Уильям Тёрнер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уильям Тёрнер
ингл. William Turner

Автопортрет. 1799 йылдар тирәһе
Тейт Британия галереяһы, Лондон
Тыуған:

23 апрель 1775({{padleft:1775|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Ковент-Гарден, Лондон, Англия, Британия империяһы

Үлгән:

19 декабрь 1851({{padleft:1851|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1][2][3][…] (76 йәш)

Үлгән урыны:

Кенсингтон и Челси[d], Ҙур Лондон[d], Англия, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d][4]

Подданныйлығы:

Соединённое королевство Великобритании и Ирландии Великобритания

Жанр:

тарихи һынлы сәнғәт
пейзаж
марина

Уҡыған урыны:

Король сәнғәт академиһы

Стиль:

романтизм

Имза:

 Работы

Джозеф Мэллорд Уильям Тёрнер, шулай уҡ Те́рнер[5] (ингл. Joseph Mallord William Turner; 23 апрель 1775 йыл — 19 декабрь 1851 йыл) — Британия рәссамы, романтик пейзаж оҫтаһы, акварелист һәм гравёр. Француз импрессионистары ағымынан[6]. Рәссамдың мираҫында — 550-нән ашыу майлы картина, 2000 акварель һәм 30 000 ҡағыҙ һыҙмалары.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уильям Тёрнер 1775 йылдың апрель аҙағында — май башында Лондондың Ковент-Гарден районында ярлы ғаиләлә тыуған. Ул ғүмере буйына кокни акцентынан арынмай, уңыш һәм дан атрибуттарынан ситләшә.

Тёрнер үҙенең тыуған көнө 23 апрелдә тип һанаған. Рәссамдың атаһы Уильям Тёрнер париктар эшләү оҫтаһы булған, ә 1770-се йылдар аҙағында бөҙрәхана асҡан.. Әсәһе, Мэри Маршалл, итменән сауҙа итеүселәр ғаиләһенән сыҡҡан. Уның кесе һеңлеһе Мэри Энн сабый саҡта үлгән.1785 йылда ғаиләләге ауыр хәл арҡаһында (1785 йылдан алып әсәһендә психик ҡаҡшау билдәләре күҙәтелгән, һуңынан ауырыуға күскән) Джозеф Уильямды Лондондағы Брентфорд ҡалаһына ебәргәндәр, унда ул олатаһында йәшәгән.

Брентфордта уҡ Джозеф һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһына. Тёрнерҙың иң иртә билдәле художество күнегеүе ошо осорға ҡарай — Генри Босуэллдың « Англия һәм Уэльс ҡомартҡыларының һынлы сәнғәт күренеш» китабынан ябай гравёрланған пластиналар серияһы[7]. 11786 йылда Тёрнерҙы Кенттың төньяҡ-көнсығыш яры буйындағы Маргейтҡа ебәрәләр. Унда һуңынан ул ҡала һәм уның тирә-яғын һүрәттәргә төшөрә..Был ваҡытҡа Тёрнерҙың һүрәттәре атаһының магазины кәштәләренә ҡуйылып, бер нисә шиллингкә һатыла. Атаһы Уильям менән ғорурлана.

1780-се йылдарҙың аҙағында, мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Лондонға күсенә, унда архитекторҙарҙа һәм топографтарҙа эшләй. 1789 йылдың аҙағында ул шулай уҡ топограф Томас Малтондан һабаҡ ала башлай. Малтон Лондон пейзаждары менән мауыға. Тёрнер уның етәкселегендә Британия замоктарының, аббатлыҡтарҙың һыҙмаларын күсереп һәм буяп, кәсептең төп алымдарын үҙләштерә. Һуңғараҡ ул Малтонды «Минең ысын уҡытыусым» тип атаясаҡ.Топографтың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур була, йәш рәссам Тёрнер ошо эштән алған табышына үҙенең уҡыуы өсөн түләй ала.

1789 йылдың декабрендә 14 йәшлек Тёрнер Король художество академияһына уҡырға инә, уның белемен Рейнолдс үҙе тикшерә. Академияла Рейнолдстың һуңғы лекцияларын тыңлай, уҡытыусыһы Тёрнерға һиҙелерлек йоғонто яһай. Артабан рәссам академияның беренсе президентының сәнғәттәге идеалистик йүнәлешкә арналған лекцияларын ентекле өйрәнә.

Киләһе йылда уҡ Тёрнерҙың «Архиепископ Ламбет һарайына күренеш» акварель эше һынлы сәнғәт академияһының йыл һайын үткәрелеп килгән күүргәҙмәһендә ҡуйыла. Тәүге майлы буяуҙар менән эшләнгән «Балыҡсылар диңгеҙҙә» картинаһы 1790 йылда барлыҡҡа килә. Һуңынан Тернерҙың һүрәттәре даими рәүештә Академияла ҡуйыла. 1791 йылдан Оксфорд-стритта "Пантеон Опера"ла рәссам-сценограф булып эшләй һәм дәрестәр биреп, өҫтәмә аҡса эшләй.

Карфагенға нигеҙ һалыусы Дидона (1815)

Тёрнер элекке быуын һәм замандаш оҫталарының эштәрен ентекләп өйрәнә. Уны айырыуса Клод Лоррен хайран ҡалдыра: замандашы раҫлауынса, «Савская батшабикәһенең ҡайтыуы» тигән картинаны күргәс, Тёрнер күҙ йәштәренән тыйыла алмай. Рәссам быны үҙе бер ҡасан да шуға оҡшаш бер нимә лә эшләй алмаясағы менән аңлатҡан. Йылдар үткәс, Тёрнер үҙенең «Карфагенға нигеҙ һалыусы Дидона» картинаһын, «Савская батшабикәнең китеүе» янында эленеп тороу шарты менән, Милли галереяға васыят итә. Тёрнер үҙе таба алған Лоррен картиналарын ентекле өйрәнә, шулай уҡ Liber Veritatis.гравюралар альбомдарын. Гравюралар француз рәссамының һүрәттәренән эшләнә. Һуңғараҡ Тернер Liber Studiorum альбомын сығарырға ниәт итә, ул Лоррен альбомы техникаһында (меццо-тинто) башҡарыла. Liber Studiorum яңы эш башлаған рәссамдар өсөн дәреслек сифатында ҡулланырға тейеш була, гравюралар тематик секцияларға — архитектура, тарихи, пастораль (мифологик һәм көндәлек) һынлы сәнғәт, диңгеҙ һәм тау пейзаждары — бүленә.

1791 йылда Тёрнер үҙенең тәүге сәфәрен ҡыла. Артабан ул Европала сәйәхәт итә (Швейцария, Альп Франция, Италия) һәм бик күп һүрәттәр ҡалдыра. Поход альбомдарынан һүрәт эскиздары рәссамға буласаҡ картиналар өсөн нигеҙ булып тора.

1799 йылдың 4 ноябрендә популяр рәссам булып танылған Тернер Король академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1801 йылда ул академияла «Бриджуотер янында диңгеҙ» исемле картинаһын күргәҙмәгә ҡуя, картина халыҡҡа ныҡ оҡшай, ә рәссам Бенджамин Уэст хатта Тёрнерҙы Рембрандт менән сағыштыра. 1802 йылдың 10 февралендә Тёрнер король академигы исеменә лайыҡ була. Был исем уға бөтә эштәрҙе алдан ҡарап сыҡҡан һайлап алыу комиссияһын урап үтергә хоҡуҡ бирә. 1804 йылда үҙ галереяһын аса.

Тёрнер даими рәүештә үҙ техникаһын камиллаштыра, архитектура һәм геология араһындағы бәйләнеште, һыу һәм һауа хәрәкәтен өйрәнә. XIX быуат башына ул үҙенең акварелдәрендә ғәҙәттә май һынлы сәнғәтенә хас булған ҡеүәт һәм экспрессивлыҡҡа етешә. Артыҡ деталләштереүҙән ситләшеп, ул яңы төрҙәге пейзаж ижад итә, уның ярҙамында рәссам үҙенең хәтирәләрен һәм кисерештәрен асып бирә.Үҙенең картиналарында Тёрнер ял итеү, пикник, ялан эштәре сәхнәләрен һүрәтләй. Кешене иғтибар һәм һөйөү менән һүрәтләп, рәссам уның тәбиғәтенең камил булмауын, уның тирә-яҡ мөхит алдындағы көсһөҙлөгөн, ҡайһы берҙә тыныс, ҡайһы берҙә уҫал, ләкин һәр ваҡыт вайымһыҙ булып ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

1807 йылда король академияһында перспектива профессоры вазифаһына тәғәйенләнә. Әммә ул төҙөгән уҡытыу программаһы перспективаны өйрәнеүгә ҡарағанда киңерәк мәсьәләләр даирәһенә ҡағыла. Ул Рейнолдс лекциялары курсын тергеҙә, шулай уҡ үҙенең яратҡан темаһына — «шиғри һынлы сәнғәт» мәсьәләләренә мөрәжәғәт итә.

Тёрнерҙың Наполеон һуғыштарына арналған картиналары («Трафальгар алышы», «Ватерлоо яланы») айырыуса танылыу яулай.

1819 йылда беренсе тапҡыр Италияға бара. Ул Турин, Милана, Рим, Венеция, Неаполь ҡалалрында була. Тициан, Тинторетто, Рафаэлдең, замандаш итальян рәссамдарҙың ижады менән таныша. Италияға сәйәхәт иткәндән һуң уның рәсем сәнғәте сағыуыраҡ, ҡыҙығыраҡ була бара. Венеция темаһы уның ижадында төп урын биләй. Ул өс тапҡыр (1819, 1833, 1840 йылдарҙа) был ҡалала була, һәм ошо хәтирәләр оҙаҡ йылдар дауамында уның фантазияһын тулыландыра, байыта.

«Таңда диңгеҙ ғифриттары»

1800 йылдарҙа уҡ Тёрнерҙың уңыштары коллекционер һәм рәссам Джордж Бомонд яғынан тәнҡитләнә, сөнки Бомон Тернерҙың картиналарын артыҡ «ирекле» булыуын һәм сағыу төҫтәр кулланыуын оҡшатмай. Һуңғараҡ рәссамдың новаторлыҡ ижады замандаштар араһында төрлө фекерҙәр тыуҙыра. Халыҡ уның картиналарын үҙһенмәй. 1830—1840 йылдарҙа Тёрнер хаҡында ҡаты тәнҡит һүҙҙәре йышыраҡ яңғырай башлай. Уның абстракционизм менән сиктәш ҡайһы бер эштәре арҡаһында рәссам тураһында аҡылдан яҙған тигән репутация барлыҡҡа килә. Королева Виктория уға рыцарлыҡ дәрәжәһен биреүҙән баш тарта. Тёрнерҙы яҡлап торғандарҙың береһе Джон Рёскин була, ул уны «бөтә замандарҙың бөйөк рәссамы» тип атай. Ҡайһы бер картиналары рәссам вафат булғандан һуң ғына күргәҙмәгә ҡуйыла, ә тулыһынса ижадының әһәмиәте XX быуатта ғына баһалана.

Рәссам 1851 йылдың 19 декабрендә вафат була. Тёрнер Челсиҙа, София Кэролайн Бут йортонда, холеранан вафат була. Изге Павел соборында, Джошуа Рейнольд янында, ерләнә.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫә тошкәс, Тёрнерҙың холҡо ныҡ үҙгәрә, уны күптәр сәйер холоҡло тип белә. Уның бер нисә яҡын дуҫы була, атаһы менән уны бик йылы мөнәсәбәттәр бәйләй. Атаһы уның студияһында 30 йыл йәшәй, уның ассистенты булып эшләй. 1829 йылда атаһы вафат булғандан һуң Тёрнер ҡаты депрессияға бирелә. Ул бер ҡасан да өйләнмәгән, әммә оло йәштәге тол ҡатын Сара Дэнби менән (1760 йәки 1766 (суҡындырыу) — 1861) һәм София Кэролайн Бутменән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булыуы билдәле. Тернерҙың ике ҡыҙы булған тип һанала: Эвалина Дюпуа (1801—1874) һәм Джорджиана Томпсон (1811—1843).

18 йылға яҡын Тёрнер Челсиҙа София Кэролайн Бут (1798—1875) йортонда «мистер Бут» сифатында йәшәй[8].

Тёрнер еҫле тәмәкәне (снуфты) даими ҡуллана. 1838 йылда Франция короле Луи-Филипп I уға алтын снуфбокс бүләк итә.

«Ҡыйыу» карабының аҙаҡҡы рейсы"

Тёрнер рәссам Эдвард Томас Даниэлл менән бик ныҡ дуҫлаша. Рәссам Дэвид Робертс, Дэниелл Тернерҙы бик ихтирам иткән, уның ижадында башҡалар күрмәгән матурлыҡты күрә белгән, тип яҙып ҡалдырған[9]. Дэниелл менән дуҫлыҡта, бәлки, Тёрнер, атаһының вафатынан һуң, рухи йыуаныс тапҡандыр. Дэниелл Ликиәлә 38 йәшендә вафат булғандан һуң, Тёрнер Робертсҡа, башҡа бер ҡасан да ундай дуҫлыҡ булдырмаясаҡмын, тигән[10].

Мираҫ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Васыятнамәгә ярашлы, әҫәрҙәренең бөтә йыйынтығы Британия халҡына күскән (хәҙер ул Лондондағы Тейт галереяһында күргәҙмәгә ҡуйыла).

2014 йылда Майк Лиҙың «Мистер Тёрнер» тигән нәфис фильмы донъя күрә. Тёрнер ролен Тимоти Сполл башҡара.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1984 йылда булдырылған хәҙерге сәнғәт өлкәһендәге премияларҙың береһенә Тёрнер исеме бирелгән[11].

Материалдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тернер төрлө пигменттар менән эксперименттар яһай[12]. Һөҙөмтәлә картиналарҙа күп кенә буяуҙар төҫһөҙләнә.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лео МакКерн Тёрнерҙы 1974 йылда Темза телевидениеһында Майкл Дарлоу ҡуйған «Кояш — Хоҙай» фильмында уйнай[13]. Программа 1974 йылдың 17 декабрендә Лондонда, Тернерҙың 200-йыллығына арналған күргәҙмә ваҡытында, эфирға сыға[14].

Британия режиссёры Майк Ли «Мистер Тёрнер» фильмын 2014 йылда төшөрә, фильмда Тёрнерҙың һуңғы йылдары тураһында бәйән ителә. Фильмда В Тимоти Сполл, Дороти Аткинсон, Мэрион Бейли һәм Пол Джессон төшәләр, фильмдың премьераһы Канн кинофестивалендә 2014 йылда күрһәтелә; Сполл иң яҡшы ирҙәр роле өсөн бүләкләнә[15][16].

Англия банкыһы белдереүенсә, 2020 йылдан «Хәрби Темер» фонында Тернер портреты 20 фунт стерлинг банкнотында сыға. Был банкнота полимерҙа баҫтырылған тәүге банкнота буласаҡ[17][18]. Банкнота 2020 йылдың 20 февралендә әйләнешкә индерелә.

Иң билдәле әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1799 — Warkworth Castle, Northumberland — Thunder Storm Approaching at Sun-Set, oil on canvas — Victoria and Albert Museum, London
  • 1806 — The Battle of Trafalgar, as Seen from the Mizen Starboard Shrouds of the Victory, oil on canvas — Tate Gallery, London
  • 1812 — Переход Ганнибала через Альпы (картина)|Ҡарлы дауыл. Ганнибалдың Альп аша артылыуы / Snow Storm: Hannibal and His Army Crossing the Alps, oil on canvas, Tate Gallery, London
  • 1822 — The Battle of Trafalgar, oil on canvas, National Maritime Museum, Greenwich, London
  • 1835 — The Burning of the Houses of Lords and Commons, oil on canvas, Philadelphia Museum of Art, Philadelphia
  • 1835 — The Grand Canal, Venice, oil on canvas, Metropolitan Museum of Art, New York
  • 1838 — «Ҡыйыу» карабының аҙаҡҡы рейсы / The Fighting Temeraire Tugged to Her Last Berth to Be Broken up, oil on canvas, National Gallery, London
  • 1839 — Хәҙерге Рим — Кампо Ваччино / Modern Rome — Campo Vaccino
  • 1844 — Ямғыр, боҫ һәм тиҙлек

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #11862475X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Joseph Mallord William Turner (нидерл.)
  4. Oxford Dictionary of National Biography (ингл.) / C. MatthewOxford: OUP, 2004.
  5. Ермолович Д. И. Англо-русский словарь персоналий. — М.: Рус. яз., 1993. — 336 с. — С. 291
  6. Джозеф Мэллорд Уильям Тёрнер. Дата обращения: 21 октябрь 2020. Архивировано 14 май 2020 года.
  7. The Antiquities of England and Wales. Дата обращения: 27 октябрь 2020. Архивировано 31 октябрь 2020 года.
  8. The Turner Society (билдәһеҙ). The Turner Society. Дата обращения: 21 сентябрь 2020. Архивировано 9 июль 2019 года. 2019 йыл 9 июль архивланған.
  9. Hamilton, James, 1948-. Turner. — Random House Trade paperback ed. — New York: Random House, 2007. — С. 319—320. — 461 pages, 16 unnumbered pages of plates с. — ISBN 978-0-8129-6791-3, 0-8129-6791-7.
  10. Hamilton, James, 1948-. Turner. — Random House Trade paperback ed. — New York: Random House, 2007. — С. 356. — 461 pages, 16 unnumbered pages of plates с. — ISBN 978-0-8129-6791-3, 0-8129-6791-7.
  11. Информация о Премии Тернера на сайте Галереи Тейт. Дата обращения: 22 октябрь 2020. Архивировано 14 июнь 2007 года. 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  12. Joyce H. Townsend The Materials of J. M. W. Turner: Pigments // Studies in Conservation. — 1993. — В. 4. — Т. 38. — С. 231–254. — ISSN 0039-3630. — DOI:10.2307/1506368 Архивировано из первоисточника 5 август 2020.
  13. The Sun Is God (1974) | BFI. web.archive.org (21 ноябрь 2014). Дата обращения: 22 сентябрь 2020. Архивировано из оригинала 21 ноябрь 2014 года. 2014 йыл 21 ноябрь архивланған.
  14. George Whaley. Leo 'Rumpole' McKern: The Accidental Actor. — UNSW Press, 2009. — С. 181. — 299 с. — ISBN 978-1-921410-89-5. Архивная копия от 5 апрель 2022 на Wayback Machine
  15. Child, Ben. Timothy Spall to play JMW Turner in Mike Leigh biopic (23 октябрь 2012). 22 сентябрь 2020 тикшерелгән.
  16. Mr. Turner - Film4 (ингл.). Film4 Productions. Дата обращения: 22 сентябрь 2020. Архивировано 13 ғинуар 2021 года.
  17. The new £20 note (ингл.). www.bankofengland.co.uk. Дата обращения: 22 сентябрь 2020. Архивировано 26 сентябрь 2020 года.
  18. Painting a fortune: JMW Turner and the Bank of England (ингл.). www.bankofengland.co.uk. Дата обращения: 22 сентябрь 2020. Архивировано 8 октябрь 2020 года. 2020 йыл 8 октябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уильям Тёрнер / Перевод с английского А. Е. Мосейченко. — М.: ЗАО «БММ», 2007. — 256 с. — 2000 экз. — ISBN 5-88353-278-0.
  • П. Акройд. Тёрнер. — М.: КоЛибри, Азбука-Аттикус, 2012. — 224 с.
  • Власов В. Г. Тёрнер Уильям Джозеф Мэллорд // Стили в искусстве : Архитектура, графика. Декоративно-прикладное искусство. Живопись, скульптура : словарь : в 3 т. / В. Г. Власов. — СПб. : Кольна, 1997. — Т. 3 : Словарь имён : М—Я. — С. 365. — 655 с., [8] л. ил. : ил. — ISBN 5-88737-010-6. — Ҡалып:OCLC.
  • Камчатова А. В., Котломанов А. О., Кроллау Н. Е. Германия. Англия. XV–XIX века : биографический словарь / А. В. Камчатова, А. О. Котломанов, Н. Е. Кроллау. — СПб. : Азбука-Классика, 2008. — С. 227, 232, 234, 235, 238, 239, 240, 242, 246, 247, 248, 249, 251, 279, 302, 303, 304, 306, 310, 319, 320, 321, 400–406, 409, 425. — 480 с. : ил., цв. ил. — (Художники Западной Европы). — ISBN 978-5-91181-907-1.
  • С. Дзуффи. Большой атлас живописи. — М.: Олма-Пресс, 2002. — С. 184—185, 242, 244—245, 300. — 431 с. — ISBN 5-224-03922-3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]