Франциск монастыры Энгельберг
Франциск монастыры Энгельберг | |
Нигеҙләү датаһы | 1630 |
---|---|
Дәүләт | Германия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Гросхойбах[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1823 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q1831898? |
Мираҫ статусы | Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d][2] |
Адрес | Kloster Engelberg 2; Kloster Engelberg 1; Kloster Engelberg 3; Engelberg |
Рәсми сайт | franziskaner-engelberg.de |
Изге ҡурсалаусы | архангел Михаил[d] |
Франциск монастыры Энгельберг Викимилектә |
Франциск монастыры Энгельберг (нем. Franziskanerkloster Engelberg, Großheubach) — бавария Гросһойбах община йәрминкәһенән (Түбәнге Франкония) алыҫ түгел урынлашҡан Вюрцбург епархияһына ҡараған ир франциск монастыры; монастырҙың тарихы тауҙа — мәжүсиҙәрҙең изге урынында — ағас сиркәү часовня төҙөлгәндән һуң, яҡынса 1300 йылдан башланған. Төбәктең ғибәҙәт ҡылыу һәм туристик иҫтәлекле урыны һанала; шулай уҡ сиркәү өҫтөндәге порталда урынлаштырылған Изге Михаил һыны менән билдәле.
Тарихы һәм тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]үҙенең тарихын, башта Алдараҡ «Реглсберг» тип аталған Энгельберг ҡалҡыулығының тарихы төбәктә христианлыҡ таралғанға тиклемге дәүергә барып тоташа: ул ваҡытта бында мәжүси ғибәҙәтхана булған, һәм бөгөн уның хаҡында эсе туҫтаҡҡа оҡшатып яһалма тәрәнәйтелгән ҙур таш (һарыҡташ) («Hünenstein» йәки «Heuneschüssel» булараҡ билдәле) хәтерләтә. 1300 йыл тирәһендә бында Михаил Архангелға бағышланған ябай ағас сиркәү төҙөлгән: «күк ғәскәре» менән тығыҙ бәйләнгән Михаилды йыш ҡына, элекке мәжүсилек ҡорамдары урынында урынлашҡан ҡорамдарҙы ҡурсалаусы булараҡ һайланған. Шулай итеп, уба «Энгельберг» (һүҙмә-һүҙ — «Фәрештә тауы») тип атала башлаған.
XIV быуат башында, яҡынса 1310 йылда часовняға ҡайһы бер диндәрҙә мөғжизә тыуҙырырға һәләтле һын — хаж ҡылыу урыны булған Богородица статуяһы килтерелгән. Ҡорамға ҡыҙыл ҡомташтан яһалған 612 баҫҡыс алып барған; юлда барокко дәүеренә ҡараған алты часовня һәм 1866 йылда өҫтәлгән 14 «крестный станция» урынлашҡан (ҡара: Тәре юлы Ғибәҙәте). Хаж ҡыла башлаған ваҡыт аныҡ билдәле түгел: ләкин һаҡланған иң боронғо ысын документ — хаж ҡылыу ҡорамы ремонтҡа мохтаж булыуы тураһындағы хәбәр — 1406 йылда яҙылған. Ғибәҙәт ҡылыусылар арта барған һайын, [[Список архиепископов Майнц архиепискобы — Ансельм Казимир Вамбольт — 1630 йылда Рейн провинцияһынан Энгельбергҡа капуцин монахтарын саҡырған һәм монастырҙы төҙөүгә өлгәшкән. 1692 йылда тәүге Мария миһрабын алтарҙы һуңғараҡ, 1695 йылда, монастырь сиркәүендә ерләнгән — ҡәбер ташы һаҡланған — генерал Якоб Альфонс д’Авила монастырға бүләк иткән.
Ғибәҙәтханала мөһим сәнғәт әҫәре булып сиркәү порталына урынлаштырылған Изге Михаилдың бейек һыны тора: уны Захарий өлкән Юнкер 1635 тирәһендә булдырған — ул Изге Михаил мюнхен сиркәүендә Герхард Губерт авторлығындағы күпкә билдәле һыны менән тығыҙ бәйләнгән. Протестант шведтар еңелгәндән, Утыҙ йыллыҡ һуғыштан һуң уларҙы Франкониянан ҡыуғандан һуң, Энгельберг сиркәүен Баварияла тергеҙелгән католик дине һәйкәленә әйләндергән.
Төбәктә секуляризация осоронда, 1828 йылда, монастырь — бавария короле Людвиг I бойороғо буйынса — франциск орденына тапшырыла; ҡарт монахтар Ашаффенбургҡа күсерелгән. 1865 йылда тәүге тапҡыр графиня Ида Хан-Хандың сюжеты менән Майндағы Энгельберг монастыры менән тығыҙ бәйле "Мария Регина"н повесының беренсе томы тәүге тапҡыр баҫылып сыҡҡан. 1899 йылда урындағы сиркәү көнбайышҡа табан киңәйтелгән һәм уға һөҙә терраса ҡушыла. Бөгөн Энгельберг хаж ҡылыусылар һәм туристар араһында ла билдәле: монастырь янында бер исемле ҡара һыра һатҡан магазинсыҡ бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дингольфингтағы франциск монастыры.
- Һиммельталь монастыры
- Һиммелькрон монастыры
- Астһайм монастыры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Breuer, Tilmann u. a. Bearb.: Georg Dehio, Franken, Handbuch der Deutschen Kunstdenkmäler, Bayern I, München und Berlin 1999, S. 406.
- Karfreitag, P. Willibald: Geschichte und Beschreibung von Engelberg, Bamberg 1926;
- Mader, Felix und Karlinger, Hans: Bezirksamt Miltenberg, KDB III/XVIII, München 1917, S. 128—135;
- Nutz, Johannes: Großheubach, Engelberg. In: Brückner, Wolfgang und Schneider, Wolfgang (Hrsg.), Wallfahrt im Bistum Würzburg. Gnadenorte, Kult- und Andachtsstätten in Unterfranken, Würzburg 1996, S. 129—132;
- Schneider, Erich: Klöster und Stifte in Mainfranken, Würzburg 1993, S. 24;
- Spatz, Thomas: Wallfahrtskirche Engelberg ob dem Main, München 1989.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Erich Schneider. Himmelsstiege zum Engelberg (нем.). hdbg.eu. Haus der Bayerischen Geschichte. Дата обращения: 23 апрель 2019.