Эстәлеккә күсергә

Украинаның дәүләт ҡоролошо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Украинаның дәүләт ҡоролошо
Рәсем
Дәүләт  Украина
 Украинаның дәүләт ҡоролошо Викимилектә

Украина унитар парламент-президент республикаһы булып тора. Хөкүмәте — краинаның Министрҙар кабинеты. Юғары закондар сығарыусы органы — Украинаның Юғары Радаһы.

Украинаның бойонлороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән һуң, 1991 йылғы референдум арҡаһында, Украинала яңы Конституцияны әҙерләү буйынса парлмаент комиссияһы ойошторолған. 1996 йылдың 28 июнендә яңы демократик Конституция ҡабул ителгәндән һуң күп паритиялы сәйәси система (плюрализм) нигеҙләнгән һәм Украина граждандарының төп хоҡуҡтары һәм иректәре билдәләнгән.

Конституцияға ярашлы украин теле Украинаның дәүләт теле булып тора. Украина халҡының этник төркөмдәренә туған телендә белем алырға, мәҙәниәтте үҫтерергә, шулай уҡ көндәлек тормошта милли телдәрҙе ҡулланыуға һәм хуплауға хоҡуҡ гарантиялана.

Конституция шулай уҡ дин тотоу иреген гарантиялай, шул уҡ ваҡытта дини берекмәләр урындағы үҙидара органдарында теркәлеү процедураларын үтергә тейеш.

Дәүләт власы органдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украина парламент-президент республикаһы булып тора.

Украинаның дәүләт власы системаһында властарҙы бүлеү принцибы эшләй, йәғни дәүләт власы бер-береһенән бойондороҡһоҙ булған өс тармаҡҡа бүленгән: закондар сығырыу, башҡарма һәм суд.

АҠШ-тың Стратегик һәм халыҡ-ара тикшеренеүҙәр үҙәге аналитиктарының фекере буйынса, Украинаның дәүләт институциялары хәҙерге Европа демократияһы һәм баҙар иҡтисадына һаманда яраҡлашмаған, ә ил асыҡ һәм дөйөм ҡабул ителгән конституцион инфраструктура дефицитынан йонсой. Был Америка-Европа хеҙмәттәшлегенең күҙәтеү отчетында сағылыш тапҡан, бында 2008 йыл өсөн мәғлүмәттәр буйынса Украина бойондороҡһоҙлоғоноң 16 йыллығына баһа бирелгән. Был документты төҙөүселәр күҙҙалауынса, 1996 йылғы Украина Конституцияһына күп тапҡыр төҙәтмәләр индереүҙәр ике мәғәнәлелек һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы төҙәтмәгән, хөкүмәттең эшмәкәрлеге аныҡ закондар базаһы менән тәьмин ителмәгән, ә президент менән парламент араһындағы вәкәлләттәрҙе бүлешеү конкретлаштырыуҙы талап итә[1]. Хкүмәттең үҙ функцияларын башҡарыуы үтә күренмәле түгел һәм бизнесты көйләү, приватизация, һалым һалыу һымаҡ һәм башҡа эшмәкәрлек өлкәләрендә коррупция өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙыра[2].

Украинала башҡарма власть үтәйҙәр: украин дәүләтенең башлығы — Украина президенты һәм хөкүмәт — Украинаның Министрҙар кабинеты. Украина премьер-министры башҡарма власттең юғары органы — Министрҙар кабинетының башлығы булып тора[3]. Конституцияға төҙәтмәләр буйынса, 2006 йылдан президент власы сикләнелгән, уның ҡайһы бер вәкәләттәре хөкүмәт (Министрҙар кабинеты) һәм парламент (Юғары Рада) араһында бүленгән.

  • Аграр сәйәсәте һәм аҙыҡ-түлек министрлығы
  • Эске эштәр министрлығы
  • Экология һәм тәбиғи ресурстары министрлығы
  • Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы
  • Энергетика һәм күмер сәнәғәте министрлығы
  • Сит ил эштәр министрлығы
  • Мәғлүмәти сәйәсәт министрлығы
  • Инфраструктура министрлығы
  • Мәҙәниәт министрлығы
  • Йәштәр һәм спорт министрлығы
  • Украинаның ваҡытлыса оккупацияланған территориялар мәсьәләләре буйынса министрлыҡ
  • Оборона министрлығы
  • Мәғариф һәм фән министрлығы
  • Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
  • Төбәк үҫеше, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы
  • Социаль сәйәсәт министрлығы
  • Финанс министрлығы
  • Юстиция министрлығы

Закондар сығарыу власы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украинаның Юғары Радаһы (укр. Верховна Рада України) — Украинала берҙән-бер занкондар сығарыусы власть органы. Рада бер палаталы парламент булып тора һәм 450 урындан (депутаттан) тора. Депутаттарҙы комплектациялау 5 йыл мөҙәткә партия исемлектәре буйынса (пропорциональ система) башҡарыла.

Украина судтары системаһы

Украинала артабанғы судтар эшләй:

  • Украинаның Конституция суды
  • Украинаның Юғары суды
  • Юғары махсуслашҡан судтар:
    • Украинаның Юғары административ суды
    • Украинаның Юғары хужалыҡ суды
  • Апелляцион судтар
  • Урындағы судтар

Хөкөм эшенең юғары советы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары профессиональ суд корпусын формалаштырыу өсөн яуаплы булған Украинаның коллегиаль бойондороҡһоҙ органы. Хөкөм эшенең юғары советына 21 ағза инә, шуларҙың унауһы судьялар съезында һайлана, икешәр ағзаны президент, Юғары Рада, адвокаттар, прокурорҙар һәм юридик фәнни һәм уҡыу учреждениелары уҡытыусылары ебәрә. Юғары суд рәйесе Хөкөм эшенең юғары советы составына вазифаһы буйынса инә.

Парламент партиялары (8-се саҡырылыш Украинаның Юғары Радаһы)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Партия атамаһы Партия лидеры Фракция етәксеһе Фракцияның һаны[4]
«Петр Порошенко блогы» Ю. В. Луценко 136
«Халыҡ фронты» А. П. Яценюк М. Ю. Бурбак 81
«Оппозиция блогы» Ю. А. Бойко 43
«Самопомощь» А. И. Садовый О. Р. Березюк 26
«Олег Ляшконың радикаль партияһы» О. В. Ляшко 21
«„Батькивщина“ бөтә украин берекмәһе» Ю. В. Тимошенко 19
  1. J. Bugajski, S. Pifer, K. Smith, C. Wallander. Ukraine's Shortcomings and Setbacks // Ukraine. A Net Assessment of 16 Years of Independence. — CSIS, 2008. — P. 15. — (History). — ISBN 978-0-89206-527-1.
  2. J. Bugajski, S. Pifer, K. Smith, C. Wallander. Political Shortcomings // Ukraine. A Net Assessment of 16 Years of Independence. — CSIS, 2008. — P. 14. — (History). — ISBN 978-0-89206-527-1.
  3. Раздел 6. Кабинет министров Украины. Другие органы исполнительной власти. pravoved.in.ua. Дата обращения: 2 октябрь 2018.
  4. Депутатські фракції і групи VIII скликання.

Ҡалып:Украина в темах