Хафизов Айрат Рим улы
Хафизов Айрат Рим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 ғинуар 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Үрге Маншыр, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Биләгән вазифаһы | декан[d] һәм кафедра мөдире[d] |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Хафизов Айрат Рим улы (5 ғинуар 1957 йыл) — ғалим-инженер. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан тау-нефть факультеты деканы; 2016—2020 йылдарҙа нефть һәм газ скважиналарын быраулау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан комсомолының фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1989), Рәсәй газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2013).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айрат Рим улы Хафизов 1957 йылдың 5 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрге Маншыр ауылында тыуған[1].
1979 йылда Өфө нефть институтын (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) тамамлай һәм шунда эшләй башлай: педагог, доцент, профессор.
1999 йылдан — тау-нефть факультеты деканы.
2016 йылдан — нефть һәм газ скважиналарын быраулау кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғи газды транспортлауҙа тәбиғи газды ташыу, нефтте әҙерләү һәм утилләштереү өсөн энергияны һаҡсыл файҙаланыусы технологиялар, нефть газын утилләштереү проблемаларын хәл итеүгә өлөш индерә. Нефть һәм газ йыйыу һәм таҙартыу процестарын камиллаштырыу һәм оптималләштереү ысулдарын тәҡдим итә. Йылылыҡ-масса алмашыу аппаратын, тәбиғи газды киптереү, күп конкурентлы ҡатнашмаларҙы айырыу, цистерналарҙа углеводород сеймалының күләмен билдәләү һ. б. ысулдарын эшләй, улар Рәсәй Федерацияһының нефть һәм газ сығарыу предприятиеларында ҡулланыла. Уйлап табыуға 16 авторлыҡ таныҡлығы бар. 200-ҙән ашыу баҫма, шул иҫәптән 10 монография авторы[1]. Хеҙмәттәре:
- Утилизация отработанных масел. Уфа, 1996 (авторҙаш);
- Экологические проблемы нефтяной промышленности. Уфа, 2005 (авторҙаш);
- Сбор, подготовка и хранение нефти и газа. Технологии и оборудование. Уфа, 2007 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан комсомолының фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1989);
- Рәсәй газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2013);
- Башҡортостандың комсомол премияһы лауреаты (1989).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хафизов Айрат Рим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2022)