Тютчев Фёдор Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Федор Тютчев битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тютчев Фёдор Иванович
рус. Фёдор Иванович Тютчев
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of the Russian Empire (black-yellow-white).svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 23 ноябрь (5 декабрь) 1803[2][4][…]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Орёл губернаһы[d], Овстуг[d][4][5]
Вафат булған көнө 15 (27) июль 1873[2][4][…] (69 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй империяһы, Петербург губернаһы[d], Пушкин[d][4]
Ерләнгән урыны Новодевичье кладбище в Санкт-Петербурге[d]
Бер туғандары Николай Иванович Тютчев[d] һәм Дарья Ивановна Тютчева[d]
Хәләл ефете Элеонора Ботмер[d] һәм Эрнестина Пфеффель[d]
Сожитель Елена Александровна Денисьева[d]
Балалары Иван Фёдорович Тютчев[d], Мария Фёдоровна Тютчева[d], Анна Фёдоровна Тютчева[d], Дарья Фёдоровна Тютчева[d] һәм Фёдор Фёдорович Тютчев[d]
Нәҫеле Тютчевы[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, дипломат, фәлсәфәсе, сәйәсмән, тәржемәсе
Эш биреүсе Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Сәнғәт йүнәлеше Романтизм
Ойошма йәки клуб ағзаһы Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Жанр лирик шиғриәт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны I степени орден Святого Станислава I степени орден Святого Владимира III степени
Уҡыу йорто Мәскәү университетының тарих-филология факультеты[d]
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Яҙма әҫәрҙәр теле рус теле
Commons-logo.svg Тютчев Фёдор Иванович Викимилектә

Фёдор Иванович Тютчев (рус. Фёдор Иванович Тютчев) — рус яҙыусыһы, шағир, дипломат. Санкт-Петербург Фәндәр академияһы ағзаһы. 1803 йылдың 5 декабрендә Орёл губернаһы, Брянск өйәҙе, Овстуг имениеһында тыуған. 1873 йылдың 27 июнендә Царское Селола үлгән. Санкт-Петербургтағы Новодевичий монастыре ҡәберлегендә ерләнгән.

Мюнхен, Турин ҡалаларында йәшәгән, Гейне, Шеллинг менән таныш булған. Рәсәйҙең әҙәбиәт тормошонда ҡатнашмаған, үҙен әҙип тип атамаған. Шуға ҡарамаҫтан, Тютчевтың 400-гә яҡын шиғырҙары һаҡланған, уларҙың юлдары Рәсәйҙә йыш ҡына телгә алыналар. Уның тәүге шиғырҙары XVIII быуаттағы шиғри ғөрөф-ғәҙәттәр тәьҫирендә яҙылған. 1830-сы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында Европа (бигерәк тә немец) романтизмы йүнәлеше көслө. Уның фәлсәфәүи (медитатив) лирикаһында төп темалар булып ил, кеше ғүмере, тәбиғәт тураһында уйланыуҙар тора. 1840-сы йылдарҙа Рәсәй һәм көнбайыш цивилизациялары араһында булған мөнәсәбәттәргә бағышланған сәйәси мәҡәләләр яҙа. 1850-сы йылдарҙа Тютчев мөхәббәткә бағышланған һәм йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә, унда мөхәббәт бәхетһеҙлек, ҡайғы мәғәнәһендә аңлатыла. Һуңыраҡ был шиғырҙар "Денисьева циклы"на, йәғни шағирҙың Е. А. Денисьева исемле һөйәркәһенә бағышланған шиғырҙар шәлкеменә, инә. 60-70-се йылдарҙа Тютчев ижадында бигерәк тә сәйәси шиғырҙар өҫтөнлөк итә.

Иң танылған шиғыры «Silentium!» — әсенеү менән өндәшмәҫкә саҡыра, сөнки бер кешенең әйткәнен икенсе кеше бер ваҡытта ла һуңынаса аңлап бөтмәй. «Аҡыл менән Рәсәйҙе аңлап булмай», «Әйтелген һүҙҙең ниндәй мәғәнәлә кире әйләнеп ҡайтасағын алдан фаразлап булмай» һәм «Әйтелгән уй ул алдау» тигән шиғри юлдар Тютчевтың иң йыш ҡабатланған афоризмдары.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #11875839X // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 идентификатор BNF: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Пигарёв К. В. Тютчев // Краткая литературная энциклопедияМ.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 7.
  5. А. Горнфельд Тютчев, Федор Иванович // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1902. — Т. XXXIV. — С. 370–374.