Троя астероидтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Троя астероидтары
Commons-logo.svg Троя астероидтары Викимилектә
Лагранж нөктәһе
Астероидтарҙың төп билбауы (аҡ төҫтә) һәм троя астероидтары (йәшел төҫтә)

Троя астероидтары — LДүрт һәм LБиш Лагранж нөктәләре тирәһендәге, һәм, тимәк, улар теләһә ниндәй планетаның йәки юлдаштарҙың 1:1 орбиталь резонансындағы астероидтар төркөмө.

Ошо типтағы астероидтар тәүге тапҡыр Юпитер эргәһендә табыла. Был астероидтар Илиадала һүрәтләнгән Троя һуғышыперсонаждарының исемдәре менән атала.

Юпитерҙан тыш башҡа планеталарҙа ла троя астероидтары булыуы билдәле: Марс эргәһендә — 9, Нептун янында — 28, Уран менән Ер эргәләрендә 1-әр[1][2]. Шулай уҡ Сулпан (Венера) эргәһендә ваҡытлы троя юлдашының булыуы билдәле. Бынан тыш, Сатурндың ике юлдашы — Тефия һәм Диона эргәләрендә, үҙ сиратында, икешәр троя юлдашы бар.

2020 йылдың февраленә Ҡояш системаһында 7681 ошондай астероид асыла, шуларҙың 7642-һе — Юпитер орбитаһында.

NASA троя астероидтарын Люси (исем — инә австралопитек Люсиҙың исеменән) автоматик планета-ара станцияһы ярҙамында тикшерергә ниәтләй, 2021 йылдың 16 октябрендә уны осороу уңышлы башҡарыла[3]. Был автоматик планета-ара станцияһының астероидтарҙың төп билбауы аша осоп үтеүе 2025 йылға билдәләнгән. «Люси» 2027 йылдан 2033 йылға тиклем Юпитерҙың 6 троя астероидын тикшерәсәк. Миссияны Плутонды тикшергәндә файҙаланылған «Новые горизонты» аппаратында ҡулланылған Ralph һәм LORRI инструменттарының яңы версияһы менән ҡоралландырыу планлаштырыла, шулай уҡ Ер тирәһендә әйләнгән (101955) Бенн «OSIRIS-REx» астероиды менән башланған миссиянан OTES приборының эш тәжрибәһе лә иҫәпкә алынасаҡ[4].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1772 йылда Жозеф Луи Лагранж сикләнгән есем мәсьәләһенөйрәнгәндә билдәле бер шарттарҙа иҫәпләү системаһында есем хәрәкәтһеҙ ҡалған биш нөктәнең булыуын аса. Был нөктәләр Лагранж нөктәләре тип атала, һәм уларҙың икеһе тотороҡло тигеҙләнеш нөктәләре була: LДүрт һәм LБиш. Шулай итеп, был нөктәләрҙә массаһы бәләкәй объекттарҙың булыу ихтималлығы билдәләнә.

Был гипотеза ғәмәлдә, 1906 йылда немец астрономы Макс Вольф (588) Ахиллес астероидын асҡан мәлдә, раҫлана. Бындай астероидтарҙы Троя һуғышы батырҙары исеме менән , ә объекттар класын — троя астероидтары тип атау традицияға әйләнә. LДүрт нөктәһендәге объекттар гректар хөрмәтенә аталһа, ә LБиш нөктәһендәгеләр — Троя һаҡсылары хөрмәтенә атала, ләкин ике иҫкәрмә бар: (617) Патрокл — трояндар лагерында, ә (624) Гектор — гректар лагерында урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Воробьев И. Троянцы // Квант. — М., 1976. — № 5. — С. 11—16.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]