Австрияның дәүләт ҡоролошо
Австрияның сәйәси структураһы демократия принциптарына ҡоролған. Австрия — парламентлы федератив республика. Дәүләт ҡоролошон бөтәһенән элек 1920 йылда ҡабул ителгән Конституция билдәләй.
Дәүләт башлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Президент дәүләт башлығы булып тора, ул бөтә халыҡ тауыш биреү юлы менән алты йылға һайлана. Президент посына һайланыу өсөн дәғүәсегә күпселек тауышты йыйырға кәрәк. 2004 йылдың 8 июленән был посты Австрияның Социал-демократик партияһы ағзаһы Хайнц Фишер биләй. Йәмәғәт фекерен белешеүгә ярашлы, әлеге президент хәҙерге Австрияла иң популяр сәйәсмәндәрҙең береһе һанала. 2010 йылдың 25 апрелендәге президент һайлауында ла Хайнц Фишер еңә.
Закондар сығарыу власы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Закодар сығарыу власын Австрияның ике палаталы парламенты (Федераль йыйылыш) тормошҡа ашыра, ул Милли һәм Федераль советтарҙан тора. Милли совет — Национальрат — халыҡ тура һайлау юлы менән дүрт йылға үҙ вәкиле итеп һайлаған 183 депутаттан тора. Милли совет закондар ҡабул итә, унан һуң был закондар Федераль совет тарафынан хупланырға тейеш. Парламенттың юғары палатаһы — Бундесрат — федераль ерҙәрҙең вәкилдәренән торған орган. Юғары палатаның 62 вәкиле ерҙәрҙең парламенттары (ландтагтар) тарафынан һайлана, туғыҙ федераль ерҙең һәр ҡайһыһы, халҡының һанына ҡарап, ландтагҡа өстән алып ун икегә тиклем вәкил ебәрә. Бундесрат илдең сәйәси тормошона ҙур йоғонто яһамай, ҡайһы бер закондарҙы ҡабул итеү өсөн Бундесраттың хуплауы кәрәк тә түгел. Бундесратҡа һуңғы һайлау 2013 йылдың сентябрендә була.
Башҡарма власть
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡарма власть органдары: башында федераль канцлер торған федераль хөкүмәт, Австрияның ҡораллы көстәре, полиция, шулай уҡ барлыҡ федераль ведомстволар. Бундесканцлерҙың кандидатураһы, Милли совет вәкилдәренең күпселегенең фекеренә таянып, Федераль президент тарафынан тәғәйенләнә. 2008 йылдың декабренән Австрияның федераль канцлеры посын Социал-демократик партия ағзаһы Вернер Файман биләй.
Суд власы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә судьяларҙы юстиция министрлығы тәғәйенләй. Австрияның дөйөм юрисдикция судтары системаһына дүрт кимәлдәге судтар инә: 1) район судтары, 2) ер судтары, 3) дүрт апелляция суды, 4) юғары суд[1]. Шулай уҡ асыҡ хоҡуҡ судтары бар, уларға түбәндәгеләр инә: юғары административ суд һәм конституция суды (1920 йылда ойошторолған; донъяла иң боронғо иҫәпләнә). Австрияның хоҡуҡ системаһы хоҡуҡ системаһының роман-герман тармағына ҡарай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ А. В. Пронин. Судебная система Австрийской Республики // Электронное приложение к Российскому юридическому журналу. 2012. № 6. С. 25-31.