Эстәлеккә күсергә

Тыпый ауыл Советы (Илеш районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тыпый ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Илеш районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008
Карта

Тыпый  ауыл СоветыИлеш районы составында  2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы).  Почта индексы — 452265. ОКАТО коды — 80230870000. Үрмәт ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.  1989 йылда ойошторола[1].

Ауыл Советы составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыпый ауылы — административ үҙәге.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1989 йылдың 25 июлендәге «Илеш районында Тыпый ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» 6-2/268 һанлы указы ҡарар итә:

1. Илеш районы Тыпый ауылында административ үҙәк менән Тыпый ауыл Советы ойошторорға.

2. Үрмәт ауыл Советы составынан Тыпый ауылын сығарып, Тыпый ауыл Советы составына индерергә.

3. Тыпый ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
б)Үрмәт ауылында административ үҙәге менән, «Үрмәт» атамаһын һаҡлап, Үрмәт һәм Тыпый ауыл Советтарын берләштерергә.


Үрмәт ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Тыпый ауыл Советын алып ташларға

2008 йылға муниципаль берәмектәр менән сиктәш: («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»).

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
506446415
Милли составы

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыуға ярашлы  күпселек милләт — башҡорттар (92%)[5].