Милләт-ара хоккей лигаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Халыҡ-ара хоккей лигаһы битенән йүнәлтелде)
Халыҡ-ара хоккей лигаһы

Милләт-ара хоккей лигаһы эмблемаһы
Нигеҙләнгән:

1992 йыл 13 ғинуар

Ҡасан бөтөрөлгән:

1996 йыл

Илдәр:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы (19)
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан (2)
Латвия Латвия (1)
Украина Украина (1)
Беларусь Беларусь(1)

Регион:

Европа
Азия

Башлыҡ:

Черенков Роберт

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

24 (1992-1994)
28 (1994-1996)

Ғәмәлдәге еңеүсе:

Лада (Тольятти)

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

Лада (Тольятти)
Динамо (Мәскәү) (2-ешәр титул)

Милләт-ара хоккей лигаһы — 1992—1996 йылдарҙа үткәрелгән хоккей буйынса лига. Уның эсенә Рәсәй, Ҡаҙағстан, Украина, Латвия һәм Беларусь хоккей клубтары инә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милләт-ара хоккей лигаһы 1992 йылда барлыҡҡа килә. СССР тарҡалыуынан һуң БДБ һәм Балтия илдәре өсөн булған берҙән бер чемпионатты булдырыу маҡсаты менән эшләнгән.

Лиганың штаб-квартираһы Мәскәүҙә урынлаша, шуға Рәсәй һәм ҡалған клубтар араһында төрлө бәхәстәр барлыҡҡа килә. Мәҫьәлән, беларус, украин, латвия һәм ҡаҙағстан клубтарына Донъя чемпионаттарының «C» һәм «B» төркөмдәрендә ҡатнашыр өсөн «тәҙрәләр» булмай. Шул уҡ ваҡытта Лиганың календаре халыҡ-ара турнирҙарҙа һәм Донъя чемпионаттарының «А» төркөмөндә уйнаған Рәсәй йыйылма командаһы өсөн эшләнә ине.

1996 йылда сезон бөтөү менән бөтә Рәсәй клубтары бер яҡлы лига эсенән сығалар, һәм лига эшен туҡтата.

Лига йыл һайын үҙенең форматын алмаштарып тора: 1992/1993 һәм 1994/1995 миҙгелдәрендә МХЛ кубогы үткәрелә (регуляр чемпионат кубокка һайлау алыу туры ине). Алдағы ике миҙгелдә чемпионат һәм МХЛ кубогы айырым уйнала.

Еңеү өсөн 2 мәрәй бирелә ине, тигеҙ иҫәпкә — 1, еңелеүгә — 0.

Командалар һаны һәр ваҡыт күбәйеп тора. Лигаға асыҡ Рәсәй чемпионатының йә Элита, йә Юғары лигаларҙың командалары керә ине.

Лиганың берҙән бер президенты ул — Черенков Роберт Дмитриевич.

Сезондар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милләт-ара хоккей лигаһы 1992/1993 сезонда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Турнир 1992 йылдың 4 сентябрендә башлана. Бөтә 24 команда территориаль принцип буйынса 4 зонаға бүленә һәм зона эсендә һәр береһе менән дүртешәр уйын уйнай. Аҙаҡтан ҡушылғас (1-се зона 2-се менән, 3-сө 4-се менән) төркөмдәр эсендә һәм береһе менән ике тапҡыр осраша (беренсе этапта йыйған мәрәйҙәр һанала).

Һәр бер төркөмдән 8 иң көслө команда МХЛ кубогы өсөн көрәшә. Финалда «Динамо» командаһы «Лада» командаһын еңә. Уйындар ошондай һөҙөмтә менән бөтә :

                  "Динамо"         3 : 2         "Лада"
                  "Динамо"         4 : 3         "Лада"
                  "Динамо"         5 : 1         "Лада"

тулыраҡ мәғлүмәт ошонда

Милләт-ара хоккей лигаһы 1993/1994 сезонда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Турнир 1993 йылдың 7 сентябрендә башлана. 24 команда һәр береһе менән ике тапҡыр уйнай. Чемпионатты «Лада» командаһы еңә. 16 иң көслө команда МХЛ кубогы өсөн көрәшә. Финалда «Лада» «Динамо» клубынан үткән сезон өсөн үс алып МХЛ кубогын еңә.

                   "Лада"         5 : 3             "Динамо"                    
                   "Лада"         5 : 2             "Динамо"
                   "Лада"         3 : 4  (ОТ)       "Динамо"                
                   "Лада"         0 : 5             "Динамо"                         
                   "Лада"         5 : 3             "Динамо

тулыраҡ мәғлүмәт ошонда

Милләт-ара хоккей лигаһы 1994/1995 сезонда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Турнир 1994 йылдың 9 сентябрендә башлана. 28 команда территориаль принцип буйынса ике конференцияға бүленәләр : Көнсығыш һәм Көнбайыш. Конференциялар эсендә һәр береһе менән дүрт тапҡыр уйнайҙар. Һәр конференциянан һигеҙәр клуб МХЛ кубогы өсөн көрәшә. Финалда «Динамо» клубы "Лада"ны еңеп МХЛ кубогын еңә һәм Рәсәй чемпионатының еңеүсеһе тип билдәләнә.

               "Лада"         1 : 3                 "Динамо"                    
               "Лада"         4 : 4 (2:3 бул.)      "Динамо"
               "Лада"         2 : 2 (2:1 бул.)      "Динамо"                
               "Лада"         4 : 3 (ОТ)            "Динамо"                         
               "Лада"         0 : 6                 "Динамо"

тулыраҡ мәғлүмәт ошонда

Милләт-ара хоккей лигаһы 1995/1996 сезонда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Турнир 1995 йылдың 7 сентябрендә башлана. 28 команда территориаль принцип буйынса ике конференцияға бүленәләр : Көнсығыш һәм Көнбайыш. Конференциялар эсендә командалар һәр береһе менән дүрт тапҡыр уйнайҙар. Аҙаҡтан һәр конференциянан иң көслө 7 команда бер төркөмдә һәр береһе менән икешәр уйын уйнап Рәсәй чемпионын асыҡлайҙар. «Лада» хоккей клубы был титулды икенсегә еңә. МХЛ кубогы чемпионаттан айырым үткәрелә һәм уның еңеүсеһе «Динамо» клубы була.

                  "Динамо"         2 : 1 (ОТ)    "Металлург"
                  "Динамо"         4 : 1         "Металлург"
                  "Динамо"         2 : 3         "Металлург"
                  "Динамо"         6 : 3         "Металлург"

тулыраҡ мәғлүмәт ошонда

Еңеүселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милләт-ара хоккей лигаһының бөтә чемпиондары
Сезон Чемпион Икенсе урын Өсөнсө урын МХЛ кубогын еңеүсеһе
1992/1993 «Динамо» Мәскәү «Лада» Тольятти «Крылья Советов» Мәскәү, «Трактор» Силәбе «Динамо» Мәскәү
1993/1994 «Лада» Тольятти «Динамо» Мәскәү «Трактор» Силәбе «Лада» Тольятти
1994/1995 «Динамо» Мәскәү «Лада» Тольятти «Металлург» Магнитогорск, «Салауат Юлаев» Өфө «Динамо» Мәскәү
1995/1996 «Лада» Тольятти «Динамо» Мәскәү «Авангард» Омск, «Салауат Юлаев» Өфө «Динамо» Мәскәү
Милләт-ара хоккей лигаһының кубогын еңеүселәр
Сезон Нисек үткәрелә Чемпион Финалист Иң яҡшы уйынсы
1992/1993 Регуляр сезон бөткәс «Динамо» Мәскәү «Лада» Тольятти Валерий Карпов («Трактор» Силәбе)
1993/1994 Регуляр сезон ваҡытында «Лада» Тольятти «Динамо» Мәскәү Андрей Николишин («Динамо» Мәскәү)
1994/1995 Регуляр сезон бөткәс «Динамо» Мәскәү «Лада» Тольятти --
1995/1996 Регуляр сезон ваҡытында «Динамо» Мәскәү «Металлург» Магнитогорск --

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үткән:
СССР чемпионаты (1946—1992)
Рәсәйҙә/СССР-ҙа иң көслө лига
МХЛ
Киләһе:
Суперлига (1996—2008)