Эстәлеккә күсергә

Мәлих Харис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Харисов Мәлих Харис улы битенән йүнәлтелде)
Мәлих Харис
Исеме:

Харисов Мәлих Харис улы

Тыуған көнө:

27 ғинуар 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостандың Саҡмағош районы Яңы Күл ауылы

Вафат булған көнө:

14 март 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (29 йәш)

Вафат булған урыны:

Калинин өлкәһенең Пустошка районы,РСФСР, СССР[1]

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Жанр:

Поэзия

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт

Мәлих Харис, Мәлих Харис улы Харисов (27 ғинуар 1915 йыл — 14 март 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет шағиры.

Мәлих Харис 1915 йылда бөгөнгө Башҡортостандың Саҡмағош районының Яңы Ҡото ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем тороп ҡала. Башланғыс белемен үҙҙәренең ауылында ала. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була[2][3].

Мәлих Харистың ижади ғүмере бик ҡыҫҡа булды, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлөп ҡалды. Уның тәүге шиғырҙары 1934 йылда гәзит-журналдарҙа күренә башлай, һәм ул күп тә үтмәй нескә тойғоло, хистәргә бай үҙенсәлекле лирик шағир булып танылып китә. Һуғыш алды көндәрендә ул көр һәм саф тауышлы, күтәренке рух менән һуғарылған әҫәрҙәре менән әленән-әле сығыш яһап тора. Шағир йыш ҡына үҙе кисергән ваҡиғаларҙы тасуирларға тырыша, үҙ мөнәсәбәтен йырлай. «А. С. Пушкинға», «Йәшлек», «Диңгеҙгә», «Руставели», «Әсә тураһында йыр», «Мин һөйәм» кеүек поэтик ынйылары бөтә башҡорт поэзияһында билдәле урын тота. Ихласлыҡ, үҙ иленә сикһеҙ бирелгәнлек тойғолары уның әҫәрҙәрендә төп урын биләй.

Мәлих Харис үҙе иҫән саҡта әҫәрҙәренең айырым китап булып сығыуын күреү бәхетенә ирешә алмай. Уның «Йөрәк тауышы» тигән беренсе китабы тик ул үлгәндән һуң 1944 йылда баҫылып сыға. 1954 йылда шул уҡ китабы, бер аҙ тулыландырылып, Н. Нәжмиҙең баш һүҙе менән сыға. Үҙенсәлекле шағир Мәлих Харис поэзияһы әле лә беҙҙең сафта бурысын үтәп килә. М. Харистың шиғырҙары рус телендә 1974 йыл «Башҡорт лирикаһы өлгөләре» серияһында баҫыла.

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  1. https://obd-memorial.ru/html/info.htm?id=55802251 ОБД "Мемориал"
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында