Фархшатова Луиза Азамат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фархшатова Луиза Азамат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Яңы Байрамғол, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, сценарий яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Фархшатова Луиза Азамат ҡыҙы (8 март 1953 йыл) — радио һәм телевидение ветераны, журналист, сценарийҙар һәм телевизион фильмдар авторы, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһын ойоштороусы. Рәсәй Федерацияһының Кинематографистар союзы ағзаһы[1]. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2022), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2012)[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова (ҡыҙ фамилияһы - Әхмәҙиева) 1953 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта белемде Уральск мәктәбендә ала.

1978 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлеген тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт АССР‑ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында башлай. Ошо йылдың 1 сентябренән Башҡортостан радиоһының музыкаль мөхәррире була.

1983 йылдың сентябренән — Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының кадрҙар бүлегендә өлкән инспектор, 1990 йылдың ғинуарынан — хаттар бүлеге комментаторы.

1992 йылдың февралендә Луиза Фархшатоваға 1991 йылда яңыртылған Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы составында «Тамыр» балалар студияһын ойоштороу буйынса мөһим бурыстар йөкмәтелә: ул «Тамыр»ҙың художество етәксеһенән уның директорына тиклем хеҙмәт юлы үтә.

Артабан 2000 йылдың октябренән 2006 йылғаса Луиза Фархшатова «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директор урынбаҫары һәм телевидение студияһы директоры булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Документаль фильм сценарийҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ләйсән — Беҙҙең байрам. Хәтирәләр китабы-альбом (2016)[3]
  • Тәҡдир. Ғофран мәсетенең имам хатибы Ғәли Хәсәнов тураһында китап-альбом (2011)
  • Йәшәмеш (ике телдә; 2009)
  • Абдулла. Абдулла Солтанов ижады һәм тормошона арналған китап-альбом (-2008)
  • Йәшәмеш аҡыл йыя (2007)
  • Йәшәмеш ағай булды. «Аҡбуҙат» журналы китабы. (2003)
  • Йәшәмеш ағай, имеш. (2002)
  • Йәшәмеш үҫә. (2000)

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2019 йылдың 2—7 июнендә Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның административ үҙәге Ханты-Мансийск ҡалаһында үткән «Спасти и сохранить» 23-сө Халыҡ-ара экология телефестивале йомғаҡтары буйынса Луиза Фархшатованың «Башҡа таштар. Торатау — ҡабырсаҡ таш» исемле документаль фильмы «Этноэкология (тәбиғәт һәм төп халыҡтар)» номинацияһында еңеүсе тип танылды һәм бәйгенең абруйлы бүләге «Алтын гагара»ға лайыҡ булды[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2022)
  • Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2012)[5]
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының Маҡтау грамотаһы (2002)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994)
  • Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы (2019)[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кинематографисты Башкортостана: 94. Фархшатова Луиза — сценарист 2018 йыл 23 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2018)
  2. Тележурналист Луиза Фархшатова удостоена литературной премии имени Зайнаб Биишевой. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2013, 1 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2018)
  3. В Башкирии написали книгу об одном из самых известных танцевальных ансамблей. Сайт «kp.ru.ufa», 2016, 12 апреля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2018)
  4. В Ханты-Мансийске наградили победителей телефестиваля «Спасти и сохранить». Международный экологический телевизионный фестиваль Спасти и сохранить». Официальный сайт 2020 йыл 15 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июнь 2019)
  5. Лауреаты премии им.З.Биишевой. Луиза Фархшатова. Краеведческий проект «Зайнаб Биишева» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2022)
  6. Луиза Фархшатова удостоена памятной медали к 100-летию Башкортостана (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июнь 2019)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]