Туников Геннадий Михайлович
Туников Геннадий Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 август 1941 |
Тыуған урыны | Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 3 июнь 2021 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Рязань, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Ырымбур дәүләт аграр университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Туников Геннадий Михайлович (1 август 1941 йыл, Башҡорт АССР-ы — 3 июнь 2021 йыл, Рязань) — Рәсәй ғалимы, малсылыҡты үрсетеү буйынса, уның генетикаһы һәм технологияһы өлкәһендә белгес. П.А.Костычев исемендәге Рязань дәүләт агротехнолгоя университеты ректоры (1986—2010). Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. Мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (2003)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геннадий Михайлович Туников 1941 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ы Күмертау районының (хәҙер Көйөргәҙе районының Яңы Йәҙгәр ауылы) Йәҙгәр ауылында тыуа.
1965 йылда Ырымбур ауыл хужалығы институтын тамамлай. Аспирантуранан һуң 1971—86 йылдарҙа шунда уҡ эшләй: ассистент, доцент, кафедра мөдире, декан урынбаҫары, уҡыу эштәре буйынса проректор. 1986 йылда Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының ректорҙар резервынан Рязань ауыл хужалығы институтының ректоры итеп тәғәйенләнә (П.А.Костычев исемендәге Рязань дәүләт агротехнолгоя университеты), был вазифаны 2010 йылға тиклем башҡара, хәҙер шунда уҡ биология һәм зоотехния кафедраһы профессоры[2][3]. Шулай уҡ Рязань өлкә «Белем» йәмғиәтенең рәйесе булып тора.
Халыҡ-ара мәғлүмәтләштереү академияһының, агросәнәғәт комплексының кадрҙар сәйәсәте, Рәсәй Социология һәм идара итеү академияһының, Петровка фәндәр һәм сәнгғәт академияһының, Рәсәй аграр мәғариф академияһының, Халыҡ-ара Юғары Мәктәп академияһының мөхбир ағзаһы (академигы)[4].
9 фән докторы һәм 20 кандидаты әҙерләгән[5].
260 фәнни эш, шул иҫәптән 5 дәреслек, 12 уҡыу әсбабы, 15 тәҡдим, 5 фәнни-популяр китап баҫтырып сығара. 13 уйлап табыу патенты бар.[5].
Геннадий Михайлович Туников 2021 йылдың 3 июнендә Рязань ҡалаһында вафат була[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]III дәрәжә (2007) һәм IV (1999) дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, «РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» (1994), «Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре», «Рәсәй агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре». Рязань өлкәһенең почетлы гражданы маҡтаулы исемдәренә лайыҡ була, Мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (2003)[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Премии в области образования за 2003 год — Российская газета
- ↑ Архивированная копия (недоступная ссылка).Дата обращения: 10 мая 2017. Архивировано 2 августа 2016 года.
- ↑ Кафедра зоотехнии и биологии 2017 йыл 7 июль архивланған.
- ↑ Туников Геннадий Михайлович 2018 йыл 20 март архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Туников Геннадий Михайлович 2021 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ В Рязани скончался бывший ректор РГАТУ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.domostroymedia.ru/articles/nerabochee_nastroenie/5587/(недоступная ссылка)
- 1 августа тыуғандар
- 1941 йылда тыуғандар
- Көйөргәҙе районында тыуғандар
- 3 июндә вафат булғандар
- 2021 йылда вафат булғандар
- Рязань өлкәһендә вафат булғандар
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Дәреслектәр авторҙары
- Рәсәй Федерацияһы юғары уҡыу йорттары ректорҙары
- Ауыл хужалығы фәндәре докторҙары
- Башҡортостанда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Профессорҙар