҡ арка аттигы
Көнбайыш триумфаль арка 1930 йылдарҙың беренсе яртыһында

1817 йылда Новочеркасскта Император Александр I килеүен көтәләр. Атаман М. И. Платов хаким килеү уңайынан ҡалала ике триумфаль арка төҙөргә ҡарар итә, сөнки императорҙың ҡайһы яҡтан килере билдәһеҙ була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, арка проектын урындағы архитектор тәҡдим итә. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм тарихсылар ҡапҡа авторы архитекторы Алессандро Руска йәки был ваҡытта Новочеркасскта ғәскәри Вонесение соборын төҙөүсе уның ағаһы Луиджи Руска булыуы ихтималлығы тураһында бер генә тапҡыр бәхәс ҡормай. Триумфаль аркалар, ҡалала башҡа иҫтәлекле урын булмауы арҡаһында, оҙаҡ ваҡыт төп иҫтәлекле урын булып һанала.

Совет осоронда аркалар ҡаралмай, ундағы бөтә бронза биҙкәтәр алынып, ҡайтанан иретелә. Хатта аркаларҙың ни өсөн тәғәйенләнгәнен иҫкә алыу ҙа тыйыла. 2000 йылдарҙа һаҡланып ҡалған фоторәсемдәр һәм һыҙмалар буйынса аркалар реставрациялана. Декоратив элементтары, шарҙары, барельефтары тергеҙелә. Һәйкәлдең ҡуйылыу тарихы аңлатылған мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

  1. Триумфальные арки. Официальный сайт города Новочеркасск. Дата обращения: 30 декабрь 2016.
  2. Русский классицизм. Rostov Region. Дата обращения: 30 декабрь 2016.
  3. Арка триумфальная (северная). ФГУП ГИВЦ Минкультуры России. Дата обращения: 30 декабрь 2016.(недоступная ссылка)(урыҫ.). ФГУП ГИВЦ Минкультуры России. 30 декабрь 2016 тикшерелгән.
  4. Триумфальная арка (западная). ФГУП ГИВЦ Минкультуры России. Дата обращения: 27 декабрь 2016.(недоступная ссылка)(урыҫ.). ФГУП ГИВЦ Минкультуры России. 27 декабрь 2016 тикшерелгән.
  5. Триумфальные арки Новочеркасска. Интернет-проект «1812». Дата обращения: 30 декабрь 2016.