Эстәлеккә күсергә

Хафизов Мөхәмәтулла Исмәғил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хафизов Мөхәмәтулла Исмәғил улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 февраль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Борисовка, Ҡоншаҡ районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 июль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (69 йәш)
Һөнәр төрө иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «За безупречную службу» III степени

Хафизов Мөхәмәтулла Исмәғил улы (27 февраль 1951 — 13 июль 2020) — иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы баш кәңәшсеһе[1].

Мөхәмәтулла Исмәғил улы Хафизов 1951 йылдың 27 февралендә Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Борисовка ауылында тыуған.

1971—1973 йылдарҙа «Восход» совхозының өлкән бухгалтеры булып эшләй.

1973—1984 йылдарҙа — ВЛКСМ комитеты секретары, казначей, СССР Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең финанс хеҙмәте начальнигы.

1984—1986 йылдарҙа — Ырымбур өлкә башҡарма комитеты ҡарамағындағы һаулыҡ һаҡлау идаралығының контроль-ревизия бүлеге начальнигы.

1986—1988 йылдарҙа — Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы өлкә комитетының инструктор-ревизоры. Силәбе өлкәһе Агросәнәғәт комплексының бухгалтер иҫәбе һәм отчёты бүлексәһе начальнигы урынбаҫары.

1988 йылда Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының иҡтисад факультетын тамамлай.

1988—1989 йылдарҙа Көньяҡ Урал тимер юлының «Гранит карьерҙары» етештереү берекмәһенең баш бухгалтеры, 1989—1993 йылдарҙа «Форум» акционерҙар йәмғиәтенең баш бухгалтеры була.

1993—1994 йылдарҙа — «Замоскворецкий» халыҡ-ара коммерция банкының Силәбе филиалы директоры.

1994—1996 йылдарҙа — «Галантус» Рәсәй-Ҡытай берлектәге предприятиеһының финанс директоры.

1996—1997 йылдарҙа — «Челябинский агрегатный завод» ААЙ-енең финанс буйынса директоры.

1997—1998 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесенең ярҙамсыһы вазифаһын үтәй.

1998—2012 йылдарҙа Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының беренсе даими вәкиле.

2000 йылда — Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы баш дәүләт кәңәшсеһе.

Уның ярҙамы менән Силәбе ҡалаһында башҡорт һәм татар яҙыусыларының — «Силәбе шишмәләре» («Челябинские родники», 2002) исеме аҫтында әҫәрҙәре йыйынтығы,

— «Һөйөнсө» («Радость», 2003) баҫылып сыҡты.

— «Литературная антология челябинских башкир» (2005) йыйынтығы баҫмаға әҙерләнде[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1979 — 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәре сафтарында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • 2001 — Силәбе өлкәһе хакимиәтенең Почёт грамотаһы
  • 2012 — Башҡортостан Республикаһы Почёт грамотаһы