Эстәлеккә күсергә

У И

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
У И
Гражданлығы:

 Ҡытай

Партия:

Ҡытай коммунистар партияһы[d]

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән, инженер

 У И Викимилектә

У И (ҡыт. упр. 吴仪, пиньинь: Wú Yí; 1938 йылда, Хубэй провинцияһының Ухань ҡалаһында тыуған) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының сәйәси эшмәкәре. Бығаса Пекин мэры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры, ҠХР-ҙың вице-премьеры һәм башҡа вазифаларҙы биләүсе. Ҡытай Коммунистар фирҡәһе Үҙәк комитетының Сәйәси бюроһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ағза.

2004 һәм 2005 йылдарҙа «Forbes» журналы уны донъялағы иң абруйлы икенсе ҡатын-ҡыҙ тип билдәләне (тәүгеһе — АҠШ-тың Дәүләт сәркәтибе Кондолиза Райс)[1]. 2006 йылда шул уҡ исемлектә У И өсөнсө урынға лайыҡ тип табылды.

Көньяҡ-Көнсығыш Азияла атипик пневмония эпидемияһы ваҡытында У И, һаулыҡ һаҡлау министры итеп тәғәйенләнеп, киң билдәлелек ала. Уның эшмәкәрлеге Көнбайышта ла юғары баһалана.

У И бер ҡасан да кейәүҙә булмаған. Был хәл йәмғиәттә күп ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шәхси һорауҙарға У И ошолай яуап бирә: «Әлбиттә, никахһыҙлыҡ яҡлы түгелмен, әммә тормошта миңә никах насип булмағандыр. Еңел-елпе, уйлар-уйламаҫ мөнәсәбәткә ваҡытым да, теләгем дә юҡ ине, шуға ла тормошома етди рәүештә бер кеше лә инмәне»[1].

Яратҡан шөғөлдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытай традицион медицинаһын өйрәнә, урыҫ әҙәбиәтен рәхәтләнеп уҡый.

У И күп кенә Ҡытай һәм ғәрби баҫмаларында «Ҡытайҙың тимер ханымы» тип аталған[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (8 ноябрь (ҡырпағай) 2006 йыл) — РФ менән ҠХР араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн[2].
  • «Ҡытай» айлыҡ журналы — № 5 (31)/Май 2008