Туповар һырты
Туповар һырты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Әбйәлил районы |
Урын | Көньяҡ Урал |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 625,2 метр |
Оҙонлоҡ | 2 km |
Туповар һырты Викимилектә |
Туповар (Тапыуар-тау) — Башҡортостан Республикаһы (Рәсәй) Әбйәлил районындағы тау һырты. Иң бейек нөктәһе — 625,2 метр. Бейеклеге буйынса икенсе урында торған түбәһе үҙәктән көньяҡтараҡ ята. Уның бейеклеге 571метр.
Магнитогорск ҡалаһынан.31 км өҫтәрәк алыҫлыҡта, саңғы трассаһы эргәһендә урынлашҡан.
Туповар һырты дала үҫемлектәре һәм башлыса һирәк кенә Ҡайын ҡайындан торған урман менән ҡапланған.Битләүҙәре һөҙәк.
Һыртының оҙонлоғо 2 км тирәһе[1]. Көньяҡтан төньяҡҡа табан һуҙылған. Төньяҡта Каранъялык.һыртынан айырып Ҡаран йылғаһы барлыҡҡа килтергән тар үҙәк үтә.
Һыртының төньяҡ битләүенән , Ҡаран йылғаһы үҙәге буйлап Таштимер — Ташбулат автомобиль юлы һалынған. Ә көнсығыш битләүе буйлап Туповар һыртының түбәһенә грунт юлы күтәрелә.
Көнсығыш битләүҙә Муктыкул күле менән Иҫке Ҡыштау (Искикиштау) аҡланы урынлашҡан.Туповар һыртынан көньяҡтараҡ Ҡоръятмаҫ (Курятмас) һырты ята Араларын 425 метр бейеклектә Ҡужан һәм Салауат (Туповар эргәһендә) ҡасабалары урынлашҡан киң уйпатлыҡ һәм Мусын йылғаһы айырып тора. Өс һырт та бер һыҙат булып урынлашҡан һәм Көньяҡ Урал яйлаһының көнсығыш тау айырсалары (армыттар) булып тора.