Украина коммунистик журналистика институты
Украина коммунистик журналистика институты | |
Тармаҡ | Журналистика |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1926 |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Харьков |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1941 |
Украина коммунистик журналистика институты (укр. Український комуністичний інститут журналістики) — Украинаның Харьков ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто. 1926 йылдан 1941 йылға тиклем эшләгән. Артём исемендәге Коммунистар университеттың журналистика факультеты базаһында төҙөлгән.[1]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Совет осоронда Украинала юғары журналист белеме беренсе тапҡыр Харьковтағы Артём исемендәге Коммунисттар университетында уҡытылған. Коммунисттар университеты КП(б)У Үҙәк Комитетының 1922 йылдың 1 апрелендәге ҡарары нигеҙендә Харьков КП(б)У Үҙәк Комитетының үҙгәртеп ҡоролған Юғары партия мәктәбе базаһында партия һәм профсоюз кадрҙары әҙерләү өсөн ойошторола.[2]
1926 йылда Артём исемендәге Коммунисттар университеты журналистика факультеты базаһында матбуғат хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү өсөн махсус юғары уҡыу йорто — өс йыл уҡыу срогы булған журналистиканың Украина коммунистик институты ойошторола.[3]
Яңы вузда эшселәр факультеты булған, шулай уҡ төп һөнәри курс булараҡ, совет журналистикаһы теорияһы һәм практикаһы, полиграфия һәм нәшриәт эше нигеҙҙәре кеүек фәндәр уҡытылған.[3]
1933-1939 йылдарҙа институтта украин теле филология өлкәһендәге билдәле ғалим Ю. В. Шевелев эшләгән.
1941 йылда немецтәр Харьковҡа яҡынайған ваҡытта Украина коммунистик журналистика институты Алматыға эвакуациялана. Ҡаҙағстан университетына журналистика факультеты булараҡ инеп китә һәм вуз үҙаллылығын юғалта.[3]
Билдәле остаздар һәм тамамлаусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уҡытыусылар: Ю. Шевелев-Шорох, А. Финкель, П. Гузюк, В. Сухин-Хоменко, А. Грузинский һәм башҡалар.[3]
Институт тамамлаусы билдәле яҙусылар һәм журналистар: А. Борканюк, Ф. Мицик, А. Хорунжий, М. Нагнибеда, М. Зарудный, И. Грекул, М. Шаповал, И. Туряница, И. Педанюк, П. Резников, И. Цюпа, Д. Прилюк, П. Шапран, М. Белогуров, Д. Шлапак, П. Цыбульский, А. Зозуля, П. Гузюк, М. Романченко, А. Однороманенко, М. Кузнецов, Иван Савич, А. Деркач, М. Подолян, Б. Бабий, И. Петрущак һәм башҡалар.[3]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ УКРАЇНСЬКИЙ КОМУНІСТИЧНИЙ ІНСТИТУТ ЖУРНАЛІСТИКИ. 2 декабрь 2020 тикшерелгән.
- ↑ Розвиток журналістської освіти в Україні (Тетяна Трачук) - Мої статті - Каталог статей - Журналістика. 2 декабрь 2020 тикшерелгән.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 І. Л. Михайлин Основи Журналiстики - 5-те видання, перероблене та доповнене. (рус.) (2011). 2 декабрь 2020 тикшерелгән.