Фёдоров Владимир Семёнович
Фёдоров Владимир Семёнович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 28 июль (9 август) 1893 |
Тыуған урыны | Ярославль, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1983 |
Вафат булған урыны | Иваново, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | математик |
Эшмәкәрлек төрө | теория функций[d] |
Эш урыны | Иваново дәүләт университеты |
Уҡыу йорто |
Мәскәү университетының физика-математика факультеты М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[1] |
Ғилми етәксе | Дмитрий Фёдорович Егоров[d] һәм Николай Николаевич Лузин[d][1] |
Аспиранттар | Klara Davidovna Zatulovskaya[d][1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Федоров Владимир Семенович (1893—1983) — совет математигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1893 йылдың 27 июлендә (9-сы авгусында) Ярославлдә тыуған.
Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетында уҡығанда уҡ ғәҙәттән тыш математик һәләттәрен күрһәтә. Һөҙөмтәлә, уны тамамлағас, 1905 йылдың 28 июнендә аспирантураға алына. 1915 йылда урта мәктәптә педагогик эшмәкәрлеккә тотона һәм уны үҙе тәрбиәләнгән реаль училищела башлай. 1918 йылда Мәскәү университетының приват-доценты була.
Мәскәүҙә йәшәү ҡыйынлыҡтары менән бәйле, Д. Ф. Егоровтың кәңәше буйынса, Н. Н. Лузин, А. Я. Хинчин һәм Д. Е. Меньшов менән бергә ошо уҡ йылда Иваново-Вознесенскигә күсә, унда политехник институтта профессор булараҡ уҡыта башлай. 1919—1923 йылдарҙа Иваново халыҡ мәғарифы институтында (1923 йылдың 12 июлендә ул педагогия техникумы итеп үҙгәртелә[2]) уҡыта.
1931 йылдан 1937 йылға тиклем Иваново-Вознесенск педагогия институтында математика кафедраһын етәкләй.
1935 йылда уға диссертация яҡламайынса доктор дәрәжәһе бирелә.
1943 йылда юғары мәктәптә педагогик эшмәкәрлегенең 25-йыллығы менән бәйле Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1962 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас та, Иваново энергетика университетының юғары математика кафедраһында профессор-консультант булып эшләүен дауам итә; Иваново математик йәмғиәтендә рәйестәш булып тора.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. С. Фёдоровтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары аналитик функция теорияһы менән бәйле. Уның ғилми эшмәкәрлегенең беренсе осоронда өйрәнеү предметы булып күп үҙенсәлекле нөктәләре булған аналитик функциялар, атап әйткәндә, һәр саҡ өҙлөкһөҙ аналитик функциялар тора. Һуңынан, 1934 йылдан, аналитик функциялар теорияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәрен дауам итеп, В. С. Фёдоров кәкре һыҙыҡлы нтегралдар теорияһына ҡағылған бурыстар ҡуя һәм хәл итә. Һуңғараҡ, 1943 йылдан, ул бик ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тотона; моногенность төшөнсәһен өс үлсәмле арауыҡҡа, ә һуңынан күп үлсәмле арауыҡҡа күсерә һәм үҙенең бик күп хеҙмәттәрендә ҡуйылған бурыстарын бик уңышлы башҡарып ҡуя. Ул гиперкомплекслы функцияларҙың яңы ҙур класын асыҡлай, румын математигы Монсли уларҙың дифференциаль тигеҙләмәләр, атап әйткәндә ҡыҫылмаусан йәбешкәк шыйыҡлыҡ гидродинамикаһының ҡайһы бер мәсьәләләре өсөн мөһим әһәмиәтен билдәләй, уларҙы «F-моногенлы» тип атай[3][4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Памятные даты истории Иванова
- ↑ В. С. Федоров, «О моногенных функциях», Матем. сб., 42:4 (1935), 485—500
- ↑ Владимир Семёнович Фёдоров (К сорокалетию научно-педагогической деятельности)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колягин Ю.М., Саввина О.А. Дмитрий Федорович Егоров Путь ученого и христианина. — М.: ПСТГУ, 2010. — 302 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-7429-0611-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Владимир Семёнович Фёдоров (К сорокалетию научно-педагогической деятельности), УМН, 10:4(66) (1955), 193—196