Ханау
Ханау | |
Байраҡ | Герб |
Дәүләт | Германия[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Майн-Кинциг[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Майн[d] |
Хөкүмәт башлығы | Claus Kaminsky[d] |
Ойошма ағзаһы | Climate Alliance[d][2], Мэры за мир[d][3] һәм Hessischer Städtetag[d][4] |
Халыҡ һаны | 103 184 кеше (31 декабрь 2023)[5] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 104 метр |
Туғандаш ҡала | Нилюфер[d][6][7][8] |
Милке | Rhein-Main-Verkehrsverbund[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Майҙан | 76,47 км² (31 декабрь 2017)[9] |
Почта индексы | 63450, 63452, 63454, 63456 һәм 63457 |
Рәсми сайт | hanau.de |
Һештег | Hanau |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 982, 944 һәм 915 |
Урындағы телефон коды | 06181 |
Номер тамғаһы коды | HU |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Ханау[d] |
Ханау Викимилектә |
Ханау-ам-Майн (нем. Hanau am Main) — Германияла, Гессен ерендәге ҡала. Дармштадт административ округына ҡарай. Майн йылғаһының уң яҡ ярында порт.
Ҡала Майн-Кинциг районы составына инә. Халҡы 88 637 кеше тәшкил итә (2010 йылдың 31 декабренә ҡарата).[10] 76,49 км² майҙанды биләй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр 1143 йылда урындағы феодал Ганауҙарҙың һарайы кеүек телгә алына. 1303 йылда ҡала хоҡуғы бирелә. 1429—1736 йылдарҙа. — Ганау графлығының, Изге Рим империяһы бәләкәй дәүләттәренең береһенең баш ҡалаһы. Һуңғы граф Ганауҙың вафатынан һуң Гессен-Касселдәр хакимлыҡты ала.
1597 йылда граф Филипп Людвиг II Ганау-Мюнценбергский үҙ биләмәһенә Көньяҡ Нидерландтарҙан протестант дине буйынса испан Габсбургтарынан яфа сиккән иштәрен күсеп килергә саҡыра. Күскенселәр «яңы» Ганау ҡалаһын төҙөй. Улар үҙҙәре менән фаянс һәм зәргәрлек етештереү технологияларын алып килә.
1782 йылда Вильгельмсбад курортында (хәҙ. Ханау ситендә) дөйөм европа масондар конвенты үтә, унда Төҙәтелгән шотланд уставы ҡабул ителә.
1813 йылдың октябрь айында Ханау янындағы һуғыш ваҡытында австро-бавария корпусы Наполоен армияһын сигенеүҙән туҡтатырға маташа, әммә еңелеүгә дусар була.
1945 йылдың мартында иҫке ҡала тулыһынса тиерлек британия авиацияһы тарафынан юҡ ителә. Һуғыштан һуң яңынан төҙөлә.
Рус бәйләнештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуаттың беренсе яртыһында ҡала рус сәйәхәтселәр араһында билдәлелек ала, был популяр табип Йоһанн-Һенрих Коллдың Ханауҙа йәшәүе менән бәйле була. Уның клиенттары Василий Андреевич Жуковский, Константин Николаевич Батюшков, Николай Михайлович Языков, Николай Васильевич Гоголь кеүек билдәле рус яҙыусылары була. Күп урыҫ пациенттары Коллға махсус баралар һәм Ханауҙа оҙаҡ йәшәйҙәр. 1835 йылдың август-октябрь айҙарында Ханауҙа ғаиләһе менән шағир кенәз Петр Андреевич Вяземский йәшәй, Колл уның ҡыҙы Прасковьяны дауалай.
Достоевскийҙың «Бес» романының беренсе битендә, 1428 һәм 1413 йылдар араһындағы осорҙа Верховенский «немец ҡалаһы Ганауҙың граждан һәм ганзеатик әһәмиәте тураһында иҫ киткес диссертацияһын яҡлай» тип әйтелә.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әкиәт яҙыусы билдәле ағалы-энеле Якоб һәм Вильгельм Гриммдар, шулай уҡ билдәле скульптор-анималист Август Гауль, рәссам Мориц Даниэль Оппенгейм Ханау ҡалаһында тыуғандар.
Шулай уҡ Ханауҙа 1774 йылда Рәсәй Империяһының финанс министры граф Канкрин Егор Францевич, ә 1895 йылда — композитор Пауль Хиндемит тыуған.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дева Мария сиркәүе (XIV быуат)
- «Валлонцтар ҡалаһында» Иоанн сиркәүе (1658)
- Ике тарихи ратуша
- Ағалы-ҡустылы Гриммдарға һәйкәл (1895)
- Филипсруэ, ҡаланың ситендә граф Ганауҙарҙың барокко стилендәге резиденцияһы (1700—15)
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланан 30 км алыҫлыҡта Европала иң ҙур халыҡ-ара Франкфурт-на-Майне аэропорты урынлашҡан.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ярославль (Рәсәй)
- Дартфорд (Бөйөк Британия)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://www.hess-staedtetag.de/der-verband/mitglieder/
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ https://www.hanau.de/stadtentwicklung/internationale-beziehungen/index.html
- ↑ https://www.hanau.de/stadtentwicklung/geschichte/geschichtliche_dokumente/goldene_buch/index.html
- ↑ https://www.nilufer.bel.tr/icerik/kardes-kentler
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ Am Gemeinden 31 Bevölkerung der hessischen. 2010 Dezember 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсми биттәрендә.
- Ганау // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)