Сәйәхов Фәнил Лотфрахман улы
Сәйәхов Фәнил Лотфрахман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 март 1934 |
Тыуған урыны | Яҫҡайын, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2002 |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Сәйәхов Фәнил Лотфрахман улы (5 март 1934 йыл — 20 ноябрь 2002 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы; 1995–2002 йылдарҙа Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының Башҡортостан Республикаһындағы фән‑ара бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1996), физика-математика фәндәре докторы (1985), профессор (1987); Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1990).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнил Лотфрахман улы Сәйәхов 1934 йылдың мартында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Яҫҡайын ауылында тыуған. Тарихсы профессор Фәһим Сәйәховтың (1926—2003) ҡустыһы.
1958 йылда Мәскәү дәүләт университетын, 1964 йылда — Башҡорт дәүләт университетының аспирантураһын тамамлай, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, дисперслы системалар электрофизикаһы өлкәһендә белгес;
1959 йылдан алып ул Башҡорт дәүләт университетында дөйөм физика кафедраһы мөдире (1965-1975) ғәмәли физика һәм геофизика кафедраһы мөдире (1984 йылдан) булып эшләй.
Фәнил Сәйәхов электромагнит ҡырҙарҙың күп фазалы системалар менән үҙ-ара тәьҫир итешеү физикаһы өлкәһендә эшләй. Ул поляр мөхит термодинамикаһын эшләй һәм йәбешкәк углеводородлы шыйыҡсаны юғары йышлыҡтағы электромагнит ҡырҙа фильтрлауҙың математик моделен дөйөмләштерә. Яңы фәнни йүнәлеш булдыра — юғары йышлыҡлы электромагнит гидродинамика. Ул — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының физика-математика фәндәре бүлеге ағзаһы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнил Лотфрахман улы Саяхов — 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография авторы шул иҫәптән:
- Физические принципы и модели разложения гидратов природного газа. М., 1988 (авторҙаш)
- Высокочастотная электромагнитная гидродинамика. Өфө, 1990 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 5 мартта тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар
- Дәүләкән районында тыуғандар
- 2002 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар