Фатих Сеферагич
Фатих Сеферагич | |
босн. Fatih Seferagić | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Сайт | |
Фатих Сеферагич (бос. Fatih Seferagić; 1 март 1995 йыл, Германия) — Босния сығышлы американ Ҡөрьән уҡыусыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фатих Сеферагич 1995 йылдың 1 мартында Германияла тыуған. Милләте буйынса босняк. Уның ғаиләһе тәүҙә Босниянан Германияға, һуңынан АҠШ-ҡа күсеп китә. Тәүге тапҡыр ул Ҡөрьәнде 9 йәшендә семинарияла ятлай башлай, Ҡөрьәнде 13 йәшендә Балтиморҙағы Ислам йәмғиәтендә тамамлай. Бынан һуң тағы ла ике йыл Ҡөрьән уҡытыу методикаһын һәм уҡыуҙың төрлө стилдәрен өйрәнә. Фәтих Далласҡа, Техас штатына юллана, унда ул классик ғәрәп телен Bayyinah Dream программаһында Ноғман Ғәли Хан остазы дәрестәре менән өйрәнә. Хәҙерге ваҡытта ул донъя буйлап сәйәхәт итә, Ҡөрьән уҡыта һәм Хьюстонда йәшәй, унда балалар өсөн Ҡөрьән уҡырға һәм ятларға өйрәтеү буйынса үҙ программаһын ойоштора.
Билдәлелек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фатих Сеферагич Ҡөрьән уҡыуы менән дан тота. Ул социаль селтәрҙәрҙә тиҫтәләрсә миллион тапҡыр ҡаралған. Уның YouTube, Facebook һәм Instagram һәр хисап яҙмаларына (аккаунттарына) миллиондан ашыу кеше яҙылған.