Эстәлеккә күсергә

Фәрүәз Урманшин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Урманшин Фәрүәз Фәрғәт улы битенән йүнәлтелде)
Фәрүәз Урманшин
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 май 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Юлыҡ ауылы, Ҡауарҙы ауыл Советы[d], Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы, алып барыусы
Эш урыны «Юлдаш» радиоһы
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Фәрүәз Урманшин (23 май 1970 йыл) — йырсы, радиотапшырыуҙар алып барыусы, театр актёры, ҡурайсы. 2006 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлеге алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).

Фәрүәз Фәрғәт улы Урманшин 1970 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған.

1985 йылда урта мәктәптең һигеҙ синыфын тамамлай һәм 1985-1989 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында уҡый[1].

1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бүлеген (башҡорт музыка фольклоры кафедраһы) тамамлай[1].

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда «Ватан» корпорацияһы ҡарамағындағы «Ватан» фольклор-эстрада төркөмөндә башлай. 1994-1995 йылдарҙа Сибай дәүләт филармонияһында йырсы-солист була, 1995 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында актёр[1].

1999-2001 йылдарҙа «Башҡортостан» теле- һәм радиотапшырыуҙар компанияһы дикторы, ошо уҡ компанияла «Гәлсәр һандуғас» продюсер үҙәгендә өлкән мөхәррир, 2001-2002 йылдарҙа Башҡортостан радиоһында диктор, 2002-2005 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемедәге Сибай башҡорт дәүләт театрында актёр, ә 2006 йылдан — «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлегендә алып барыусы булып эшләй[1].

Студент йылдарынан уҡ төрлө йыр конкурстарында ҡатнаша башлай. 1992 йылда башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Урал моңо-1992», 1996 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары-96», 1997 йылда башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Аманат-1997» республика йыр бәйгеләре лауреаты була.

2012 йылда Фәрүәз Урманшинға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].

2019 йылда Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһендә[3] «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына лайыҡ булды[4].

2019 йылдан — Хеҙмәт ветераны.

2021 йылдың 19 мартында Фәрүәз Урманшинға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (19.03.2021)[6].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012).
  • Башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Аманат-1997» республика конкурсы лауреаты (1997).
  • Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары-96» бәйгеһе лауреаты (1996).
  • Башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Урал моңо—1992» конкурсы лауреаты (1992).
  • «Йөрәк һүҙе-2019» шиғри бәйгеһендә тамашасы һөйөүе номинацияһы (2019).