Федотов Владимир Валентинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Федотов Владимир Валентинович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 12 июнь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Свердловск өлкәһе, Түбәнге Һырға районы, Михайловск[d]
Һөнәр төрө футболсы, футбол тренеры
Командалағы уйын позицияһы һаҡсы[d]
Спорт командаһы ағзаһы Оренбург[d], Урал[d], Арсенал[d], СОЮЗ-Газпром[d], Сокол[d] һәм Урал[d]
Спорт төрө Футбол

Федотов Владимир Валентинович (12 июнь 1966 йыл) — совет һәм Рәсәй футболсыһы, тренер.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Влади́мир Валенти́нович Федо́тов 1966 йылдың 12 июнендә Свердловск өлкәһенең Түбәнге Һырға районының Михайловск ҡалаһында тыуған.

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйын карьераһының күп өлөшөн Свердловск/Екатеринбург "Уралмаш"ында үткәрә (һуңғы сезонда — "Урал"да), Юғары лигала клуб үткәргән биш миҙгел рәттән команданың төп уйынсыһы була. Юғары кимәлдәге һәм Саратовтың "Сокол"ы өсөн уйнағанда яҡшы уйынсы булыуын раҫлай.

Уйынсы карьераһын тамамлағандан һуң, «Урал»ға тренер эшенә күсә. Оҙаҡ йылдар Александр Побегалов менән бергә эшләй, Побегаловтың отставка һорап яҙған ғаризаһынан һуң баш тренер вазифаһын башҡара. 2009 йылдың 16 июленән 2010 йылдың май айына тиклем рәсми рәүештә Екатеринбург клубына етәкселек итә. Шунан һуң клубтың тренер-селексыһы була. 2011 йылдың 12 ғинуарынан «Металлург-Кузбасс» клубына етәкселек итә. Уны беренсе дивизионға сығара, артабан команданы турнирҙа ҡалдыра (15-се урын), ләкин клуб, финанс-ойоштороу проблемалары арҡаһында, класлығын түбәнәйтә. 2013 йылдың 16 июнендә клубтан китә[1] 2015 йылдың беренсе яртыһында — Каменск-Уральскийҙың өлкә кимәлендә сығыш яһаған Синара һәүәҫкәр футбол клубының баш тренеры[2][3]. 2015 йылдың 28 июненән 2017 йылдың 5 июненә тиклем «Газсы/Ырымбур» клубының тренер штабында, 14 августан Мәскәү "Арарат"ында эшләй[4][5]. Ике көндән һуң клубтан китә[6]. 17 августа «Ырымбур» футбол клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнә[7]. «Ырымбур»ҙы 13-сө урындан (клуб 2017/2018 йыл беренселегенең һигеҙ турынан һуң биләгән урыны) беренсе урынға сығара, уны Премьер-лигаға индерә[8].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйынсы булараҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Беренсе дивизион еңеүсеһе: 2000 («Сокол»)
  • Интертот о Кубогы ярымфиналисы: 1996 («Уралмаш»)

Баш тренер булараҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Икенсе дивизион еңеүсеһе («Восток» зонаһы): 2011/12 («Металлург-Кузбасс»)
  • Футбол милли лигаһы Беренселеге еңеүсеһе: 2017/18 («Ырымбур»)

Тренер булараҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Футбол милли лигаһы Беренселеге еңеүсеһе: 2015/16 («Ырымбур»)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]