Эстәлеккә күсергә

Украина дәүләт фискаль хеҙмәте университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Украина дәүләт фискаль хеҙмәте университеты
Нигеҙләү датаһы 1921
Дәүләт  Украина[1]
Административ-территориаль берәмек Ирпень
Рәсми сайт dpu.edu.ua
Карта
 Украина дәүләт фискаль хеҙмәте университеты Викимилектә

Украина дәүләт һалым хеҙмәте университеты Украина (УДФСУ) — Ирпень ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто. Украина дәүләт фискаль хеҙмәтенең нигеҙ (база) уҡыу йорто.

Университетта бакалаврҙар, белгестәр, магистрҙар әҙерләй. Иҫәп-иҡтисади, финанс, иҡтисад һәм һалым һалыу, юридик, ситтән тороп уҡыу, хәрби әҙерлек, һалым милицияһы факультеттарында Украинаның бөтә төбәктәренән 12 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ уҡый. Ситтән тороп уҡыу факультеттары Житомир, Винница, Симферополь, Сторожинец (Черновцы өлкәһе), Каменец-Подольск (Хмельницкий өлкәһе).ҡалаларында эшләй. Украина ДФС университеты структураһына Киев финанс-иҡтисад колледжы инә, бында кесе белгестәр әҙерләнә. Бында 500-ҙән ашыу уҡытыусы, уларҙың араһында — 6 академик, 60 доктор, 200-ҙән ашыу фән кандидаты, 55 профессор һәм 137 доцент. 2013 йылдың июленә университеттың ректоры — Мельник Птр Владимирович .

2015 йылдың 11 ноябрендә Украина министрҙар кабинеты күрһәтмәһе менән Украина Милли дәүләт һалым хеҙмәте университеты Таможня эштәре дәүләт милли ғилми-тикшеренеү институты, Финанс хоҡуғы фәнни-тикшеренеү институты бергә ҡушылып, яңы Украинаның фискаль хеҙмәте дәүләт университеты[2] булдырыла.

Уҡыу йортоноң тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украина торф техникумы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украина Милли дәүләт һалым хеҙмәте университетының тарихы 1921 йылда Киев ҡалаһы, Тимофеевский урамы, 12 адресы буйынса урынлашҡан Украин торф техникумынан башлана. Техникумдың беренсе директоры итеп Украина Фәндәр академияһы ағзаһы Б М. Клопотов тәғәйенләнә. Техникум юғары уҡыу йорто тип иҫәпләнә, уны тамамлағандан һуң, тыңлаусыларға инженер-торфмейстер һәм торф табыу технигы квалификацияһы бирелгән. Ҡыҫҡартылған программа буйынса тәүге сығарылыш 1922 йылда була.

Ирпень торф техникумы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1932 йылда, торф уҡытыу-производство комбинаты составында «Ирпень торф техникумы» тигән атама менән, техникум Киевтан Ирпень ҡасабаһына күсерелә. Комбинат директоры итеп Ф. А. Сербин тәғәйенләнә. Тәүге 20 йыл эсендә техникумда 4 меңдән ашыу белгес әҙерләнә.

Ирпень тау-яғыулыҡ техникумы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1943 йылдың 6 ноябрендә 74-се уҡсылар дивизияһы яугирҙары Ирпенде азат итә. Оккупация ваҡытында техникум емертелә, ә инде 1944 йылдың мартында ул «Ирпень тау-яғыулыҡ техникумы» тигән исем менән эшен яңырта. Директор итеп Й. Н. Любий, ә һуңынан П. А. Коломинов тәғәйенләнә. 1944—1945 уҡыу йылында техникумдың беренсе курсына 120 кеше, икенсе йылда — 38 кеше, өсөнсө йылда — 12 кеше, дүртенсе йылда — 4 кеше ҡабул ителә. Студенттар техникумды тергеҙеүҙә ҡатнаша, шулай уҡ спорт секцияларында, түңәрәктәрҙә, художестволы үҙешмәкәрлектә шөғөлләнә. 1946 йылда һуғыштан һуңғы сығарлышта 13 белгес уҡыуын тамамлай. 1947 йылдан техникумды А. С. Кухарук етәкләй. 1951 йылда яңы уҡыу корпусы (хәҙер университеттың төп корпусы), 1955 й. — дөйөм ятағы һәм уҡытыусылар өсөн торлаҡ йорт һәм дөйөм ятаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Тап шул саҡта матур парк зонаһында урынлашҡан студенттар ҡаласығы барлыҡҡа килә. 1960 йылда техникумда «Силикаттар технологияһы», «Сәнәғәт предприятиеларында технологик ҡорамалдар», «Металды киҫеп эшкәртеү» специальностары индерелгән.

Ирпень индустриаль техникумы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1961 йылда Ирпень тау-яғыулыҡ техникумы Ирпень индустриаль техникумы итеп үҙгәртелә. 1968 йылда унда ун һөнәр буйынса белгестәр әҙерләнгән. 1946-1968 йылдар дауамында 3800 белгес әҙерләп сығарыла. 1969 йылда техникум үҫешендә яңы этап башлана. Техникум директоры итеп Владимир Иванович Павленко тәғәйенләнә. Техникумда 20 йыл етәксе булып эшләү осоронда заманса уҡытыу-матди базаһы ойошторола. Халыҡ хужалығы өсөн белгестәр әҙерләүҙәге емешле эшмәкәрлеге өсөн В. И. Павленко Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, уға «Украин ССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә. 1975 йылдан бирле, Киев ҡалаһы һәм өлкәһе техникумдарының техник ижад күргәҙмәләрендә ҡатанашып, Ирпень индустриаль техникумы беренсе урынды биләй. 1980 йылда техникум түбәндәге һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләй: «Халыҡ хужалығы тармаҡтарында иҡтисад һәм планлаштырыу», «Хужалыҡ эшмәкәрлегендә бухгалтер иҫәбе, контроль һәм анализ», «Станоктарҙа һәм автоматик линияларҙа материалдар эшкәртеү», «Предприятиеларҙа һәм йәмәғәт биналарында электр ҡорамалдарын монтажлау һәм эксплуатациялау», «Программа менән идара ителеүсе станоктарҙы һәм робот-техник комплекстарын эксплуатациялау», «Программа менән идара ителеүсе электрон ҡоролмалар һәм автоматлаштырылған етештереү ҡорамалдарының төҙөлөүе һәм эксплуатациялау», «Торф етештереүҙә механизациялау һәм автоматлаштырыу», «Полимер материалдан эшләнмәләр һәм көпләүҙәр етештереү», «Инструменталь етештереү». 1986 яңы специальность «Программа һәм һанлы идара итеү станоктарын ҡулланыу һәм көйләү». 1969 йылдан 1990 йылға тиклем 16 653 белгес сығарылған. Шул саҡта иҡтисади специальностар техникумдың өҫтөнлөклө йүнәлеше булды.

Ирпень финанс-сәнәғәт колледжы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылда индустриаль техникум үҙгәртеп ҡороу йылдарында яңы типтағы урта уҡыу йорто — Ирпень индустриаль техникумы (колледж) тип үҙгәртеп ҡорола. Ул торф етештереү механиктарын, механик-электриктарын, металл эшкәртеү буйынса технологтар, пластмасса әйберҙәр технологтары, машиналар етештереү производствоһы бухгалтерҙары, плановик-экономистары, программа менән идара ителеүсе станоктар наладчиктары, банк эше белгестәре әҙерләгән. 1991 йылда колледж директоры итеп техникумды 1976 йылда тамамлаусы иҡтисади фәндәр кандидаты Мельник Пётр Владимирович тәғәйенләнә. Украина юғары уҡыу йорттары менән берлектә кадрҙарҙы баҫҡыслы әҙерләү тормошҡа ашырыла. Сығарылыш уҡыусылары уҡыуҙарын дауам итеү өсөн юлланды Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университетына, Киев политехник институтына, Халыҡ хужалығы институтына, Киев еңел сәнәғәт институтына, Ровно һыу хужалығы инженерҙары институтына һәм шуға оҡшаш башҡа уҡыу йорттарына йүнәлтелгән. 1995 йылда Ирпень индустриаль техникумы (колледжы) Ирпень финанс-сәнәғәт колледжы итеп үҙгәртелә.

Украина финанс-иҡтисади институты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1996 йылда Ирпень финанс-сәнәғәт колледжы нигеҙендә Украина Финанс министрлығына буйһонған Украин финанс-иҡтисад институты булдырыла, ә 1996 йылдың 5 ноябренән ул Украинаның Дәүләт һалым хакимиәте ҡарамағына тапшырыла. Ректоры итеп П. В. Мельник тәғәйенләнә. Институт киләһе квалификация кимәле: кесе белгес; бакалавр; белгес буйынса белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра. Биш факультет: финанс-иҡтисади, юридик, иҫәп-экономика факультеты, һалым милицияһы (1997 й.) булырыла, Ситтән тороп уҡыу факультеты һәм ун ете кафедрра булдырыла. Украина Министрҙар Кабинеты Постановлениеһы менән институт структураһында Украинаның Дәүләт һалым хеҙмәте өсөн кадрҙарҙы ҡабаттан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү Үҙәге булдырыла.

Украинаның дәүләт һалым хеҙмәте милли академияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылда Украина Министрҙар кабинеты ҡарарына ярашлы, Украина финанс-иҡтисад институты нигеҙендә Украина дәүләт һалым хеҙмәте Академияһы булдырыла. Академияны иҡтисад фәндәре докторы, профессор Мельник Пётр Владимирович етәкләй. Академия коллективы милли мәғариф һәм фән үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн, Украина Президентының 2003 йылдың 21 авгусында сыҡҡан 870/2003-сө Указы менән ГПС Академияһына милли статусы бирә.

Украина дәүләт һалым хеҙмәте милли университеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылдың 23 авгусы Украина Министрҙар кабинетының 472-р Бойороғо Дәүләт һалым хеҙмәте милли академияһы Украина дәүләт һалым хеҙмәте милли университеты тип үҙгәртелә.

Украинаның Фискаль хеҙмәте дәүләт университеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украина Министрҙар Кабинеты 2015 йылдың 11 ноябрендә баҫылған «Украинаның дәүләт фискаль хеҙмәте университеты булдырыу тураһында» 1184-р һанлы бойороғона, Украина Дәүләт фискаль хеҙмәтенең 2016 йылдың 15 ғинуарҙа донъя күргән 35-се һанлы «Украина Дәүләт һалым хеҙмәте милли университетын үҙгәртеп ҡороу тураһында» бойороғона ярашлы, Украина дәүләт һалым хеҙмәте милли университеты Украина дәүләт фискаль хеҙмәте милли университеты тип үҙгәртеп ҡорола.

2013 йылдың июлендә Киев өлкәһе Прокуратураһы Украина 2012 йылғы Футбол буйынса Европа Чемпионатына әҙерләнеү барышында бюджет аҡсаларын файҙаланыуҙа, атап әйткәндә, төҙөлөш-монтаж эштәре килешеүе өлөшләтә генә эшләнеүенә ҡарамаҫтан, улар өсөн 10 миллион гривна аҡса һалыныуы йәки закон боҙоуҙар асыҡланды.[3] .

  • Университетының рәсми сайты 2019 йыл 2 март архивланған.
  • Л. С. Сердобінцева. Державної України служби академияһы податкової // України Енциклопедія сучасної : [ук.] : 30 т. / України Н, Товариство ім наукова. Шевченка, Досліджень енциклопедичний Н України Інститут[uk]. — К., 2001—…. — ISBN 944-02-3354-X.