Эстәлеккә күсергә

Иҙрисов Фәрит Фәтих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фарит Фатихович Идрисов битенән йүнәлтелде)
Иҙрисов Фәрит Фәтих улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 12 июль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Ырымбур, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дирижёр, композитор
Хәрби звание подполковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы

Иҙрисов Фәрит Фәтих улы (12 июль 1954 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, дирижёр, композитор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Подполковник[1]. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнының музыка авторы[2].

Фәрит Фәтих улы Иҙрисов 1954 йылдың 12 июлендә Ырымбур ҡалаһында тыуған. 1980 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының хәрби-дирижерлыҡ факультетын (Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В. С. Петров класы) тамамлай. Консерваториянан һуң Ульяновск ҡалаһындағы Юғары хәрби-команда элемтә училищеһына оркестр дирижеры итеп ебәрелә, был вазифала 1985 йылға тиклем хеҙмәт итә.

1986 йылда Фәрит Иҙрисов Өфө юғары хәрби авиация летчиктар училищеһының беренсе профессиональ тынлы оркестрын ойоштора, үҙе 1986—1999 йылдарҙа оркестрҙың етәксеһе һәм баш дирижёры була.

2002 йылда Ҙур театрҙа Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, профессор М. Эрмлерҙа стажировка үтә. Стажировка үткәндән һуң 2002 йылда Ф. Иҙрисов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры симфоник оркестрына дирижёр итеп эшкә саҡырыла[2]. Бер үк ваҡытта 2004—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры дирижеры һәм 2011 йылға тиклем Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы булып эшләй.

Фәрит Фәтих улы Иҙрисов «Фауст» (Ш. Гуно), «Бал-маскарад» (Дж. Верди), «Ауыл намыҫы» (П. Масканьи) һәм «Кәмитселәр» (Р. Леонкавалло), «Ҡарһылыу» (Н. Римский-Корсаков), «Урал илселәре» һәм «Аҡмулла» (Заһир Исмәғилев) һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡуйыуҙа ҡатнаша[2] Фәрит Фәтих улының әйтеүенсә, ул Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны музыкаһын республиканың суверенитетын иғлан итер алдынан, 1993 йылда 11-нән 12 октябрға ҡарай төндә яҙған[3]. Гимн музыкаһы башҡорт халыҡ йыры «Урал» нигеҙендә яҙылған.

Бынан тыш, Фәрит Фәтих улы Иҙрисов башҡорт шағирҙары һүҙҙәренә ижад иткән ҡырҡҡа яҡын йыр һәм романс авторы. Башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ көйҙәрен тынлы һәм симфоник оркестр өсөн эшкәртә. рус, башҡорт һәм татар композиторҙарының тынлы һәм симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәренең аранжировкаларын яҙған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)[4]
  • Рәсәй Ҡораллы Көстәренең штаттағы хәрби оркестрҙарының начальниктары — хәрби дирижёрҙары конкурсы лауреаты (Өфө, 1991, 1992).
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы (2023)[5].