Төньяҡ Осетия дәүләт медицина академияһы
Төньяҡ Осетия дәүләт медицина академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1939[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Северо-Осетинский медицинский институт |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Уҡыусылар һаны | 2000 |
Рәсми сайт | sogma.ru[1] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Q113635475? |
Төньяҡ Осетия дәүләт медицина академияһы (рус. Северо-Осетинская государственная медицинская академия СОГМА) — Владикавказда урынлашҡан юғары уҡыу йорто, Төньяҡ Осетия һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре өсөн табип кадрҙары әҙерләй. Уҡыу йортона 1939 йылда нигеҙ һалына.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Академияға, медицина институты булараҡ, 1939 йылдың 10 июлендә нигеҙ һалына[2]. 1942 йылда Төньяҡ Осетиялағы хәрби хәрәкәттәр менән бәйле Ереванға эвакуациялана. Юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм студенттарының күпселеге Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша һәм күп һанлы наградалар менән ҡайта. 1975 йылда яңы уҡыу корпусын төҙөү тамамлана. 1981 йылда Үҙәк фәнни-тикшеренеү лабораторияһы асыла. 1994 йылда сит ил студенттары менән эшләү буйынса бүлек асыла. 1995 йылда институт Төньяҡ Осетия дәүләт медицина академияһы тип үҙгәртелә.
Хәҙерге ваҡытта Академия составында — Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы, ғилми-тикшеренеү секторы, практик әҙерлек үҙәге, хисаплау үҙәге, аккредитация үҙәге, клиник дауахана һәм стоматология поликлиникаһы бар.
Әлеге ваҡытта юғары уҡыу йортонда Төньяҡ Осетиянан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, шулай уҡ Әзербайжан, Грузия, Тажикстан, Һиндостан, Сирия, Палестина, Мысыр һәм башҡа илдәрҙән 2000 самаһы студент уҡый.
Вуз студенттары төрлө фәнни конференцияларҙа, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнаша, уларҙа бик йыш призлы урындар яулай. СОГМА сығарған студенттарға сит илдәрҙә лә һорау ҙур.
Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта уҡыу йортонда биш факультет бар: дауалау, стоматология, педиатрия, фармацевтика, медицина-профилактика.
Билдәле уҡытыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Брин Вадим Борисович (1943) — медицина фәндәре докторы, профессор, РАЕН ағзаһы, физиология кафедраһы мөдире.
Плахтий Сергей Яковлевич (1935) — гуманитар, социология һәм иҡтисад фәндәре кафедраһы профессоры, күп китаптар һәм монографиялар авторы.
Хетагурова Зара Владимировна (1933—2014) — медицина фәндәре докторы, профессор, табип-ревматолог.
Касохов Тимофей Борисович (1960) — медицина фәндәре докторы, профессор, Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының атҡаҙанған табибы, РАЕ-ның атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре, 3-сө балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире.
Етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ректоры (2015 йылдан) — Ремизов Олег Валерьевич.
Президенты — Салбиев Казбек Дахцикоевич.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2018-05-01 — 2018. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.6216392
- ↑ Основные сведения . Северо-Осетинская государственная медицинская академия. Дата обращения: 19 март 2020. 2020 йыл 19 март архивланған.