Хаапсалу замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хаапсалу замогы
Нигеҙләү датаһы XIII быуат
Рәсем
Дәүләт  Эстония
Административ-территориаль берәмек Хаапсалу[d]
Урын Хаапсалу
Мираҫ статусы памятник архитектуры[d][1]
Яуаплы Haapsalu and Läänemaa Museums[d]
Современное состояние разрушенный[d]
Ҡулланыу статусы закрыто навсегда[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Haapsalu Castle[d]
Карта
 Хаапсалу замогы Викимилектә

Пилотсыз видео Хаапсалу замогы 2022

Хаапсалу замогы[2] (эст. Haapsalu piiskopilinnus) — епископ ғибәҙәтханалы замок, ваҡыт үтеү менән унан Гапсаль ҡалаһы (хәҙерге Хаапсалу, Эстония) үҫеп сыға. Замок XIII быуатта Эзель-Вик епископлығы үҙәге булараҡ нигеҙләнгән.

Легенда буйынса,август айында, тулы ай ваҡытында төндә сиркәүҙең эске стенаһында Аҡ Ханым образы барлыҡҡа килә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1889 йылда замок күренеше.

1228 йылда Рига архиепискобы, Альбрехт фон Буксгевден яңы епархия булдырған, унда Ляэнемаа, Ридала һәм Хийумаа ингән, епискобы итеп Готфрид тәғәйенләнә. Епископлыҡ Изге Рим империяһының вассал дәүләте сифатында 1228 йылда Изге Рим императоры Генрих VII тарафынан булдырыла, 1234 йылда уның сиктәре билдәләнә.

Замок[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарай ҡарауыл башняһы

Замок бер нисә быуаттар буйына төҙөлә һәм ҡоралдар төрөнә ҡарап реконструкциялана. Һуңғы ҡәлғәһенең күләме — 30 00 квадрат метрҙан ашыу, стенаның ҡалынлығы 1,2- 1,8 метрға тиклем, бейеклеге 10 метрҙан ашыу була. Көнбайыш өлөшөндә 29 метрлы ҡарауыл башняһы төҙөлә, һуңыраҡ саң манараһы сифатында ла ҡулланыла. Һуңыраҡ диуар бейеклеге 15 метрға тиклем арттырыла.

Эске траншея һәм блиндаж, бомба һәм артиллерия өсөн һәм шулай уҡ йәшеренеү урыны булып хеҙмәт итә. Ливония һуғышында (1558—1582) ҡәлғәғә ҙур зыян яһала. Кесе замок стеналары һәм тышҡы нығытмала өлөшләтә емерелә.

Изге Николай Соборы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Собор эсе

Хаапсалу соборы Эзель-Викепископлығының төп соборы булған. Бында епископ тәхете, епископ эш урыны һәм рәсми вәкиллеге торған. Балтик янындағы бер нефлы был ҙур сиркәүе бинаһы (киңлеге 11,5 метр, бейеклеге метр 15,5 һәм майҙаны 425 квадрат метр).

Собор 1263—1270 йылдарҙа төҙөлгән.

1688 йылдың 23 мартында сиркәүҙең янғында зыянланған ҡыйығы табаҡлы баҡыр менән ҡаплана, әммә бик тиҙ юҡҡа сыға. 1726 йылда яңынан дауыл ҡыйыҡтарҙы юҡ итә. Сиркәү үҙе ремонт яһай алмағанлыҡтан, ҡорам ҡала даралығы аҫтына күсә. XIX быуатта сиркәүҙә реконструкция башлана.

18861889 сиркәү тергеҙелә һәм ремонтлана. 1889 йылдың 15 октябрендә сиркәүҙә Изге Николайға арналған ғибәҙәт ҡылыу хеҙмәте үткәрелә.

1940 йылда совет оккупацияһы сиркәүҙе ябыуға килтерә. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында сиркәү хеҙмәте дауамы ителә, ләкин 1944 йылдың яҙында хулигандар сиркәү миһрабын, тәҙрәләрен һәм ултырғыстарын емерә. 1946 йылда сиркәү мәхәлләһе совет хөкүмәтенә соборҙы һаҡлап ҡалыуҙы һорап мөрәжәғәт итә, әммә сиркәү ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай. Сиркәү күп йылдар дауамында буш тора.

Хаапсалуский замок
Хаапсалуский замок

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (unspecified title) — 1994.
  2. Ильмар Таал. Хаапсалуский замок. — Таллин: Ээсти Раамат, 1978. — С. 40.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]