Хәбибуллин Равмер Хәсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хәбибуллин Равмер Хәсән улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 10 июль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Саҡмағош ауылы
Вафат булыу көнө 31 август 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Октябрь революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]

Равмер Хәсән улы Хәбибуллин (10 июль 1933 — 31 август 2011) — совет хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, 19871990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәбибуллин Равмер Хәсән улы 1933 йылдың 10 июлендә Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында тыуған. 1961 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Милләте буйынса башҡорт[1].

  • 1961 −1970 йылдарҙа «Татнефть» берекмәһенең «Альметьевнефть» нефть промыслалары идаралығында: нефть сығарыу буйынса оператор, нефтте һурҙырып ағыҙыу буйынса оператор, партком секретары, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары;
  • 1970—1972 йылдарҙа — «Татнефть» берекмәһенең идаралыҡ начальнигы;
  • 1972—1977 йылдарҙа — «Татнефть» берекмәһе начальнигы урынбаҫары;
  • 1977—1986 йылдарҙа — «Пермнефть» производство берекмәһе генераль директоры;
  • 1986—1987 йылдарҙа — СССР-ҙың нефть сәнәғәте министрлығының капиталь төҙөлөш һәм проектлау идаралығы начальнигы;
  • 1987—1990 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Был дәүерҙә Башҡорт АССР-ының ҡайһы бер райондарында башҡорт телен уҡытыу сикләнә, йә иһә бөтөнләй туҡтатыла.

11-се саҡырылыш СССР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана, Юғары Совет Президиумы ағзаһы була, СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991).

Равмер Хәбибуллин Октябрь революцияһы ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары, күп кенә миҙалдар менән бүләкләнгән, уға «СССР-ҙың почетлы нефтсеһе» исеме бирелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]