Эстәлеккә күсергә

Хамелеон-төҫөн үҙгәртеүсән кеҫәртке (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хамелеон-төҫөн үҙгәртеүсән кеҫәртке
Нигеҙләү датаһы 1884
Рәсем
Атамаһы Хамелеон
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә A köpönyegforgató[d], A Chameleon[d] һәм Q96781471?
Автор Чехов Антон Павлович
Ил  Рәсәй империяһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 8 (20) сентябрь 1884
Первая строка Через базарную площадь идет полицейский надзиратель Очумелов в новой шинели и с узелком в руке.
Баҫылған Пёстрые рассказы[d][1] һәм Осколки[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

«Хамелео́н-төҫөн үҙгәртеүсән кеҫәртке » — урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чехов хикәйәһе. Тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 36-сы һанында 1884 йылдың 8 сентябрендә «А. Чехонте» ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1886 йылда хикәйә шулай уҡ, «Осколки» журналы тарафынан әҙ генә үҙгәрештәр эшләнеп, Чеховтың «Пёстрые рассказы» йыйынтығына индерелә[2].

Хикәйә болгар, венгр, немец, поляк, серб-хорват, фин һәм чех телдәренә Чехов тере саҡта тәржемәләнә[3]. Рәсәйҙә «Хамелеон» хикәйәһе төп дөйөм белем биреү программаһына индерелгән.

Хикәйә 1971 йылда совет телефильма «Эти разные, разные, разные лица…» телефильмының киҫәге булып экранлаштырылған. 2009 йылда хикәйә мотивтары буйынса ҡыҫҡа метражлы «Очумелов» тигән анимациялы фильм төшөрөлә.

Полиция надзирателе Очумелов баҙар майҙанында барған ваҡиғаның шаһиты була. Алтын эштәр оҫтаһы Хрюкин баҙарҙағы халыҡҡа ҡанаған бармағын күрһәтеп, хужаһыҙ бурҙай көсөгө тешләне, мин хәҙер был яралы бармағым төҙәлгәнсе бер ни ҙә эшләй алмаясаҡмын, эттең хужаһын яуапҡа тарттырырға кәрәк, тип ярһый. Халыҡ эттең кемдеке булыуын асыҡлаған саҡта Очумелов бер нисә тапҡыр Хрюкиндың һүҙҙәрен, эттең кемдеке булыуына ҡарап, берсә яҡлай, берсә кире ҡаға.

  1. http://dlib.rsl.ru/viewer/01003619449#?page=106
  2. Хамелеон на страницах сборника. Скан РГБ
  3. Чехов А. П. Хамелеон // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982. // Т. 3. Хикәйәләре Юморески. «Драма на охоте»], 1884—1885. — М.: Наука, 1975. — С. 52—55.