Эстәлеккә күсергә

Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов битенән йүнәлтелде)
Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 31 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Маҡар ауылы, Маҡар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел башҡортса‎
Һөнәр төрө журналист, дәүләт эшмәкәре
Эшмәкәрлек төрө баш мөхәррир[d]
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы (31 июль 1942 йыл) — журналист һәм дәүләт эшмәкәре. 1990-1996 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов 1942 йылдың 31 июлендә Маҡар районының (хәҙерге Ишембай районы) Маҡар ауылында тыуған.

«Һәнәк» журналының баш мөхәррире (1978—1980).

Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының рәйесе (1980—1986).

«Башҡортостан» гәзитендә баш мөхәррир (1990—1996)[1].

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры (1986—1987 һәм 1997—2001 йылдар).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Салауат Юлаев ордены
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)[2]

Ҡатыны — Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы, Өфө сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире.

Улы — Азамат, Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең экс-етәксеһе.

Улы — Салауат, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары.

Атаһы — Ниғмәт Сәғиҙуллин, 1942 йылдың 28 ноябрендә Великие Луки[3][4] ҡалаһы янындағы һуғышта һәләк булған.

Әсәһе — Зөләйхә Ғәзизова