Эстәлеккә күсергә

Хужин Валерьян Дәүләтша улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хужин Валерьян Дәүләтша улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Шәрип ауылы, Миәшәгәр ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 февраль 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (60 йәш)
Һөнәр төрө агроном
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хужин Валерьян Дәүләтша улы (3.1.1942, БАССР-ҙың Салауат районы Шәрип ауылы — 18.2.2002) — агроном, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982), иҡтисад фәндәре докторы (1999). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы оличнигы (1996) һәм БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). 60 ғилми хеҙмәт авторы. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты[1].

Валерьян Дәүләтша улы Хужин 1942 йылдың 3 ғинуарында БАССР-ҙың Салауат районы Шәрип ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1970 йылда Өфө ҡалаһында Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай. Йүнәлтмә менән Тәтешле районында эш башлай.

Тормош юлы һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1971 йылдан Тәтешле районының С. М. Киров исемендәге колхозында баш агрономы була.

1974 йылда Тәтешле районы «Урал» колхозы рәйесе.

1987 йылдан башлап Бөрө районында хеҙмәт итә: тәүҙә тәжрибә‑производство хужалығы директоры була.

1988 йылдан алып Район халыҡ депутаттары советының башҡарма комитеты рәйесе,

1992 йылдан — Бөрө районы хакимиәте башлығы.

1998 йылдан башлап Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты (БНИИСХ) директорының 1‑се урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре ауылды социаль‑иҡтисади яҡтан үҫтереү, ауыл хужалығы производствоһының һөҙөмтәлелеген арттырыу проблемаларына һ. б. мәсьәләләргә арналған.

Хужин Валерьян Дәүләтша улы 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС‑ының 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты.

2002 йылдың 18 февралендә вафат була. Шәрип ауылында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995)
  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы оличнигы (1996)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991)
  • ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982)
  • иҡтисад фәндәре докторы (1999)
  • Экономическая эффективность повышения плодородия серых лесных почв северной лесостепной зоны РБ. Уфа, 1997; Опыт и проблемы аграрной реформы и пути социально‑экономического развития сельского района. Уфа, 2000.

[[Категория:]]

  1. Хужин Валерьян Дәүләтша улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.