Филинов Борис Владимирович
Филинов Борис Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 март 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | рәссам |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Филинов Борис Владимирович (23 март 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы, график, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, «Евразия Художество Союзы» ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Владимирович Филинов 1954 йылдың 23 мартында Өфө ҡалаһында тыуа. Бала сағынан һынлы сәнғәт менән мауыға. 1975 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай, һөнәре буйынса рәссам-биҙәүсе. Хәрби хеҙмәттән һуң автовокзалдар берекмәһендә рәссам-биҙәүсе булып эшләй. 1982 йылда Башпотребсоюздың реклама комбинатында бригадир булып эшләй, унда магазин, универмаг, кафе һәм ресторандар биҙәү эштәрен башҡара. 1986—1987 йылдарҙа һаңғырау балалар өсөн интернат-мәктәптә рәсем уҡытыусыһы булып эшләй. 1987 йылдан 1989 йылға тиклем «Мир» производство берекмәһендә сәнәғәт эстетикаһы бюроһының өлкән рәссамы булып эшләй.
1989 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 1990 йылда «Сағылыш» художество төркөмөн ойоштора.
Республика, төбәк, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара, шулай уҡ сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Рәссамдың эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәссамдың эштәре Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Германия, Финляндия, Польша, Израиль, Латвия, Украинаның шәхси коллекцияларында һаҡлана. «Иҫке Өфө» график серияһы Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы вәкиллегендә һаҡлана. «Аленький цветочек» картинаһы рәссам тарафынан Өфөләге С. Т. Аксаков йорт-музейына тапшырыла.
Ижади биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Күргәҙмә исеме | Ҡала | Уҙғарыу урыны | Күргәҙмә статусы |
---|---|---|---|---|
1973 | Күргәҙмә, Өфө сәнғәт училищеһы юбилейына арналған | Өфө | БАССР Рәссамдар союзының үҙәк күргәҙмәләр залында | Төркөм, төбәк |
1989 | Рәсем сәнғәте, графика | Өфө | Ҡала китапханаһы № 6 | Шәхси, ҡала |
1990 | «Аҙым», ХГ составында «Сағылыш» | Өфө | Ижтимағи-сәйәси үҙәге | Төркөм, төбәк |
1990 | «Зигзаг», ХГ составында «Сағылыш» | Өфө | Ижтимағи-сәйәси үҙәге | Төркөм, төбәк |
1990 | «ТУЗ», ХГ составында «Сағылыш» | Өфө | РТИ мәҙәниәт һарайында (хәҙер. УЗЭМИК) | Төркөм, төбәк |
1990 | «Сағылыш», ХГ составында «Сағылыш» | Өфө | БАССР Рәссамдар союзының кесе күргәҙмәләр залында | Төркөм, төбәк |
1990 | «Путь к истокам» | Өфө | М. В. Нестеров исемендәге музей | Коллектив, төбәк |
1991 | Рәсем сәнғәте, графика | Өфө | БАССР Рәссамдар союзының кесе күргәҙмәләр залында | Шәхси, төбәк |
1991 | Рәсем сәнғәте, графика (ХГ составында «Сағылыш») | Силәбе | Силәбе өлкәһендә Рәссамдар союзы күргәҙмәләр залы | Төркөм, төбәк |
1991 | Рәсем сәнғәте, графика (ХГ составында «Сағылыш») | Стәрлетамаҡ | Тыуған яҡты өйрәнеү музейы | Төркөм, төбәк |
1992 | «Сағылыш» (ХГ составында «Сағылыш») | Өфө | БАССР Рәссамдар союзының үҙәк күргәҙмәләр залында | Төркөм, төбәк |
1993 | Рәсем сәнғәте, графика (ХГ составында «Сағылыш») | Өфө | Мәҙәниәт һарайы Нефтехимик | Төркөм, ҡала |
1993 | Рәсем сәнғәте | Өфө | Кинотеатр «Еңеү» | Шәхси, ҡала |
2009-2011 | Рәсем сәнғәте, графика | Санкт-Петербург | Башҡортостан Республикаһы Вәкиллеге | Шәхси, федераль |
2011 | «Инь-Ян», һынлы сәнгғәт | Мәскәү | Рәсәй дәүләт үҙәк хәҙерге заман тарихы музейы | Төркөм, халыҡ-ара |
2011 | «Өс ҡала монотипияһы vi халыҡ-ара фестивале» | Мәскәү, Санкт-Петербург, Хельсинки | - | Төркөм, халыҡ-ара |
2011 | «Натюрморт» | Өфө | РФ Рәссамдар союзының үҙәк күргәҙмәләр залында, Башҡортостан | Төркөм, төбәк |
2011 | «Бубен шамана» (график) | Өфө | Н.Латфуллин исемендәге хәҙерге заман сәнғәте музейында. | Шәхси, ҡала |
Мәҙәни әһәмиәтле проекттарҙа ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012—2013 йй. — «Урал Батыр» (реж. Булат Йосопов) циклынан башҡорт ҡобайырҙары тураһында документаль фильмының рәссамы-иллюстраторы
2013 й. — «Визит» тарихи нәфис фильмдың рәссамы (реж. Булат Йосопов), 2017 йыл — «Беренсе Республика» (реж. Булат Йосопов) «Бабич» тарихи нәфис фильмдың рәссамы-иллюстраторы (реж. Булат Йосопов)
Каталогтары һәм баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. 2011г. VI Международный фестиваль монотипии — Санкт-Петербург, галерея Центр книги и графики. 2."Новые лица в Искусстве"(участники конкурса живописи, Том 3)Москва 2011-2014г. 3."Новые лица в Искусстве"(участники конкурса графики, Том 2) Москва 2011-2014г. 4. 2014 г. «Золотой век русской литературы» в РЦНК в Берлине с 26 ноября по 10 декабря 2014г.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- с. 179, «Художественные группы и объединения», Башкирская энциклопедия, том.7, ф-я, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», Уфа — 2011 г.
- Каталог выставки 2011г. VI Международный фестиваль монотипии — Санкт-Петербург, галерея Центр книги и графики.
- Каталог выставки «Новые лица в Искусстве»(участники конкурса живописи, Том 3)Москва 2011-2014г.
- Каталог выставки «Новые лица в Искусстве»(участники конкурса графики, Том 2) Москва 2011-2014г.
- Каталог выставки «Золотой век русской литературы» в РЦНК в Берлине с 26 ноября по 10 декабря 2014г.