Эстәлеккә күсергә

Фарзетдинов Миркашир Миңлеғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фарзетдинов Миркашир Миңлеғәли улы
Тыуған көнө

5 сентябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Яңы Нуғай ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы)[1]

Вафат көнө

28 сентябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (70 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

СССР, Россия

Ғилми даирәһе

магнетизм, квант физикаһы

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы

Альма-матер

Пермь дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

физик

Фарзетдинов Миркашир Миңлеғәли улы (5 сентябрь 1921 йыл, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Яңы Нуғай ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы) — 28 сентябрь 1991 йыл, Өфө) — физик‑теоретик, физика‑математика фәндәре докторы (1973), профессор (1973), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).

Миркашир Миңлеғәли улы Фарзетдинов 1921 йылдың 5 сентябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Яңы Нуғай ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы) крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. 1939 — 1948 йылдарҙа Краснокама районының Яңы Нуғай һәм Яңы Ҡабан ауылы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.

1951 йылда Пермь дәүләт университетының физики-математика факультетын уңышлы тамамлай. Университетта аспирантурала ҡалып физика-математика фәндәре кандидаты ғилми исеменә диссертация яҡлай.

1954 йылдан Стәрлетамаҡ педагогия институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) физика кафедраһы мөдире булып эшләй башлай.

1966 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1968 йылдан — эксперименталь һәм теоретик физика кафедра, 1973 йылдан — теоретик физика кафедраһы мөдире булып эшләй, бер үк ваҡытта 1990 йылға тиклем СССР Фәндәр Академияһының Урал бүлексәһе Башҡортостан фәнни үҙегенең (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге) физика бүлеге лабораторияһы мөдире вазифаһында эшләй.

Фарзетдинов Миркашир Миңлеғәли улы ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем эшләй, 1991 йылдың 28 сентәбрендә 71 йәшендә вафат була, Өфө ҡалаһында ерләнгән[2]. .

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фарзетдинов Миркашир Миңлеғәли улының фәнни эшмәкәрлеге магнетизм теорияһын үҫтереүгә арналған. Уның ҡатнашлығында, Е.А.Туров менәнн берлектә, антиферромагнетиктарҙағы периодик домен структураһының микроскопик теорияһы, ферромагнетиктарҙағы спин тулҡындарының квант теорияһы төҙөлгән. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәте Өфөлә, Мәскәүҙә һәм сит илдәрҙә нәшер ителгән[2].

  1. хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы
  2. 2,0 2,1 Видные деятели науки Башкортостана: Миркашир Фарзтдинов (К 95-летию со дня рождения ученого-физика). Башинформ (5 сентябрь 2016).