Фредерика Баденская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фредерика Баденская
нем. Friederike von Baden
Frederica of Sweden c 1810 by Joseph Karl Stieler.jpg
Armoiries de la Reine Frédérique de Suède et Finlande (1797-1809).svg
Флаг
Швеция королеваһы
1797 — 1809
Алдан килеүсе: София Магдалена Датская
Дауамсы: Гедвига Шлезвиг-Гольштейн-Готторпская
 
Тыуған: 12 март 1781({{padleft:1781|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2][3][4]
Баден-Вюртемберг, Карлсруэ[d][1]
Үлгән: 25 сентябрь 1826({{padleft:1826|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3][4] (45 йәш)
Швейцария, Лозанна[d][1]
Ерләнгән: Пфорцхайм
Нәҫел: Wappen Zaehringer.png Церингены
Гольштейн-Готторп
Исеме: нем. Friederike Dorothea von Baden
Атаһы: Карл Людвиг Баденский[d]
Әсәһе: Амалия Гессен-Дармштадтская[d]
Супруг: Густав IV Адольф[d]
Балалары: Густав Шведский[d]
София Шведская
Сесилия Шведская[d]
Амалия Шведская[d]
 
Наградалары:
I дәрәжә Изге Екатерина ордены

Доротея Фредерика Баденская (нем. Friederike Dorothea von Baden, швед. Fredrika av Baden; 12 март 1781 йыл, Германия — 25 сентябрь 1826 йыл, Лозанна) — принцесса Баденская, Швеция короле Густав IV Адольфтың ҡатыны.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Принцесса Фредерика Доротея Вильгельмина Карл Людвиг Баденский һәм Гессен Амалия-Дармштадтскаяның ғаиләлә дүртенсе балаһы һәм дүртенсе ҡыҙы була. Принцтың бөтә вариҫ балалары кеүек лайыҡлы белем ала һәм французса бик яҡшы һөйләшә. Олатаһы, маркграф Карл Фридрих бай булмағанлыҡтан, ғаилә ябай шарттарҙа йәшәй[5].

Рәсәйҙән яусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Доротея Фредерика һәм уның өлкән апаһы Луиза Мария Августа әсәйҙәренең яҙмышын ҡабатлай, әсәһе 1772 йылда һеңлеләре Вильгельмина һәм Луиза менән бөйөк кенәз Павел өсөн кәләш итеп ҡаралған була. 1790 йылда баден принцессаларына император ҡатын Екатерина II иғтибар итә, ул оло ейәне Александрҙы өйләндерергә теләй. Ул граф Румянцевҡа Карслруэға барып «вариҫ принц ҡыҙы 11 йәшлек Луиза-Августаны, һәм 9 йәшлек Фредерика-Доротеяны» күреү маҡсаты йөкмәтелә. Тышҡы ҡиәфәттәренән тыш император ҡатынды «принцессаларҙың тәрбиәһе, холоҡтары, рухи һәләттәре ҡыҙыҡһындыра». Ике йыл граф Румянцев «һаҡлыҡ менән, бер кемдең дә абруйын төшөрмәй, һәм тауыш сығармай ғына күҙәтә». Принцессаларҙың ғаиләһе никахҡа ҡаршы булмағандарына инанғас, батшабикә Екатерина 1792 йылда әсәне ике ҡыҙы менән Петербургҡа саҡыра. Әммә принцесса вариҫы Амалия үҙе ирен яңғыҙ ҡалдырырға мөмкин түгеллегенә һылтанып ҡыҙ ҡарау тамашаһында күренеүҙән баш тарта. Император теләге буйынса принцессаларҙы графиня Шувалова һәм йәшерен кәңәшсе Стрекалов оҙата бара.

1792 йылдың 31 октябрендә принцессалар Санкт-Петербургҡа килә. Буласаҡ император ҡатын Елизавета Алексеевна ошолай итеп хәтерләр булған: «Беҙ һеңлем менән киске 8 менән 9 сәғәттәр араһында килдек … ҡараңғылыҡтан файҙаланып, мин һеңлемдең ҡулын тиҙ генә ҡулға алдым һәм, яҡынлашҡан һайын, беҙ бер-беребеҙҙең ҡулын ҡыҫтыҡ, ошолай итеп күңелебеҙҙе тулҡынландырған хистәрҙе белдерҙек».

Принцессаларҙы император ҡатын һәм уның бөтә ғаиләһе менән таныштыралар. Бер нисә аҙнанан һуң бөйөк кенәз Александр өлкән принцесса Луиза Мария Августаны һайлай. 1793 йылдың 10 майында улар никахлаша. Август айында апаһы менән Батша ауылында йәшәгән принцесса Фредерика өйөнә ҡайта. Графиня В. Н. Головина үҙенең яҙмаларында былай тип хәтерләй: «Йән өҙгөс хушлашыуҙарҙан һуң бөйөк кенәз ҡыҙы ишектәре ябылыр алдынан ғына каретаға һикереп менеп һеңлеһен тағы бер тапҡыр үпкәндән һуң ашығыс рәүештә сыға…».

Никахы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1797 йылда швед короле Густав IV Адольф принцесса Фредерика Доротеяға тәҡдим яһай. Был ҡарарын ул император Павелға белдерә, уға илсе Стединг аша хат ебәрә. Был хәлдең сетереклеге шунда: 1796 йылда Густавтың һәм императорҙың өлкән ҡыҙы, бөйөк кенәз ҡыҙы Александра Павловна менән никахлашыуы саҡ булмай ҡала. Төп ҡаршылыҡ булып Александра Павловнаның православие динен һаҡлап ҡалыу ине[6]. Принцесса Амалия был никахлашыуҙа баден йортоноң бер ниндәй аҫтыртын эше юҡ тип рус һарай даирәһен ышандырырға маташа: «Императрица мин Фредериканың никахҡа инеүе тураһындағы хатҡа яуап яҙманы. Шулай ҙа мине шәфҡәтлегенән мәхрүм итмәҫ тип өмөтләнәм, мин быға лайыҡ түгел, сөнки минең яҡтан бер ниндәй ҙә аҙым яһалманы. Мин тик кире генә ҡаҡманым. Был мөмкин дә түгел ине, бының өсөн барлыҡ кеше мине ғәйепләр ине». Әммә император ғаиләһе был хәбәрҙе ауыр ҡабул итә һәм хатта бөйөк кенәз ҡатыны Елизавета Алексеевнаны бөйөк кенәз ҡыҙының никахын боҙоуҙа һәм һеңлеһенең никахын ойоштороуҙа ғәйепләй[7].

1797 йылдың 31 октябрендә Стокгольмда никахлашыу тантанаһы үтә. 1800 йылда Фредерика Доротея тәхеткә ултыра. Графиня Головина былай тип яҙа: «Уның яҙмышы иҫ киткес яҡшы булһа ла бик күп һынауҙарға дусар ителә, башына кейгән тажы ла сәнскеләр менән ҡапланған була».

Уның хөрмәтенә Швед Лапландияһының өс ҡалаһы — Фредерика (1799), Доротея (1799), Вильгельмина (1804) тип атала. Был ҡалалар әле лә уның исемен йөрөтә[8].

Һуңғы йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1809 йылдың март айында король Густав IV Адольф ҡолатыла. Улы артынан тажды һаҡлап ҡалыр өсөн 29 мартта ул тәхеттән баш тарта, әммә Швеция парламенты уны һәм уның бөтә вариҫтарын швед тәхетен биләү хоҡуҡтарынан мәхрүм итә. Уға бөтә мөлкәте ҡалдырыла һәм ғүмере буйына рента һаҡлана. 1809 йылдың декабрендә король ғаиләһе Германияға күсеп китә һәм Баденда төпләнә. Әммә ир менән ҡатын араһында булған мөнәсәбәттәр боҙола башлай, һәм 1812 йылда улар айырылыша.

Һуңғы йылдарҙа Фредерика Доротея графиня Иттербург (Itterburg) исемен ҡулланып күп сәйәхәт итә. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан Лозаннала вафат була һәм Пфорцхайме монастырь сиркәүендә ерләнә.

Балалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Густав (1799—1877) — 1830 йылда ике туған һеңлеһе Луиза Амалия Баденскаяға өйләнә;
  • София Вильгельмина (1801—1865) — бөйөк герцог Леопольд Баденскийҙың ҡатыны;
  • Карл Густав (1802—1805);
  • Амалия Мария Шарлотта (1805—1853) — кейәүгә сыҡмай;
  • Сесилия (1807—1844) — бөйөк герцог Фридрих I Август Ольденбургскийҙың ҡатыны.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1792 ноябрь — Изге Екатерина Ордены

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2009 йылда Софья Привалихинаның «Её Величество королева Швеции Фридерика (1781—1826)» тигән китабы сыға
    [9]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека et al. Record #102017212 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Fredrika Dorothea Wilhelmina — 1917.
  3. 3,0 3,1 Find a Grave — 1995.
  4. 4,0 4,1 The Peerage
  5. Данилова А. Принцесса Луиза Баденская, императрица Елизавета Алексеевна // Судьбы закон печальный. Жёны сыновей Павла I. Биографические хроники — М.: Эксмо, 2007. — Б. 6—130. — 480 б. — 5000 экз. — ISBN 5-699-18546-1.
  6. Пчелов Е. В. Романовы. История династии — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2004. — Б. 173. — 494 б. — (Архив). — 3000 экз. — ISBN 5-224-01678-9.
  7. Данилова А. Александра // Пять принцесс. Дочери императора Павла I. Биографические хроники — М.: Изограф, ЭКСМО-Пресс, 2001. — 464 б. — 8000 экз. — ISBN 5-87113-107-7.
  8. София Привалихина Её Величество королева Швеции Фридерика (1781—1826)
  9. София Привалихина. Её Величество королева Швеции Фридерика (1781—1826) — Томск : Том.гос.ун-т, 2009. — 367 с. : портр. ; 20 см. — Примеч.: с. 338. — 1000 экз. — ISBN 5-94621-273-7