Эстәлеккә күсергә

Фред Суоникер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фред Суоникер
Fred Swaniker
Исеме

Фредерик Кеннет Суоникер

Тыуған көнө

1976

Тыуған урыны

Йоханнесбург

Вафат булған көнө

1976({{padleft:1976|4|0}})

Гражданлығы

Гана Гана

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре

Фредерик Кеннет Суоникер[1] (ингл. Frederick Kenneth Swaniker; 1976 йыл) — Гана социаль эшҡыуары. Африка илдәре өсөн ҙур квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә шөғөлләнгән «African Leadership Academy» ойошманың нигеҙләүсеһе һәм етәксеһе.

Фред Суоникер адвокат һәм уҡытыусы ғаиләһендә 1976 йылда тыуа. Суоникер ғаиләһе менән күп күсеп йөрөй, ун һигеҙ йәшенә Фред дүрт төрлө африка илдәрендә йәшәп өлгөрә. Миннесотала Макалистер колледжында уҡый, бер-нисә ваҡыт Йоханнесбург ҡалаһында урынлашҡан «McKinsey & Company» фирмаһында эшләй. Аҙаҡтан Фред Стэнфорд университетының бизнес-мәктәбендә уҡыуын дауам итә[2].

Күп аҡса түгеп, балаларын сит илгә уҡырға ебәргән африкандар ғаиләләре менән Суоникер эш ваҡытында күп һөйләшә. Стэнфорд университетында Фредтың уҡыуын «McKinsey & Company» фирмаһы түләй, тик Фред уҡыуҙы тамамлғас Африкаға ҡайтырға тейеш була. АҠШ һәм Бөйөк Британия илдәренең институттарына күп аҡса түләмәйенсә талантлы африкандар уҡый алған сифатлы юғары уҡыу йортон асыу хыялы килеп тыуа. 2004 йылда Калифорниялағы бәйләнештәрен ҡулланып, һәм «McKinsey & Company» фирмаһынан булған хеҙмәттәштәре ҡатнашыуында Йоханнесбургта African Leadership Academy уҡыу йортон аса. Әгәр африканан студенттар академияны тамалауҙан һуң Африкала ҡала икән, тулар субсидиялар һәм уҡыуҙа льготалар ала.[2]

Суоникер эшмәкәрлеге донъя буйынса танылыу ала, хатта Барак Обама билдәләп китә[3]. 2010 йылда уның менән Аҡ йортта осрашыуҙа ҡатнашҡан 115 йәш африка лидерҙарының береһе Фред була[4]. 2011 йылда «Forbes» журналы Фред Суоникерҙы Африканың иң абруйлы 10 йәш кешһе исемлегенә керетә[5].

  1. Arjay Miller Scholars (ингл.). Stanford Business. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 19 февраль архивланған.
  2. 2,0 2,1 Victoria Barret. Fighting Africa's Brain Drain (ингл.). Forbes (26 май 2008). Дата обращения: 28 апрель 2015.
  3. Anthony Sedzro. Obama Commends Ghanaian Entrepreneur For Leadership Role (ингл.). Ventures (июль 2013). Дата обращения: 28 апрель 2015.(недоступная ссылка)
  4. Fred Swaniker (ингл.). African Leadership Academy. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 25 апрель архивланған.
  5. The 10 Youngest Power Men In Africa (ингл.). Forbes (13 сентябрь 2011). Дата обращения: 28 апрель 2015. 2013 йыл 16 сентябрь архивланған.