Эстәлеккә күсергә

Кэтрин Хепбёрн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хепбёрн Кэтрин битенән йүнәлтелде)
Кэтрин Хепбёрн
Katharine Hepburn
1941 йылдағы студия фотографияһы
1941 йылдағы студия фотографияһы
Тыуған көнө

12 май 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

Хартфорд, Коннектикут, АҠШ

Вафат көнө

29 июнь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (96 йәш)

Вафат урыны

Олд-Сэйбрук, Коннектикут, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актриса

Карьераһы

1928—1994

IMDb

ID 0000031

 Кэтрин Хепбёрн Викимилектә

Кэтрин Хотон Хепберн (ингл. Katharine Houghton Hepburn, 12 май 1907 йыл — 29 июнь 2003 йыл) — Америка актёры, ун ике тапҡыр «Оскар» премияһына күрһәтелгән һәм уға дүрт мәртәбә лайыҡ булған. Тарихта унан башҡа бер актриса ла, актёр ҙа бындай дәрәжәгә күтәрелмәгән. Америка кино институты тарафынан Голливуд тарихында иң бөйөк актриса тип танылған.

Хепбёрн Яңы Англияла табип Томас Норвал Хепбёрн (1879—1962) ғаиләһендә үҫкән. Атаһы Хартфорд госпиталендә уролог булып эшләгән, ә әсәһе күренекле феминист Кэтрин Марта Хотон Хепбёрн урындағы суфражисткалар ойошмаһы етәксеһе, контрацепция ҡулланыу хоҡуғы буйынса Маргарет Сэнгерҙың көрәштәше булған.

12 йәштән Кэтрин Хепбёрн үҙешмәкәр спектаклдәрҙә ҡатнаша, театрҙа дебюты 1928 йылда Балтиморҙа була, ә бер йыл үтеүгә ул Бродвей сәхнәләренә лә барып сыға. Шул уҡ ваҡытта Филадельфия брокеры Огден Смит менән никахҡа инә. Был никах оҙаҡҡа һуҙылмай — 1934 йылда улар айырылышалар. Кэтринды йыш ҡына театрҙарҙан сығарып ебәрәләр, бер әҙерәктән яңынан саҡырып алалар, сөнки спектаклдәрҙең ҙур уңышын тамашасылар ҙа, тәнҡитселәр ҙә уның исеме менән бәйләй.

1942 йылда Спенсер Трейси менән

Кинола Хепбёрн беренсе мәртәбә 1932 йылда «Билль о разводе» фильмында төшә. Ул «RKO» менән килешеүгә ҡул ҡуя. Актриса бик оҫта итеп төрлө түбән сифатлы романдарҙың һәм пьесаларҙың экранизацияларына юмор һәм нәзәкәтлелеген ҡушып ебәрә белгән. Был фильмдар хатта бүләкләнгәндәр («Ранняя слава» (1933) — Оскар; «Маленькие женщины» (1933) — Венеция кинофестивале призы). Кэри Грант менән бергә төшкән «Воспитание крошки» комедияһы уңышһыҙлыҡҡа тарығандан һуң, «уңышты юҡ итеүсе» тигән мыҫҡыллы исем алған Хепбёрн кинематограф менән бөтөнләй хушлашырға була һәм ике йыл дауамында бөтә төҡдимдәрҙән дә баш тарта. Хепбёрн «Унесённые ветром» экранизацияһында Скарлет О’Хара ролен алырға тырышып ҡарай, әммә уның тәҡдиме кире ҡағыла.

Актриса сәхнәгә ҡайта, Ф. Барри комедияһы «Филадельфия тарихы» постановкаһында ҡатнаша. Гонорар урынына ул спектаклдең экранизацияһына хоҡуҡтар талап итә һәм 1940 йылда триумф менән киноға ошо уҡ исемле фильмдың төп ролендә ҡайта. Үҙ һүҙле һәм бай аристократ ҡатындың ролен башҡарғаны өсөн нью-йорк тәнҡитселәренең премияһын алды һәм «Оскар» премияһына күрһәтелә. «Йыл ҡатын — ҡыҙы» («Женщина года», 1942) исемле эшендә ул үҙенең егерме алты йылға һуҙылған мөхәббәте Спенсер Трейсиҙы осрата. Уның менән Хепбёрн туғыҙ картинала уйнай. Уларҙың мөнәсәбәттәренә Гарсон Кэниндың бестселлер булып киткән «Трейси һәм Хепбёрн: шәхси мемуарҙар» (1972) китабы бағышланған.

Трейси исеме менән Хепбёрндың ижади тормошонда биш йыл эшләмәгән осоро бәйле: 1962 йылдан 1967 йылға тиклем ул ҡаты ауырыған һөйөклө кешеһен уның законлы ҡатынын алмаштырып ҡарай. Трейси 1928 йылдан алып өйләнгән булған, тик ғаиләһенән айырым йәшәгән. 1967 йылда улар һуңғы мәртәбә Стэнли Крамерҙың «Угадай, кто придёт к обеду?» таҫмаһында бергә уйнайҙар. Уның вафатынан һуң Хепбёрн Бродвейға һәм киноға ҡабаттан ҡайта.

Бөтә ғүмере буйына Хепбёрндың сәләмәтлеге ныҡ була, әммә 1990 йылдар уртаһында, инде кинокарьераһын тамамлағандан һуң, һаулығы әкренләп насарая бара. 1996 йылдың ҡышында уны саҡ үлтермәгән пневмония менән ауырып китә. 1997 йылға актриса бик йонсой, бик аҙ ашай һәм һөйләшмәй тиерлек. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Хепбёрндта деменция билдәләре күҙәтелә башлай. 2003 йылдың май айында муйынында актив үҫешкән шеш табыла, әммә өлкән йәшен иҫәпкә алып операция эшләмәҫкә булалар. Кэтрин Хепбёрн 96 йәшендә 2003 йылдың 29 июнендә үҙ йортонда Коннектикут штатының ҙур булмаған Олд-Сейбо ҡалаһында вафат була. Актриса Хартфордта Седар — Хилл зыяратында ғаилә биләмәһендә ерләнә.

Хепберндың вафаты киң ижтимағи резонанс тыуҙырҙы. Уның вафатынан һуң бер нисә ай дауамында матбуғатта һәм телевидениела тормошо һәм карьераһы яҡтыртыла килде. Уға күп кенә телетапшырыуҙар бағышланды, гәзит -журналдарҙа актриса тураһында мәҡәләләр тәүге биттәрендә сыҡты. АҠШ президенты Джордж Буш белдереү менән сығыш яһаны, унда, Хепберн тарихҡа милләттең сәнғәт хазинаһы булып инер, тип әйтелде. Уның хөрмәтенә, илдең театр тормошона һалған ҙур өлөшө хаҡына 2003 йылдың 1 июль кисе Бродвей уттары һүндерелде. 2004 йылда актрисаның теләге буйынса уның әйберҙәре Нью — Йорктағы Сотбис аукционына ҡуйылды. Һөҙөмтәлә аукционда 5,8 млн доллар йыйылды.

Кэтрин Хепберн майҙаны

Актрисаның исеме менән Манхеттендағы Тёртл-Бей кварталында бер нисә урын бәйле. Был кварталда актриса алтмыш йылдан ашыу йәшәгән. 1997 йылда ул торған ерҙән алыҫ булмаған ҡала баҡсаһына уның исеме бирелә. Баҡсала уның Америка киноакадемияһы премияһына ун ике номинацияһын кәүҙәләндергән ун ике баҫҡыс бар. Һәр баҫҡыста актрисаның цитатаһы яҙылған. Бынан башҡа Көньяҡ 49 урам менән 2 авеню киҫелешкән урын Кэтрин Хепбёрн майҙаны тип атала. Актрисаның исеме Олд — Сейбрук ҡалаһындағы ул аҙаҡҡы ваҡыт эшләгән театрға бирелә.

Кэтрин Хепбёрн персонажы бер нисә фильмда килеп сыға. 1977 йылда актрисаны Тола Фелдшью «Иҫ киткес Говард Хьюз» телефильмында уйнай, ә 1980 йылда уның персонажы Мэрианн Тейлор башҡарыуында «Скарлетт О’Хара һуғышы» телефильмында килеп сыға. 2004 йылда Мартин Скорсезеҙың «Авиатор» биографик драмаһында Кэтрин Хепбёрн ролен Кейт Бланшетт уйнаны һәм үҙенең башҡарыуы өсөн икенсе пландағы иң яҡшы актриса номинацияһында «Оскар» премияһына лайыҡ булды.

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1932 ф Айырылыу тураһында билль A Bill of Divorcement Сидни Ферфилд
1933 ф Кристофер Стронг Christopher Strong леди Синтия Деррингтон
1933 ф Иртә килгән дан Morning Glory Ива Лавлейс
1933 ф Бәләкәй ҡатын - ҡыҙҙар (фильм, 1933) Little Women Little Women / Джозефина «Джо» Марч
1934 ф Уҫалҡас(фильм) Spitfire Spitfire / Триггер Хиггс
1934 ф Бәләкәй священник (фильм) The Little Minister The Little Minister / Барбара «Бебби»
1935 ф Ярылған йөрәктәр (фильм) Break of Hearts Break of Hearts / Констанс Дэйн Роберти
1935 ф Элис Адамс (фильм) Alice Adams Alice Adams / Элис Адамс
1936 ф Сильвия Скарлетт (фильм) Sylvia Scarlett Sylvia Scarlett / Сильвия Скарлетт
1936 ф Мария Шотландская (фильм) Mary of Scotland Mary of Scotland / Мария Стюарт
1936 ф Ҡатын - ҡыҙ баш күтәрә(фильм) A Woman Rebels A Woman Rebels / Памела Тислуэйт
1937 ф Лайыҡлы урам (фильм) Quality Street Quality Street / Фиб Тросселл
1937 ф Хеҙмәткәрҙәр өсөн ишек театрға (фильм) Stage Door Stage Door / Терри Рэндалл Симс
1938 ф Байрам (фильм, 1938) Holiday Holiday / Линда Сетон
1938 ф Бәләкәсте тәрбиәләү (фильм) Bringing Up Baby Bringing Up Baby / Сьюзан Вэнс
1940 ф Филадельфия тарихы The Philadelphia Story Трейси Саманта Лорд
1942 ф Йыл ҡатын - ҡыҙы (фильм) Woman of the Year Woman of the Year / Тэсс Хардинг
1942 ф Ялҡын һаҡлаусы Keeper of the Flame Кристин Форрест
1943 ф «Шаршау артында» Һалдат клубы Stage Door Canteen үҙен үҙе уйнай
1944 ф Дракон орлоғо (фильм) Dragon Seed Dragon Seed / Джейд Тэн
1945 ф Мөхәбәтһеҙ Without Love Джейми Роуэн
1946 ф Һыу аҫты ағымы (фильм, 1946) Undercurrent Undercurrent / Энн Хэмилтон
1947 ф Үлән дингеҙе The Sea of Grass Льюти Кэмерон
1947 ф Мөхәббәт йыры (фильм, 1947) Song of Love Song of Love / Клара Шуман
1948 ф Никахта торалар State of the Union Мэри Мэттьюз
1949 ф Адам ҡабырғаһы (фильм, 1949) Adam's Rib Adam's Rib / Аманда Боннер
1951 ф Африка королеваһы The African Queen Роуз Сэйер
1952 ф Пэт һәм Майк Pat and Mike Патриша «Пэт» Пембертон
1955 ф Йәй(фильм, 1955) Йәй Summertime / Джейн Хадсон
1956 ф Ямғыр һатыусыһы (фильм) The Rainmaker The Rainmaker / Лиззи Карри
1956 ф Тимер аҫҡы юбка The Iron Petticoat Винка Ковеленко
1959 ф Кабинет гарнитуры (фильм) Desk Set Desk Set / Банни Уотсон
1959 ф Ҡапыл үткән йәй (фильм, 1959) Suddenly, Last Summer Suddenly, Last Summer / Вайолет Винейбл
1962 ф Оҙон көн төнгә китә (фильм, 1962) Long Day's Journey Into Night Long Day's Journey Into Night / Мэри Тайрон
1967 ф Әйт әле, кем төшкө ашҡа килә? Guess Who's Coming to Dinner Кристина Дрейтон
1968 ф Арыҫлан ҡышҡыһын (фильм, 1968) The Lion in Winter The Lion in Winter / Алиенора Аквитанская
1969 ф Шайонан аҡылһыҙ (фильм) The Madwoman of Chaillot The Madwoman of Chaillot / Орелия
1971 ф Троянкалар (фильм) The Trojan Women The Trojan Women / Гекуба
1973 ф Тотороҡһоҙ тигеҙләнеш (фильм) A Delicate Balance A Delicate Balance / Агнес
1973 тф Быяла зверинец (фильм, 1973) The Glass Menagerie The Glass Menagerie / Аманда Уингфилд
1975 тф Емереклектәр араһында мөхәббәт Love Among the Ruins Джессика Медликотт
1975 ф Рустер Когберн Rooster Cogburn Юла Гуднайт
1978 ф Ҡуян сыҡты осорға Olly, Olly, Oxen Free мисс Падд
1979 тф Кукуруз йәшел (фильм, 1979) The Corn is Green The Corn is Green / мисс Лили Моффет
1981 ф Алтын күлдә On Golden Pond Этель Тэйер
1984 ф Грейс Куиглиның һуңғы ҡарары) Grace Quigley Grace Quigley / Грейс Куигли
1986 тф Миссис Делафилдтың кейәүгә сыҡҡыһы килә Mrs. Delafield Wants to Marry Маргарет Делафилд
1988 тф Бында Лора Лэнсинг йоҡланы Laura Lansing Slept Here Лора Лэнсинг
1992 тф Бер этаж өҫтәге ир The Man Upstairs Виктория Браун
1994 тф Был мөхәббәт була алмай This Can't Be Love Марион Беннетт
1994 ф Мөхәббәт тарихы(фильм, 1994) Love Affair Love Affair / Джинни
1994 тф Бер Рыштау One Christmas Корнелия Бомонт

Наградалары һәм номинациялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Награда Йылы Категорияһы Фильм/Постановка Результат
Оскар 1934 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле Иртә билдәлелек
1936 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Элис Адамс
1941 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Филадельфия тарихы
1943 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Женщина года
1952 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Африканская королева
1956 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Йәй
1957 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Ямғыр һатыусыһы
1960 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Ҡапыл былтыр йәй
1963 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Оҙон көн төнгә күсә
1968 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Әйт әле, кем төшкө ашҡа ҡайта?
1969 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле Арыҫлан ҡышҡыһын
1982 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Алтын күлдә
BAFTA 1953 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Африка королеваһы
1956 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Йәй
1958 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Ямғыр һатыусыһы
1969 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле
Әйт әле, кем төшкө ашҡа ҡайта?/Арыҫлан ҡышҡыһын
1983 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле Алтын күлдә
Золотой глобус 1953 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле комедияла йәки мюзиклда Пэт һәм Майк
1957 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала Ямғыр һатыусыһы
1960 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала
Ҡапыл былтыр йәй
1963 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала
Оҙон көн төнгә күсә
1968 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала
Әйт әле, кем төшкө ашҡа ҡайта?
1969 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала
Арыҫлан ҡышҡыһын
1982 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала
Алтын күлдә
1993 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле мини-сериалда йәки телефильмда Бер ҡат өҫтәге ир
Эмми 1974 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле сериалда йәки фильмда Быяла зверинец
1975 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле сериалда йәки фильмда
Емереклектәр араһындағы мөхәббәт
1979 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле мини-сериалда йәки фильмда Кукуруза йәшел
1986 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле мини-сериалда йәки фильмда Миссис Делафилд кейәүгә сығырға теләй
Иң яҡшы информацион фильм Спенсер Трейси: Кэтрин Хепбёрндан хөрмәт йөҙөнән
1993 Иң яҡшы информацион фильм Кэтрин Хепбёрн: Барыһы ла минең хаҡта
Премия Гильдии киноактёров США 1995 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле телефильмда йәки мини-сериалда Бер Рыштау
Тони 1970 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле мюзиклда Коко
1982 Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле пьесала Вестсайд вальсы