Хинохара Сигэаки

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хинохара Сигэаки
япон. 日野原 重明
Рәсем
Заты ир-ат[1]
Гражданлығы Flag of Japan.svg Япония
Тыуған көнө 4 октябрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Япония, Ямагути[d]
Вафат булған көнө 18 июль 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (105 йәш)
Вафат булған урыны Япония, Токио[d]
Үлем сәбәбе дыхательная недостаточность[d]
Атаһы Хинохара, Дзэнсукэ[d]
Һөнәр төрө табип, яҙыусы, интернист
Эш биреүсе Jichi Medical University[d]
Hiroshima Jogakuin University[d]
Кана әлифбаһында исеме ひのはら しげあき[2]
Уҡыу йорто Киото университеты
Emory University School of Medicine[d][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Хинохара Сигэаки Викимилектә

Сигэаки Хинохара (япон. 日野原 重明Hinohara Shigeaki?, 4 октября 1911 – 18 июля 2017) — япон табибы, Японияның һәм донъяның иң оҙаҡ эшләгән табибы.

Биографияһы һәм карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хинохара Ямагутиҙа[4][5] тыуған. Рус телендә исемен Сигэаки йәки Шигэаки тип яҙыла.

Үҙенең дауамлы хеҙмәт эшмәкәрлеген Токио ҡалаһындағы Изге Лука дауаханаһында 1941 йылда башлай, һуғыш осоронда, шул иҫәптән, ҡаланы бомбаға тотоу ваҡытында, хәрби табип булып эшләй. 1990 йылдан ул дауахананың почётлы директоры вазифаһын биләй. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса Сасакава фондының хөрмәтле рәйесе була. Японияла йыл һайын медицина тикшереүен булдырыу һәм популярлаштырыу практикаһы Хинохараның данлы эше тип һанала.

Доктор Шигеаки Хинохара Японияла оҙон ғүмерлеләрҙең артыуында мөһим роль уйнаған ихтирамға лайыҡ кеше.

Ул үҙе лә — әүҙем ҡартайыу өлгөһө булып тора: 75 йәше тулғандан һуң 150-нән артыҡ китап яҙа һәм баҫтыра. Иң билдәле китабы — «Жить долго, жить хорошо», уның тиражы 1,2 миллион дана тәшкил итә, 100 йәше тулыуға ҡарамаҫтан — кешеләрҙе дауалуҙан һәм лекциялар уҡыуҙан туҡтамай.

Хинохара Сигэаки кәңәштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сигэаки Хинохара үҙенең оҙаҡ йәшәү ҡағиҙәләре йыйылмаһын төҙөй. Ҡайһы бере көтөлмәгәнсә яңғырай.

— Кеше энергияны ризыҡтан йә йоҡонан ғына алмай, ә шатлыҡ кисереүҙән ала. Бала-саға, әгәр уйын мауыҡтырғыс була икән, ашауын да онота, йоҡо ла кәрәкмәй. Өлкәндәр ҙә шундай. Үҙеңдең тән ағзаларыңды артыҡ ашау йәки йоҡлау менән йосотоу кәрәкмәй.

— Төрлө раса, милләт йәки енес кешеләре лә оҙаҡ йәшәй ала. Уларҙы бер нимә берләштерә: оҙон ғүмерлеләр араһында бер йыуан кеше лә юҡ.

  • Иртән, 1 ҡалаҡ зәйтүн майы болғап, кофе йәки һөт йә әфлисун һуты (ул артерияларға һәм тирегә файҙалы) эсергә мөмкин. Төшкө ашҡа — печенье менән һөт ашап алырға йәки, ваҡытың булмаһа, бөтөнләй ашамаҫҡа. Эшләгәндә кеше бөтөнләй асығыу тойғоһо кисермәй. Киске ашҡа — йәшелсә, бер аҙ миҡдарҙа балыҡ һәм дөгө. Аҙна эсендә ике тапҡыр 100 г майһыҙ ит ашарға мөмкин.

— Алдан оҙайлы пландар төҙөү.

  • Докторҙың аҙналыҡ көндәлеге икенсе йылдың аҙағына тиклем тулы була — пациенттарҙы ҡабул итеү, лекциялар һәм дауаханала эшләү. 2016 йылда ул күңел асып алырға була һәм Токиолағы Олимпиадаға бара.

— Пенсияға сығып та тормаҫҡа кәрәк йә һуңыраҡ сығыу яҡшыраҡ.

  • Бөгөн Японияла пенсияға сығыу ваҡыты — 65 йәш, әммә ул ярты быуат элек, Японияла уртаса ғүмер оҙонлоғо 68 йәш һәм 100 йәшлек ҡарттар бөтә Японияла 125 кенә булғанда, яҙылған. Хәҙер япон ҡатын-ҡыҙҙары уртаса 86, ирҙәр — 80 йәшкә етә, ә йөҙҙән уҙғандар — 36 мең!

— Белемегеҙ менән бүлешегеҙ. Доктор Хинохара төрлө аудитоияларҙа, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан алып бизнесмендарға хәтле, йылыныа оҙайлығы 1-1,5 сәғәт тәшкил иткән 150 лекцияны аяғөҫтө баҫып уҡыған.

— Әгәр табип анализ бирергә йә операция эшләргә тәҡдим итә икән, һорарға кәрәк: шундай кәңәште ул үҙенең балаһына һәм башҡа туғандарына бирер инеме икән? Табиптар, нисек кенә һөйләмәһен, бөр сирҙе лә дауалай алмай. Ҡайһы берҙә музыка йәки йәнлек-терапевтар хирургиянан яҡшыраҡ ярҙам итә.

— Һау-сәләмәт булғығыҙ килә икән, бик ҙур теләк менән баҫҡыстар буйлап йөрөгөҙ һәм үҙ әйберегеҙҙе үҙегеҙ ташығыҙ. Мускулдар эшләһен өсөн, ике баҫҡысты ашатлап йөрөү зарур.

— Бала сағында уға атаһы Роберт Браунингтың «Аббат Фоглер» поэмаһын уҡый. Был китапта, сәнғәттә лә, тормошта ла үҙ алдыңа ҙур маҡсаттар ҡуйыу кәрәк тиелә. Һеҙ түңәрәк һүрәтен төшөрәһегеҙ икән, ул ғүмер буйы төшөрөп бөтөрә алмаҫлыҡ ҙур булырға тейеш. Беҙгә ошо түңәрәктең бео өлөшө — дуғаһы ғына күренә, ә ҡалғаны беҙ күрә алған сиктәрҙән һәм беҙҙең тормошобоҙҙан ситтә ята.

— Ауыртыныу — серле әйбер; уны ауыҙлыҡлар өсөн иң яҡшы ысул бик мауыҡтырғыс бер шөғөл табыу. Баланың теше һыҙлағанда, уны уйынға йәлеп итеү мөһим, һәм ул ауыртыуҙы шундуҡ онотасаҡ. Дауаханалар ҙа был турала хәстәрләргә тейеш.

  • Әйтер кәрәк, Хинохара Шигэаки эшләгән Изге Лука дауаханаһында кңел күтәреүгә ярҙам итеүсе: музыка, йәнлектәр һәм арт-терапия әүҙем ҡулланыла — һәм был сирлеләргә һәйбәт ярҙам итё.

— Матди байлыҡ йыйыуға ғына ынтылыу дөрөҫ түгел. Бер кем дә һуңғы сәғәте ҡасан һуғыр икәнен белмәй — шуны гел иҫтә тотор кәрәк. Байлығыңды үҙең менән теге донъяға алып китеп булмай.

— Дауаханалар һәр ваҡыт оло һәләкәттәр мөмкинлеген күҙ уңында тоторға һәм, ярҙам һорап кем ишек шаҡый, шуны ҡабул итергә тейеш. Доктор хеҙмәт иткән Изге Лука дауаханаһы, кәрәк була ҡалһа, теләһә ҡайһы бүлмәлә: подвалда, коридорҙа, часовняла операция эшләрлек итеп ҡоролған. Кешеләрҙең күпселеге Хинохараны, һәләкәткә әҙерләнер кәрәк тигәне өсөн, хыялыйлыҡта ғәйепләгән.

  • Әммә 1995 йылдың 20 мартында «Аум Синрикё» сектаһы Токио метроһында террористик акт ойошторған көндәрҙә был әҙерлек төплө ярҙам итә. Ул, әлбиттә, үҙенең һүҙе өҫкә сыҡҡанға әллә ни шатланмай, шулай ҙа уларҙың дауаханаһы 740 зыян күреүсене ҡабул итә һәм ике сәғәт эсендә был газ зарин икәнен билдәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер пациент һәләк була, ә ҡалған 739 кеше ҡотҡарыла.

— Кешеләргә фән генә ярҙам итә алмай. Фән бөтә кешегә лә бер күҙлектән ҡарай, әммә беҙ төрлөбөҙ төрлөсә, ә сирҙәр беҙҙең күңел менән тығыҙ бәйләнгән. Кешенең сирен аңлау һәм уға ярҙам итеү өсөн, фән генә түгел, сәнғәт тә кәрәк.

— Тормош көтөлмәгән хәлдәр менән тулы.

  • 1970 йылдың 31 мартында, докторға 59 йәш булғанда, ул Токионан Фукуокуға оса. Шундай гүзәл ҡояшлы иртәлә, Фудзиямаға ҡарап һоҡланып осҡан мәлендә, самолётты «Ҡыҙыл армия» коммунистик ячейка ағзалары баҫып ала. Ҡалған 4 көнөн 40 градуслы эҫелә креслоға бығаулап бәйләнгән көйө ултырып үткәрергә мәжбүр була ул. Һәм табип булараҡ, үҙенең тәненең көрсөккә яраҡлаша белеүен күҙәтеп, таң ҡала.

— Үҙегеҙгә оҡшарға тырышыу өлгөһө табығыҙ һәм унан да арттырып ебәрегеҙ.

  • Докторҙың атаһы 1900 йылда АҠШ-тың Төньяҡ Каролиналағы Дюк Университетына уҡырға китә. Һәм улы өсөн ул тәүге юл ярыусы һәм өлгө була. Артабан Хинохараның үҙенә өлгө булырлыҡ башҡа шәхестәре лә күп була; һәм, ҡыйын хәлдә ҡалған саҡтарында, доктор һәр саҡ үҙенең урынында кумирҙары нишләр ине, тип күҙ алдына килтерә торған була.

— Оҙон ғүмер — иҫ киткес мөғжизә. 60 йәшкә тиклем беҙ ғаилә файҙаһына хеҙмәт итәбеҙ, һәм ҡуйылған маҡсатҡа ирешеүе еңел һымаҡ. Әммә һуңынан беҙ йәмғиәт файҙаһына тырышырға тейешбеҙ.

  • Хинохара Сигэаки, 65 йәшенән башлап, аҙнаның 7 көнөндә лә, көнөнә 18-әр сәғәт түләүһеҙ эшләгән. Һәм ғүмеренең һәр минуты уға ҡәнәғәтлек тойғоһо килтергән[6].

Әйтер кәрәк, доктор мәрхүм булған көнөнә тиклем тиерлек көн һайын пациенттр ҡабул иткән, улар биш ай алдан яҙылып ҡуйған булған хатта. 2017 йылдың 18 июлендә Хинохара Токио 105 йәшендә вафат була.[7][8].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хинохара йөрәк-ҡан тамырҙары йәмғиәтенең почётлы ағзаһы, мәҙәниәт Орденына һәм икенсе премияға лайыҡ.
  • Киото Император университеты, Томас Джефферсон университеты һәм Макмастер университетының миҙалдарына һәм бер нисә почётлы доктор дәрәжәһенә лайыҡ.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]