Хлыбов Виктор Петрович
Хлыбов Виктор Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 май 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ҡуйыусы рәссам |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хлыбов Виктор Петрович (13 май 1947 йыл) — сценограф. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Петрович Хлыбов 1947 йылдың 13 майында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1963 йылда Башҡорт опера һәм балет театрында бутафор вазифаһында башлай. 1970 йылдан Рәсәйҙең төрлө тетарҙарында рәссам-ҡуйыусы була. 1979—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында ҡуйыусы рәссам булып эшләй, 1994 йылдан алып — баш рәссам. Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрында эш стажы 20 йылдан ашыу. Дөйөм 40 йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда В. П. Хлыбов 260-тан ашыу, шул иҫәптән М. М. Рощиндың, В. С. Розовтың, М. А. Булгаковтың, Г. И. Гориндың, Н. В. Гоголдең, А. П. Чеховтың, А. Н. Островскийҙың, Ф. Гарсия Лорканың, Ж. Ануйҙың һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдәргә декорациялар эшләй. 1972 йылдан алып төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уның тетар макеттары, эскиздары һәм һүрәттәре Мәскәүҙә, Ҡазанда Пермдә, Йошкар-Олала, Һамарҙа, шулай уҡ рус тетарында һәм ҡаланың картиналар галереяһында күрһәтелә[1]. 2002 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында беренсе шәхси күргәҙмәһе үтә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007)
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).