Флорес диңгеҙе
Флорес диңгеҙе | |
---|---|
![]() | |
Майҙаны | 115 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 5234 м |
Уртаса тәрәнлек | 1522 м |
Флорес диңгеҙенең урынлашыуы |
Флорес диңгеҙе (ингл. Flores) — Тымыҡ океан диңгеҙе.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төньяҡтан Сулавеси утрауы, ә көньяҡтан Кабиа, Сумбава һәм Флорес утрауҙары менән сикләнгән. Майҙаны 115 мең км². Уртаса тәрәнлеге 1522 м, максималь тәрәнлеге 5234 м. Һыу температураһы 26 °С-тан (август, сентябрь) 28,8 °С-ҡа (ноябрь) ҡәҙәр үҙгәрә. Тоҙлолоғо 32,0-34,6 ‰, ямғырҙар осоронда 32-33 ‰.
Ағымдар көньяҡҡа йәки көнбайышҡа йүнәлгән. Дөрөҫ булмаған ярым тәүлекле һыу артымдарының бейеклеге 2,3 метрға барып етә. Диңгеҙҙең көнбайышында мәрйен рифтары менән һыу аҫты платоһы урынлашҡан. Әүҙем сейсмик район. Сангеанг утрауында Апи-Слау — Индонезияның иң әүҙем янар вулкандарҙың береһе урынлашҡан, уның бейеклеге 1949 м.
Диңгеҙҙә балыҡ тотоу үҫешкән. Төп порттары: Бонтайн (Сулавеси утрауы), Сумбава (Сумбава утрауы).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Море Флорес в БСЭ(недоступная ссылка)
- Море Флорес
![]() |
Был диңгеҙ тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |