Фәтхуллин Салауат Һиҙиәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәтхуллин Салауат Һиҙиәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 4 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Юлдыбай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, хирург
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Фәтхуллин Салауат Һиҙиәт улы (4 май 1947 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург. 1973 йылдан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хирургы, 1976—1992 йылдарҙа һәм 1996—2019 йылдарҙа — хирургия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1984), «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры. Хәйбулла районының почётлы гражданы (2015).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат Һиҙиәт улы Фәтхуллин 1947 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуа. ВЛКСМ-дың ХV йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Бер йыллыҡ интернатуранан һуң хеҙмәт юлын 1973 йылда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хирургы булып башлай. 1976—1992 һәм 1996—2019 йылдарҙа — хирургия бүлеге мөдире.
Салауат Һиҙиәт улы хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем йәштәр өсөн юғары квалификациялы остаз була. Тәжрибәле хирург булараҡ, ул үҙ белеме менән теләп уртаҡлаша, йәштәрҙең белемен арттырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Коллективында ла, район халҡы араһында ла абруй яулай. Үҙ һөнәренең оҫтаһы, гражданлыҡ һәм шәхси сифаттары менән өлгө булған яуаплы коллегаларын Аҡъяр район үҙәк дауаханаһы коллективы 2019 йылдың 30 сентябрендә хаҡлы ялға оҙата[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997)
СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1984)
«Почёт Билдәһе» ордены (1986)
Салауат Юлаев (2007) ордены
Хәйбулла районының почётлы гражданы (2015) район хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Башҡортсотан Республикаһының күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]