Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең төп павильоны
Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең төп павильоны | |
Нигеҙләү датаһы | 1939 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Останкинский район[d] |
Урынлашҡан урамы | Проспект Мира[d] |
Урын | Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе |
Архитектор | Георгий Владимирович Щуко[d] һәм Евгений Алексеевич Столяров[d] |
Архитектура стиле | сталинский ампир[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1954 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Беговой (Северо-восточный округ Москвы)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Конскрипционный номер | 1 |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Central pavilion (VDNKh)[d] |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Central Pavillion[d] |
Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең төп павильоны Викимилектә |
Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге рег. № 771310016070006 (ЕГРОКН) объект № 7710437031 (БД Викигида) |
1954 йылда Г. В. Щуко һәм Е. А. Столяров проекты буйынса төҙөлә. 1939 йылдағы Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә төп павильон «Таш сәскә» һәм «СССР халыҡтары дуҫлығы» фонтандары араһындағы майҙанда урынлаша. Павильондың шпиль менән бергә бейеклеге — 90 метр.
Төп павильон 1939 йылда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенең төп павильоны монументаль бинаһы академик Щуко һәм профессор Гельфрейх проекты буйынса төҙөлә. Төп инеү урынынан күргәҙмәгә ағас павильонға киң аллея алып бара. Павильон эргәһендә илле метрлыҡ башня төҙөлә, унда күргәҙмәнең эмблемаһы — «Тракторсы һәм колхозсы ҡатын» скульптураһы ҡуйыла. Павильонды ун бер союздаш республикаларҙың гербы һәм СССР гербы биҙәй. Уның алдында колхоздар майҙанында байраҡтар фонында юлбашсыларҙың — Ленин һәм Сталиндың скульптура фигуралары ҡуйылған.
Күргәҙмәнең инеш павильоны булараҡ, Төп павильон социализм иленең йәмәғәт һәм дәүләт ҡоролошо, хужалығы, мәҙәниәте, көнкүреше өлкәһендә еңеүен сағылдырыуға йүнәлтелгән була. Сағыу художестволы образдар ярҙамында ул, нисек большевиктар иҫке, ярлы батша заманы ауылын сәскә атыусы совет ауылына әйләндергәнен, ауыл хужалығы, уны социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә, ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшкәнен демонстрациялай.
Павильонда биш иркен зал була. Уларҙа күп һанлы матур картиналар, панорамалар, скульптуралар һәм фотографиялар ҡуйылған була. Был сәнғәт әҫәрҙәре, натураль экспонаттар, диаграммалар, килтерелгән һандар һәм текстар, иң яҡшы совхоздар, МТС һәм колхоздар, ауыл хужалығының айырым алдынғы-стахановсылары тураһында һөйләп, совет ҡоролошон пропагандалай.
Төп павильон 1954 йылда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Төп павильон реконструкцияланнған Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенең яңы киңәйтелгән архитектура-стилистик композицияһына ярашлы булмау менән бәйле, ағас бинаны һүтергә һәм яңы павильон төҙөргә ҡарар ителә. Иҫке павильон урынында майҙансыҡ һәм «Таш сәскә» фонтаны партерының бер өлөшө барлыҡҡа килә.
Яңы бина Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә ҡушылған территорияла ҡорола һәм колхоздар майҙаны ансамбленең яңы архитектура доминантаһы кеүек күтәрелә.
Төп инеү урынынан Төп павильонға 14 суйын фонтан аллеяһы алып бара. Павильон урыҫ классик архитектураһы традицияларында эшләнә һәм Санкт-Петербургтағы Төп Адмиралтейство бинаһының үҙәк башняһы менән оҡшаш. Авторҙар Советтар Һарайы архитектура принциптарын ҡулланалар — алыҫ нөктәләрҙән ҡабул итеүгә иҫәпләнгән пропорция, элементтарының лаконизмы, шулай уҡ композицияның баҫҡыслы булыуы. Гигант баҫҡыстың һикәлтәләрен хәтерләткән киртләстәре менән павильон, өҫкә күтәрелеп, йондоҙ беркетелгән алтын ялатылған шпиль менән барып бөтә.
Бөгөнгө көндә Төп павильон алдында торған «В. И. Ленин» скульптураһы, Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһе-54 асылғанда, 1962 йыға тиклем уңда торған «И. В. Сталин» скульптураһы менән парлашып тора[2].
Элекке павильондағы кеүек, унда СССР гербы һәм, 1954 йылда булған 16 союздаш республиканың гербы менән 16 медальон ҡуйыла.
1964 йылда павильонға «Үҙәк» исеме бирелә.
Павильон интерьеры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе зал Октябрь революцияһына арналған. Уның артынса ҙур Сталин конституцияһы залы килә, СССР гимнының беренсе куплетынан өҙөк менән биҙәлгән ҙур көмбәҙ уның биҙәге булып тора. Хеҙмәт, ял итеү, һайлау һәм белем алыу темаһына дүрт фреска, М. Г. Манизер ижад иткән бәхетле совет кешеләре скульптуралары менән бергә, дөйөм картина тыуҙыралар. Киләһе «донъя залы» император һарайы залы менән оҡшашлыҡ үткәрә. «Фән залында» ауыл хужалығы өлкәһендәге күренекле ғалимдар күрһәтелә.
2014 йылдың сентябрендә цоколь ҡатында эштәр ваҡытында А. М. Герасимовтың «Колхозсылар һәм ударниктарҙың II съезы» картинаһы табыла. Майлы живопись техникаһында эшләнгән масштаблы полотно реставрациялау өсөн икенсе бинаға күсерелгән.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡояш байығанда
-
2017 йыл ҡышы
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список павильонов и сооружений на ВДНХ
- Сталинский ампир
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Распоряжение Совета Министров – Правительства РФ № 1190-Р от 05.07.1993
- ↑ Бронзовый И.Сталин у Центрального павильона ВДНХ - Фотографии прошлого (10 ғинуар 2015).