Уҡ (Силәбе өлкәһе)
Уҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Укское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Укское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны |
1229 кеше (2002)[2], 1094 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 456001 |
Урындағы телефон коды | 35159 |
Уҡ (рус. Ук) — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Әшә районындағы ҡасаба. Уҡ ауыл биләмәһенең үҙәге. Был ауыл биләмәһенең статусы һәм сиктәре, шулай уҡ үҙәге Силәбе өлкәһенең 2004 йылдың 9 июлендә ҡабул ителгән 239-ЗО һанлы «Әшә муниципаль районының, уның составындағы ҡала һәм ауыл биләмәләренең статусы һәм сиктәре тураһында» Законында билдәләнгән[4]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҡ ҡасабаһы тарихи Башҡортостан ерҙәрендә, Башҡортостан сиге буйында урынлашҡан, Әшә ҡалаһының көнбайыш сигендә төйәкләнгән.
Ҡасаба аша Эҫем ҡушылдығы Уҡ йылғаһы аға.
Ул Көрәк, Миңйәр, Әшә, Ләмәҙе, Инйәр йылғалары менән бер рәттән Эҫемдең иң ҙур ҡушылдыҡтары иҫәбенә инә. Ярһыу тау йылғалары ҡушылып Эҫем яҙғыһын ныҡ таша һәм ҡайһы бер йылдарҙа ауыр эҙемтәләр ҙә ҡалдыра. 2002 йылда июнь айындағы көслө ямғырҙар һөҙөмтәһендә Эҫем, Минйәр, Әшә һәм башҡа тораҡ пункттарҙың тәпәш яр буйҙары, автомобиль юлдары, шулай уҡ тимер юл участкаһы ташҡындан зыян күрә, йорт хайуандары һәләк була[5].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[6] | 2010[7] |
1229 | ↘1094 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда ҡасабала халыҡ һаны 1094 кеше тәшкил иткән (569 ҡатын-ҡыҙ һәм 525 ир-ат).
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабала урта дөйөм белем биреү мәктәбе бар[8].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҡ ҡасабаһы исемде үҙе ярында урынлашҡан йылғанан исем алған. "Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге"ндә йылғаның атамаһы үҙ сиратында «уҡ» тигән атыу ҡоралынан килеп сыҡҡан. Әлеге сығанаҡта бәйән ителеүенсә, ошо уҡ Әшә районында Уҡ тарлауығы ла бар, һәм легендалар унда башҡорт халҡының милли ҡаһарманы Салауат Юлаевтың яугирҙары менән батша ғәскәре араһында алыш булғанын бәйән итә[9]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба урамдары селтәре 20 урамдан тора[10].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ru: Ук (приток Тобола)
- ru: Ук (приток Большого Аёва)
- ru: Ук (приток Хачымара)
- ru: Ук (приток Охотского моря)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Закон Челябинской области от 9 июля 2004 года № 239-ЗО «О статусе и границах Ашинского муниципального района, городских и сельских поселений в его составе»
- ↑ https://uraloved.ru/mesta/chelyabinskaya-obl/reka-sim Река Сим
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Каталог организаций посёлка Ук 2014 йыл 13 апрель архивланған. // Catalogfactory.ru
- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан — Уфа: Китап, 2002. — Б. 155. — 256 б. — ISBN 5-295-03192-6
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Ашинский р-н → Ук п.