Убаған (йылға)
Убаған | |
Һыу башы | Тургайская ложбина[d] |
---|---|
Ҡайҙа ҡоя | Тубыл |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Тобола[d] |
Бассейн майҙаны | 50 700 км² |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡуштанай өлкәһе[d] |
Оҙонлоҡ | 376 km |
Убаған (рус. Убаган)[1] — йылға. Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһе, Рәсәйҙең Ҡурған өлкәһе аша аға, Тубылдың (йылға бассейны Обь) бик ҙур уң ҡушылдығы. Оҙонлоғо 376 км, һыуйыйғыс бассейны майҙаны 50 700 км2. Ҡар һыуы менән туҡлана. Йәй һыуы тоҙ тәме итә.
Ағымы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғай үҙәне буйлап төньяҡҡа табан аға, Ҡушморон күле аша ағып үтә. Тубыл йылғаһының уң ярына тамағынан 909 км өҫтәрәк ҡушыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Убаған тураһында Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә мәҡәлә бар:
Убаган река Акмолинской и Тургайской областей (Обага) — правый приток реки Тобол; берёт начало в южных склонах Кушмурунских гор в Акмолинской области и в верховье носит название Бурдулты-Тал. Достигнув Тургайской области, Убаган течёт прямо на север, служа границей между Тургайской и Акмолинской областями около 200 вёрст, и на этом пути проходит через большое озеро Убаган. Затем, не доходя 60 вёрст до северной окраины области, река отклоняется к западу и впадает в Тобол уже в пределах Оренбургской губернии, в 10 верстах от станицы Звериноголовской. Ширина Убагана в некоторых местах достигает 20 саженей; удобных бродов имеет не много, лучший из них Кара-Уткуль (чёрный брод) на Багакалинской караванной дороге, недалеко от впадения в него ручья Ащибуй. Притоков, заслуживающих внимания, Убаган не имеет. Вода на всём протяжении Убагана солёная или горько-солёная.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Убаған сөсө һыулы Күктал күленән баш ала.
Бассейн территорияһы аҙ һикәлтәле аллювиаль тигеҙлектән тора, ул күлдәр, соҡорҙар менән сыбарланған. Рельефтың төп элементтары — ҡыралар һәм ҡыра араларындағы күл соҡорҙары. Бассейн климаты уртаса континенталь, ҡоро, ҡышын һыуыҡ һәм йәйен эҫе. Яуым-төшөмдөң уртаса суммаһы йылына 250-нән 300 миллиметрға тиклем, уларҙың 70 проценттан ашыуы йылы ваҡытҡа тура килә.
Тамағында уртаса күп йыллыҡ һыу тотонолоуы 2,43 м3/с (ағым күләме 0,077 км3/йыл). Башлыса ҡар һыуҙары менән туйына.
Һыу ташҡанда минералләшеүе 200—1000 мг/л, миҙгелдәр араһында 2,0-10,0 г/л. Йылға һыуында өҫтәмә тоҙ сығанағы — бассейндың Ҡаҙағстан өлөшөндәге тоҙ күлдәре. Йылғаның юғары минералләшеүе Ҡурған өлкәһендә эсәр һыу менән тәьмин итеү проблемаһын тыуҙыра.
Йылға бассейнында ҡара, төҫлө, һирәк осрай торған һәм аҫыл металдар, металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар, һоро күмер, минераль һыуҙар, шифалы батҡаҡтар ятҡылыҡтары урынлашҡан. Йылға буйында ҙур тораҡ пункттар юҡ[2].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Вода России» фәнни-популяр энциклопедияһында хәбәр ителеүенсә, атама башҡорт телендәге «убалар араһындағы йылға» тигәндән килеп сыҡҡан [2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Убаған // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 323. — ISBN 5-86066-017-0.
- ↑ 2,0 2,1 Убаган