Түбәнге Мөллә (йылға)
Түбәнге Мөллә | |
Ҡайҙа ҡоя | Кама |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Юрчим[d], Сарабаиха һәм Оло Усолка |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 272 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Пермь крайы[1] |
Оҙонлоҡ | 44 km |
Мөллә йәки Түбәнге Мөллә (үрге ағымында — Бурьма, Борма[2][3]) (рус. Мулянка) — Пермь крайының Пермь районындағы бәләкәй йылға. Каманың һул ҡушылдығы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға оҙонлоғо — 44 км, майҙаны — 272 км2[3]. Кама тамағынан 653 км алыҫлыҡта Камаға барып ҡушыла. Иң ҙур ҡушылдыҡтары:[4]
- Сарабаиха — йылғаның уң ҡушылдығы, 19 км оҙонлоҡта, Түбәнге Мөллә йылғаһына уның тамағынан 19 км өҫтәрәк ҡушыла.
- Оло Усолка — йылғаның уң ҡушылдығы, оҙонлоғо 14 км, Түбәнге Мәллә йылғаһына уның тамағынан 24 км өҫтәрәк ҡоя.
- Юрчим — йылғаның уң ҡушылдығы, оҙонлоғо 12 км, йылға тамағынан 4,8 км өҫтәрәк ҡоя.[3]
Түбәнге Мөллә йылғаһы ярында, Пермдән әллә ни алыҫ булмаған Гляденов тауында Гляденов мәҙәниәте ҡомартҡыһы урынлашҡан.[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пермь крайының күпселек йылғаларының топонимикаһы пермь-фин-уғыр телдәренә бәйле, ә бына Үрге Мөллә һәм Түбәнге Мөллә йылғаларының атамаһы фарсы телендәге «мулла» һүҙенән килеп сыҡҡан. Пермь крайының тарихын өйрәнеүселәр быны татар кенәзе Мәмәтҡол исеме менән бәйләй, ул Иван Грозный батшалыҡ иткәнгә тиклем һәм ул батша булған дәүерҙә лә ошо яҡтарҙа имам йәғни мулла була. Уның өлкән улы Ураҡ бей Мәмәтҡолов Үрге Мулла ауылында, ә кесе улы Ираҡ бей Һөйөндөк бей Мәмәтҡолов Түбәнге Мөллә ауылында йәшәй. Ошо йылға буйында урынлашҡан ауылдар Үрге Мөллә һәм Түбәнге Мөллә ауылдары тип атала[6][7]. XVII быуаттың яҙма ҡомартҡыларында (1623 йылда ҡулдан яҙылған китап) был йылға Түбәнге Мөллә йылғаһы тип атала[8]. Был йылғаның боронғо, төркиҙәргә тиклемге тарихы һаҡланмаған.
Мөллә (башҡ. мөл; мөлләү) топонимының килеп сығышын Башҡорт теленең академик һүҙлеге «МӨЛ, МӨЛЛӘҮ» һүҙҙәренә бәйләй. Борондан ошо төбәктә төпләнеп йәшәгән башҡорттар был йылғаларҙа һалға бәйләмәйенсә лә ағас ағыҙыр булған[9]. Миҫал:
Мөл — рус.моль И: (timber) floating; Т.:yudurulecek tomruklar) и. Һалға бәйләмәй, таралған килеш ағыҙған ағас, ҡыуғын. рус. Моль, сплав./Сплавной, молевой, сгонный. Мөл ағыҙыу йәки Ағасты мөлләп ағыҙыу.[10]
1570 йылда изге Трифон Вятский йылға буйында йәшәй башлай һәм остяктар (ханттар) һәм вогулдарҙы (мансиҙар) христиан динен тоторға өндәй.[11]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Лист карты O-40-76 Юго-камский. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1984 г.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 «Мулянка (Бурьма, Бурма)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Топографический указатель «Реки Пермского края» . Дата обращения: 25 май 2019. — СНИБ «Эльбрус».
- ↑ Поляков Ю. А. Итоги изучения памятников гляденовской культуры в Верхнем и Среднем Прикамье //УЗ Перм. ГУ, 1967. № 148.
- ↑ Д. Б. Рамазанова. К истории формирования говора пермских татар.
- ↑ З. А. Мухаева. Топонимия территории пермского говора татарского языка (юга Пермской области).
- ↑ Полякова Е. Н. Старинные названия на карте Перми. ПГНИУ, 2013. — С. 3, 21.
- ↑ Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Китап. Өфө. 2014. 371-се бит
- ↑ Башҡорт теленең академик һүҙлеге. VI том. Китап. Өфө 2014. 371,373 бб.
- ↑ Житие преподобного Трифона Вятского. Дата обращения: 25 май 2019.