Эстәлеккә күсергә

Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы
Тыуған көнө

17 ғинуар 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны

БАССР‑ҙың Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул аулы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

филология

Наградалары һәм премиялары

Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы (17 ғинуар 1958 йыл) — тел белгесе, филолология фәндәре докторы (2002), професоор (2011), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2015), Рәсәй Федерацияһының тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты.

Флүзә Ғабдулла ҡыҙы Фәтҡуллина 1958 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул аулында тыуған.

1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының рус филологияһы факультетын тамамлай. 1984 йылдан шул уҡ университетта эшләй башлай.

2002 йылда Башҡорт дәүләт универститетында «Хәҙерге рус телендә деструктивлыҡ категорияһы» тигән темаға диссертация яҡлай[1].

2012 йылдан «Рус теле һәм сағыштырма филология» кафедраһы мөдире булып эшләй. Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы етәкләген кафедра «Рәсәйҙең алтын кафедраһы» статусына лайыҡ булды[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессор Флүзә Фәтҡуллинаның ғилми тикшеренеү эштәре тел берәмектәренең семантикаһын һәм стилистик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бәйләнгән, информацион-матбуғат сараларының телен анализлау уның эшмәкәрлегендә айырым урын алып тора. Ғалимә тарафынан «Хәҙерге рус телендә деструктив лексика» (1999), «Хәҙерге рус телендә деструктивлыҡ категорияһы» (2002), «Деструктив ҡылымдарҙың семантикаһы» (2004), «Журналистың һөйләү һәм яҙыу телмәре мәҙәниәте» (2008) монографиялары, фәнни хеҙмәттәр һәм уҡыу әсбаптары яҙылған[3].