Туғандар ҡәберлеге (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
ҡәберлек
Туғандар ҡәберлеге
Ил style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em"|Рәсәй
Субъект style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em"|Ростов өлкәһе
Ҡала style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em"|Дондағы Ростов
Координаттар style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em"|47°14′28″ с. ш. 39°52′48″ в. д.HGЯO
Майҙаны style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em"|2,2 км²
Статусы style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em"|эшләй
Туғандар ҡәберлеге (Дондағы Ростов) (Земля)
Locator Dot2.gif

Дондағы Ростов Туғандар ҡәберлеге — Дондағы Ростов ҡалаһындағы ҡәберлек[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туғандар ҡәберлеге Дондағы Ростов ҡалаһының Октябрь районында урынлашҡан[2], 22 гектарҙан күберәк майҙан биләй.

Вознесение Господня храмы

Ҡала ситендә урынлашҡан был зыярат барлыҡҡа килгән көндән алып ярлыларҙы ерләү урыны булып иҫәпләнә. Бында күпселек туғандар (дөйөм) ҡәбере урынлаша, исеме шунан киткән. Һуңғараҡ бында беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалмаған хәрбиҙәр участкаһы барлыҡҡа килә. Туғандар ҡәберлегендә бер нисә хәрбиҙәр һәйкәле урынлашҡан, улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы фронтында һәләк булған герой-пионер Саша Чебанов ҡәбере[3]; 1941 йылдың ноябрендә һәләк булған Ростов халыҡ ополчениеһы полкы һуғышсыларына һәйкәл; Йәшел Утрауҙы обороналау ваҡытында һәләк булған Эске Эштәр Халыҡ комиссариатының (НКВД) 230-сы полкы һуғышсыларына һәйкәл. 1998 йылдан Туғандар ҡәберлеге территорияһында туғандаштарҙы күмеү яңынан тергеҙелде. Зыяратта Вознесение Господня ғибәҙәтханаһы урынлашҡан, унда ғибәҙәт ҡылыу һәм мәрхүмдәргә йыназа уҡыуҙар үткәрелә. 2008 йылдан алып Дондағы Ростовтағы был тарихи зыяратты төҙөкләндереү буйынса ҙур эш алып барыла.

Зыяратта ерләнгән билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туғандар ҡәберлегендә ерләнгәндәр:

  • Аствацатуров Леон Соломонович — билдәле хирург, Н. А. Семашко исемендәге 1-се һанлы ҡала дауаханаһында эшләгән.
  • Борчанинов Александр Лукич (1884—1932) — Рәсәй революционеры, совет дәүләт һәм партия эшмәкәре.
  • Думенко Борис Мокеевич (1888—1920) — Граждандар һуғышы осоронда Ҡыҙыл Армияның корпус командиры[4].
  • Крещановский Лазарь (1848—1914) — дин әһеле һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе[5].
  • Нечаев Иван Павлович (1925—1966) — Советтар Союзы Геройы.
  • Ченцов Иван Дмитриевич (1885—1937) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре.[5]
  • Эберг Леонид Фёдорович (1882—1954) — урыҫ һәм совет архитекторы.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png План Братского кладбища

Эш ваҡыты: көн һайын — 09:00 — 19:00 сәғ. май айынан сентябргә тиклем һәм 09:00 — 18:00 октябрь айынан апрелгә тиклем.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]