Тинторетто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тинторетто
итал. Tintoretto
Фотография
Тыуған:

1519[1]

Тыуған урыны:

Венеция, Венеция республикаһы[d][1][2]

Үлгән:

31 май 1594({{padleft:1594|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[3][4][5][…]

Үлгән урыны:

Венеция, Венеция республикаһы[d][1][2]

Ил:

Flag of Republic of Venice (1659-1675).svg Венеция республикаһы[d]

Имза:

Tintoretto autograph.png

Commons-logo.svg Работы
Христосты суҡындырыу. Муранолағы Сан-Пьетро-Мартире сиркәүе

Я́копо Робу́сти, Тинторе́тто (итал. Jacopo Robusti, Jacopo Comin, Tintoretto; 1519 йыл тирәһе, Венеция — 31 май, 1594, Венеция) — Италиялағы Яңырыу Ахыры осорондағы Венеция мәктәбе һәм маньеризмдың күренекле рәссамы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәш сағы һәм уҡыу осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәссам Венецияла, төрлө сығанаҡтар буйынса (1518 йылдың сентябрь аҙағында йәки октябрь башында — Documentazione sull’uomo e l’artista[6] буйынса) — 1518 йәки 1519[7] йылдар тирәһендә тыуған. Ул ғаиләлә егерме беренсе йәки егерме өсөнсө бала булған.

Ожмах. 1579—1588. Туҡыма, майлы буяу. Ҙур кәңәшмә залы. Дождар һарайы, Венеция
Христосты язалау (Голгофа). 1565. Туҡыма, майлы буяу. Скуола Гранде ди Сан-Рокко, Венеция

Тинторетто («бәләкәй буяусы»[8] йәки «буяусы улы») тигән ҡушаматты уға атаһы туҡыма буяусы булғанға бирәләр (tintore). Уның атаһының ысын фамилияһы «Комин» (Comin[9]) булғандыр тиҙәр. Иҫ киткес энергияһы ташып торған өсөн Тинтореттоны , Джорджо Вазари әйтеүенсә, «ҡоторған» (Il furioso) йәки «ҡурҡыныс» (Il terribile) тип тә атап йөрөткәндәр.

Рәссам ғаиләһенең килеп сығышына ҡағылышлы ике версия бар, уларҙың береһе буйынса, ғаилә Венеция Республикаһына ингән Брешиянан (Ломбардия) булған, икенсе фараз буйынса, улар Лукка кешеләре.

Улының һүрәт төшөрөү һәләтен бәләкәй сағында уҡ күргән атаһы уны 1530 йылда Тицианға өйрәнсек итеп бирә, әммә Якопо оҫтаның студияһында 10 көн тирәһе генә уҡый (икенсе фараз буйынса бер нисә аҙна), Тициан уны оҙағыраҡ тоторға теләмәй, легенда буйынса «Ул, оҫтаханаһында конкуренция булыуынан ҡурҡып, ярҙамсыһына малайҙы ҡыуып ебәрергә ҡуша».[10] Әммә быны икенсе төрлө лә аңлатырға була: уҡыусының ҙур һәләтен һәм һүрәттәрҙе бөтөнләй икенсе төрлө яҙыуға ынтылышын күреп, Тициан уны уҡыта алмаҫын аңлай[11]. Ошо ваҡыттан алып, Тинторетто Тициан менән һоҡланыуға ҡарамаҫтан, ике рәссам араһында дошманлыҡ һаҡлана. Тициан Тинтореттоны «өҫтән-мөҫтән генә» ижад итеүҙә ғәйепләй[12].

Күп кенә тикшеренеүселәр Тинтореттоның Тицианда «уҡыуын» инҡар итә, уның остазы бөтөнләй булмаған, тип раҫлай. Шулай уҡ улар йәш рәссамдың әҫәрҙәре Франческо Пармиджанино һәм Андреа Скьявоне[10] әҫәрҙәренә бер аҙ оҡшауына иғтибар итә.

Элекке остазы ижады менән һоҡланған Тинторетто үҙ әҫәрҙәрендә Тициан әҫәрҙәре сағыулығын һәм төҫтәр ҡеүәтен Микеланджелоның һүрәт төшөрөү камиллығы менән берләштерергә тырыша. Ул хатта үҙенең студияһы стенаһына үҙенең сәнғәтенең «Һүрәт — Микеланджелоныҡы кеүек, төҫ — Тициандыҡы кеүек» (ит. Il disegno di Michelangelo ed il colorito di Tiziano) тигән девизын яҙып элә. Шулай уҡ уға Рафаэль һәм Джулио Романо ла йоғонто яһай[9]. Үҙенең эштәрендә Тинторетто йыш ҡына Себастьяно Серлио трактаттарындағы архитектура мотивтарын ҡуллана[13].

Микеланджелоның «Төн», «Иртә», «Көндөҙ» һәм «Кис» тигән скульптураларын өйрәнеп, Тинторетто, Тициан кеүек үк, балауыҙ һәм балсыҡтан һындар эшләүҙе үҙләштерә һәм был һәләтен өс үлсәмле моделдәр ярҙамында үҙенең картиналарын төҙөү өсөн ҡуллана. Персонаждар йәшәгән Ҡурсаҡ өйҙәре эшләп, ул кәрәкле яҡтылыҡ һәм композицияны таба. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, ул макеттарҙы тәү сиратта архитектура перспективаларын төҙөү өсөн ҡулланған. Тинторетто шулай уҡ анатомия кабинеттарында төрлө препараттар, кейемле йәки яланғас мәйеттәрҙе өйрәнә. Шул ваҡыттан алып ул көндөҙ генә түгел, төндә лә эшләргә ғәҙәтләнә[11].

Ижады башында Флоренция мәктәбе рәссамдары йоғонтоһо Тинтореттоға үҙ стилен эҙләргә ҡамасауламай, уның стиль үҙенсәлектәре булып композиция киҫкенлеге, һүрәттең ҡыйыулығы, яҡтылыҡ һәм күләгәләрҙе бүлеүҙә үҙенсәлекле матурлыҡ, төҫтәрҙең йылылығы һәм ҡеүәте, киң яҙыу алымдары тора. Уның күп кенә әҫәрҙәре («ИзгеГеорг»; «Саулдың үҙгәреүе»; «Христос шәкерттәренең аяғын йыуа») Флоренция һәм Рим маньеризмына яҡын яҙылған[9]. Әҫәрҙәрен иҫ киткес еңеллек һәм тиҙлек менән башҡара, уларҙы көнө-төнө яҙа, тәбиғәте менән альтруист рәссам иптәштәре өсөн бушлай эшләй, тик буяуҙарға киткән сығымдарҙы ғына ҡаплата, Тинторетто Тициан һәм Паоло Веронезе менән бер рәттән киң билдәлелек яулап өлгөрә. Әммә уның бөтә әҫәрҙәре лә етерлек ентекле яҙылмаған, улар ашығыс эшләнгән.

Ваҡыт үтеү менән, Тинторетто улар менән аҡрынлап, ентеклерәк шөғөлләнә башлай, шунлыҡтан улар яҡшыра; йыш ҡына заказдар күп булғанға, ул ашығыс, бик үк тырышмай яҙа, шунлыҡтан ҡайһы саҡта уның исеменә лайыҡһыҙ картиналар тыуа.

Билдәле булыуынса, 1539 йылда ул Тинторетто исеме аҫтында билдәле булған «бойондороҡһоҙ рәссам» статусын алған[10]. Тинтореттоның тәүге әҫәрҙәре һаҡланмаған.

Тинторетто тәүге осор ижадынан иң билдәле эштәр:

— «Әҙәм менән Һауаның гонаһ ҡылыуы» һәм «Авелде үлтереү» Тицианға оҡшатып эшләнгән. Улар Венециялағы академия галереяһында һаҡлана.

— Венецияла Мадонна-дель-Орто сиркәүендә «Алтын буғаға табыныу» һәм «Һуңғы хөкөм» тигән ике ҙур композиция һәм башҡа картиналар.

— «Изге Марк мөғжизәһе» һәм «Изге Марк кәүҙәһен күсереү» (Академия галереяһында), «Галилея Канаһында никах» (Санта-Мария-делла-Салют сиркәүендә), «Философ Диоген», «Изге Марк кәүҙәһен табыу» (Pinacoteca di Brera, Милан)

Европа музейҙарында таралған бик күп картиналар, мәҫәлән: «Венера, Вулкан һәм Амур» (Иҫке Пинакотек, Мюнхен), «Христос тыуыу» һәм «Аяҡ йыуыу» (Эль-Эскораль, Мадрид), «Тәре йөрөтөү» (Сәнғәт тарихы музейы, Вена), «Туғыҙ муза» (Хэмптон-Корт, Лондон эргәһендә), «Джудит» (Прадо, Мадрид), «Иоанн Предтечаның тыуыуы» (Дәүләт Эрмитажы, Санкт-Петербург).

Тинторетто монах булмаған ябай диндар кешеләр ойошмалары (Скуол) заказдарын да күп үтәй. Венециялағы Скуола Гранде-ди-Сан-Рокко өсөн ул иң күренекле картиналар циклын яҙа (Венецияла һауаның ныҡ дымлы булыуы сәбәпле фрескалар эшләнмәй). 1574—1577 йылдағы бер нисә янғындан һуң Дождар һарайы өсөн картиналар Тинторетто өсөн иң мөһим заказдар була. Рәссам мифологик сюжеттар буйынса картиналар яҙа («Ҡош юлының килеп сығышы», «Венера, Марс һәм Вулкан»)[9] ; портрет жанрында күп эшләй: Дож Николо да Понте (Вена сәнғәт музейында), адмирал Н. Капелло (Девоншир герцогы коллекцияһы, Англия), Дож А. Мочениго, М. Гримани, табип А. Везалий (Иҫке Пинакотек, Мюнхен) портреттары, рәссамдың үҙенең портреты(Копенгагендың дәүләт сәнғәт музейы).

Ижади ысулы һәм стиле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Б. Р. Виппер Тинтореттоны «чинквенто осорондағы Венеция рәссамдарынан иң һуңғыһы» тип атай, уның әҫәрҙәрендә «социаль протест» «абстракт- спируалистик төҫ ала бара»[14].

Ул Тициан юлынан бара, Микеланджелоның ҡеүәтле ижады һәм Веронезе әҫәрҙәре уға йоғонто яһай, әммә ул артабан, алғараҡ китә: Венециялағы төҫтәр сағыулығы, Флоренция һәм Рим маньеризмы йоғонтоһо нигеҙендә һоҡланғыс яҡтылыҡ һәм күләгә контрасттары, көслө ракурстары һәм фигураларҙың композицион диагональ буйынса тиҙ хәрәкәте күрһәтелгән үҙенсәлекле художество стилен булдыра, был рәссамдың картиналарына иҫ киткес экспрессия һәм динамика бирә. «Яңырыу осороноң перспектива һәм анатомия дәрестәрен алғас, Тинторетто баш әйләндерерлек ракурстар, уйҙырма сюрреалистик киңлектең патетикаһына иркенләп бирелә ала»[15].

Америка сәнғәт белгесе-тарихсы Бернард Беренсон Тинторетто «Микеланджело сәнғәтенең ҙур йоғонтоһон туранан-тура тойҙо»,- тип яҙа. Был уға яҡтылыҡты төрлөсә ҡулланырға мөмкинлек бирә, был ысулды ул үҙенә күк йөҙөн ҡараңғылатыу, йәки яҡтыртыу хоҡуғы бирелгән кеүек итеп, уны үҙ ихтыярына буйһондорған кеүек итеп ҡуллана"[16].

Австрияның күренекле сәнғәт тарихсыһы Макс Двожак Тинтореттоны берҙән-бер «Микеланджело сәнғәтенең уға тиң ысын гений булған вариҫы» тип атай. Мадонна-дель-Орто сиркәүендә «Марияны ғибәҙәтханаға индереү» картинаһын ул, һоҡланыуын белдереп, ошолай тасуирлай:

«Һүрәттең яртыһы тулыһынса ҡараңғылыҡҡа сумған, унда айырым формаларҙы күреп булмай тиерлек; рәссам бында тормоштоң күләгәле яғын, фәҡирлекте, томанлы аңды һүрәтләргә теләгән кеүек тойола. Икенсе яртыһы яҡтыртылған, бында күңеллерәк күренештәр күрәбеҙ: балалары менән өс әсә… Был өс ҡатын-ҡыҙ композицияның иң өҫкө өлөшөндәге өс ир-аттан айырып һүрәтләнә, улар араһында — гигант баш рухани…Мария (Мәрйәм ана)- бәләкәй генә ҡыҙ, ул баҫҡыс буйлап тантаналы күтәрелә һәм уны юғары йәһүд руханийы шулай уҡ тантаналы ҡаршы ала. Мария артындағы күк йөҙө яҡтыртыла: кешелектең яңы киләсәге үҙен шулай иғлан итә, Күрәһең, һүрәттең аҫҡы һул мөйөшөндәге ҡарт быны һиҙемләй — ҡараңғы фонда ул яҡты нурҙарға ҡойона, был ҡарт Микеланджелоның һуңғы персонаждарын хәтерләтә: беҙ бында Микеланджелоның ижадының һуңғы осоронда һүрәтләнгән башҡа үҙенсәлекле оҙонса фигураларҙы ла табабыҙ — уларҙың килеп сығышы, готика сәнғәтендәге кеүек, массаның ҡатып ҡалған хәлен вертикаль буйынса үҫтереп, еңеп сығыу теләгенә бәйле»[17].

Тинторетто ижадының апофеозы һәм Венеция һынлы сәнғәт мәктәбенең иң юғары ҡаҙанышы — рәссамдың Гранде-ди-Сан-Рокко скуолаһы өсөн ҙур картиналар шәлкеме (Венецияла бик дымлы булғанға, фрескалар эшләнмәй тиерлек). Альберго залындағы феноменаль композиция (536 х 1224 см) М. Дворжак әйтеүенсә, «яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһындағы көрәш», ул «билдәле бер айырым донъя, ниндәйҙер уйлап сығарылған, кеше ғәмәлдәре менән сикләнмәгән ысынбарлыҡ кеүек, кеше хистәре өйөрмәһенән юғарыраҡ тора»[18] . Венецияла Дождар һарайының Ҙур кәңәш залындағы «Ожмах» картинаһы ла иҫ киткес. Рәссам уны етмеш йәшендә ижад итә, һәм ул иң ҙур майлы буяу менән туҡымала яҙылған картина булып һанала (7 х 22 м). Композицияһы — рәссам ижад иткән сферик киңлектәге «күк иерархияһы».

Совет сәнғәт тарихсыһы А. Г. Габричевский Тинторетто һәм уның әҫәрҙәре яҡтылыҡты һәм арауыҡты (пространство) аңлау буйынса һынлы сәнғәт тарихы үҫешендә «иң мөһим мәл» тип һанаған[19]."Габричевский өсөн берҙәм, органик, йәнле арауыҡ- Тинторетто ижадының төп геройы" булып күренә[20].

Тинторетто Эль Греконың художество стиленә йоғонто яһаған тип һанала.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фовтина Эпископи исемле ҡыҙға өйләнә. Ғүмерен тулыһынса сәнғәткә бағышланған Тинторетто балаларында ла уға һөйөү тәрбиәләй. Рәссамдың Мариэтта Робусти (1560—1590) һәм өлкән улы Доменико Робусти (1560—1635) атаһы ҡулы аҫтында белем ала һәм уңышлы ғына эшләгән портретсы булып китә. Мариеттаны Испания императоры Максимилиан һәм король Филипп II үҙҙәренең һарайына хеҙмәткә саҡыра, әммә ҡыҙ атаһын ҡалдырып китергә теләмәй.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Меркурийҙа бер кратер Тинторетто исеме менән аталған.

2018 йылдың 30 июлендә Рәсәй Банкы «Донъя мәҙәниәте ҡаҙнаһы» серияһында «Тинторетто (Якопо Робусти) әҫәрҙәре» тигән 25 мең һум номиналь хаҡлы көмөш иҫтәлекле тәңкә сығарҙы[21].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 RKDartists (нидерл.) — 2019.
  2. 2,0 2,1 https://en.isabart.org/person/24871
  3. Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #118622854 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. Tintoretto // RKDartists (нидерл.)
  6. Цит. по: L’opera completa del Tintoretto, apparati critici e filologici di PIERLUIGI DE VECCHI. Milano, 1970, pag. 83.
  7. «…il Krischel, invece, nacque nel 1519, probabilmente in aprile o maggio, come lo studioso desume dai registri della parrocchia e degli uffici sanitari» (см.: Krischel, Roland. Tintoretto. Kőnemann, 2000, p. 6)
  8. Белоусова, 1987
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 БРЭ, 2016
  10. 10,0 10,1 10,2 Дюпети, 2003, с. 3
  11. 11,0 11,1 Rossetti 1911
  12. Echols R. Tintoretto: Artist of Renaissance Venice. — Yale University Press, 2018. — ISBN 978-0-300-23040-6. — Рp. 18, 85
  13. Nichols T. Tintoretto. Tradition and Identity. — London: Redaktion Books, 1999. — Р. 14
  14. Виппер Б. Р. Борьба течений в итальянском искусстве XVI века. 1520—1590. — М.: Изд-во АН СССР, 1956. — С. 342
  15. Власов В. Г. Тинторетто, Робусти Якопо // Стили в искусстве. В 3-х т. — СПб.: Кольна. Т. 3. — Словарь имен, 1997. — С. 368
  16. Беренсон Б. Живописцы итальянского Возрождения. — М.: Искусство, 1965. — С. 49—50
  17. Дворжак М. История итальянского искусства в эпоху Возрождения. Курс лекций. — М.: Искусство, 1978. — Т. II. — XVI столетие. — С. 146
  18. Дворжак М. История итальянского искусства в эпоху Возрождения. Курс лекций. — М.: Искусство, 1978. — Т. II. — XVI столетие. — С. 148
  19. Габричевский А. Г. Пространство и композиция в искусстве Тинторетто // Сообщения Государственного музея изобразительных искусств им. А. С. Пушкина. — Вып. 9. — М., 1991. — С. 283—293
  20. Погодин Ф. О. Теория искусства как основание всеобщей теории бытия (Научная биография А. Г. Габричевского) [Электронный ресурс] // Психологические исследования: Электронный научный журнал, 2011. — Appendix 3 (17) [1] 2021 йылдың 21 ноябрь көнөндә архивланған.
  21. О выпуске в обращение памятных монет из драгоценного металла. Дата обращения: 31 июль 2018. Архивировано 31 июль 2018 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Тинторетто