Уралбаев Радий Рәүеф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уралбаев Радий Рәүеф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 сентябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер

Уралбаев Радий Рәүеф улы (рус. Уралбаев Радий Рауфович; 8 сентябрь 1949 йыл) — совет партия һәм сәнәғәт эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уралбаев Радий Рәүеф улы 1949 йылдың 8 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған.

Юғары белемле — 1972 йылда Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын (МДТУ) тамамлаған.

Институт дипломын алғандан һуң Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡан, 1974—1978 йылдарҙа Сибай баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай руднигында экскаватор машинисы ярҙамсыһы булып эшләгән, ВЛКСМ-дың Сибай ҡала комитеты секретары булған. Шул уҡ рудникта тау мастеры, баш инженер урынбаҫары булған.

1978 йылдан алып 1983 йылға тиклем Баймаҡ районы Түбә руда идаралығының баш инженеры.

1983 йылдан КПСС-тың Баймаҡ район комитеты инструкторы, бүлек мөдире вазифаларында хеҙмәт итә.

1985—1993 йылдарҙа — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында тау мастеры, Баймаҡ районы башҡарма комитетының рәйес урынбҫары, Түбәләге «Уралзолото» руднигы директоры булып эшләй.

1993—1999 йылдарҙа «Башзолото» берекмәһенең генераль директоры[2]

Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылда Уралбаев Радий Рәүеф улы Баймаҡ районы, 164-се Таналыҡ һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссияһы ағзаһы булған[3].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ғаиләһендә ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Известные люди Баймакского района 2022 йыл 19 ғинуар архивланған..
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5.
  • Известные люди Баймакского района 2022 йыл 19 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]