Эстәлеккә күсергә

Уайт Уотсон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Уотсон, Уайт битенән йүнәлтелде)
Уайт Уотсон
White Watson
Тыуған көнө

10 апрель 1760({{padleft:1760|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Шеффилд, Англия

Вафат булған көнө

8 август 1835({{padleft:1835|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (75 йәш)

Вафат булған урыны

Бейквелл, Бөйөк Британия

Ил

 Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]

Атаһы

Самуэль Уотсон

Әсәһе

Марфа Уайт

Тормош иптәше

Энн Торпе

 Уайт Уотсон Викимилектә
Уайтом эшләгән тау киҫелеше рәсеме; Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы коллекцияһынан

Уайт Уотсон (ингл. White Watson; 10 апрель 1760 йыл — 8 август 1835 йыл) — инглиз геологы, скульпторы, ташсыһы һәм минералдар һатыусыһы. Ул замандағы бик күп белемле кешеләр менән аралаша, бер нисә сәнғәт һәм фән өлкәһендә белемле була, был уға бер үк ваҡытта яҙыусы, шағир, журналист, уҡытыусы, ботаник, баҡсасы, геолог һәм минералдар өйрәнеүсе булырға булышлыҡ итә. Геология, ҡаҙылма байлыҡтар, флора һәм фауна буйынса үҙенең рәсемдәре төшөрөлгән көндәлек һәм китаптар яҙып бара. Был өлкәлә мөһим фәнни эштәрен баҫрып сығара.

Художник булараҡ ул ҡағыҙҙа һәм мәрмәр таҡтала төшөрөлгән силуэт картиналары менән билдәле була.

Уотсон 1760 йылдың 10 апрелендә Уайтли Вуд Холл ҡалаһында (Whitely Wood Hall) тыуа. Уның атаһы Самуэль Уотсон (Samuel Watson), әсәһе — Марфа Уайт (Martha White). Олатаһы һәм олатаһының атаһы (икеһенеңдә исеме Самуэль Уотсон) скульптор һәм ташсы булалар, 1687—1706 йылдарҙағы Чатсуорт-хаус төҙөлөшөндә ҡатнашалар.

Уайт бала саҡтан таштар һәм минералдар менән ҡыҙыҡһына һәм атаһының магазинындағы өлгөләр коллекцияһын йыя башлай. Уның ағаһы Генри Уотсон (Henry Watson) 1750 йылдар башында Бейквелле и Эшфорде-он-зе-Вотерҙы мәрмәр киҫеүсе була һәм Эшфорде-он-зе-Вотерҙы мәрмәр фабрикаһын аса. Генри Уотсон булышлығы менән флюорит һәм эшфорд ҡара минералы һатыу ойошторола, шул иҫәптән 1779 йылда Чартсуорт-Хаусты биҙәү өсөн. 14 йәшендә мәктәпте тамамлап, Уайт Уотсон йәшәргә ағаһына китә һәм унда 1774 йылдың 31 майына тиклем уҡый. Әлеге ваҡытта Шеффильд китапханаһында ҡуйылған үҙе төҙөгән каталог буйынса ул ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтарҙы һәм минералдарҙы ошо уҡ йылда йыя башлай. 1872 йылда ул үҙен скульптор һәм гравёр итеп күрһәтә һәм ағаһының эшендә булышлыҡ итә.

Бәлки, Джон Уайтхёрсттың 1782 йылғы диаграммаһы тәьҫирендәлер, 1785 йылда Уайт таштан эшләнгән "Дербишир тауы секцияһы"н (A Section of a Mountain in Derbyshire) һәм "планшет"ын тәҡдим итә. Был инновацион алым ҡатламдар тураһындағы яңы геологик фәнде аңлатып ҡына бирмәй, Уайтхёрст эшләгәнсә, дөйөм Дербиширҙың стратиграфик страктураһы башҡа тораҡ пункттарҙан айырылыуын күрһәтә. Үҙ ғүмерендә Уотсон аңлатыу яҙмаһы булған йөҙгә яҡын планшет эшләй, яҙмаларындағы эскиздар күпкә күберәк. Ун биштән артыҡ хеҙмәте һаҡланған, күпселегенең һаҡланған урыны билдәле түгел. Ошондай таҡталарҙы Джон Мейв эшләгән.

Генри Уотсон 1786 йылда үлә, һәм уның бизнесы һатыла. Ошо ваҡыттан Уайт эшмәкәрлегенең ҙүр өлөшө ҡәберлеккә һәйкәлдәр эшләү була. 1795 йылда Уотсон Ай йәмғиәтенә һайлана һәм үлгәнсе уның ағзаһы була. Бынан тыш, ул 1800 йылдан Дерби фәлсәфә йәмғиәте ағзаһы.

1808 йылда Уотсон Энн Торпе (Ann Thorpe)исемле ҡатынға өйләнә, ҡатыны 1825 йылда үлә. Уларҙың балалары булмай. Үҙ эше булыуға ҡарамаҫтан, ул, үҙ коллекцияларын һатып, бурыстарын ҡапларға тырыша.

Һайланма әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Observations on Bakewell, post-1798
  • A Catalogue of a Collection of Limestones, 1803
  • A Catalogue of a Collection of Limestones, 1805
  • A Catalogue of a Collection of Limestones, 1805
  • A Catalogue of a Collection of Fossils, 1805
  • A Delineation of the Strata of Derbyshire, 1811. Republished, 1973. ISBN 0-903485-06-0
  • A Collection of Poems, 1812 (intended to accompany the 'Delineation' above)
  • A Section of the Strata forming the Surface in the Vicinity of Matlock Bath in Derbyshire, 1813
  • A Theory on the Formation of Mineral Veins, one-page pamphlet, 1827
  • A Description of Slickensides, one-page pamphlet, 1829
  • Observations on Prismatic Gritstone, one-page pamphlet, 1833